Дәүләкән районы

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район

Дәүләкән районы Башҡортостан республикаһының көньяҡ-көнбайышында Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә, уның ике яҡ ярҙары буйында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 1875 км². Район үҙәге — Дәүләкән ҡалаһы.

Дәүләкән районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

1 ҡала биләмәһе һәм 16 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Дәүләкән

Барлыҡҡа килеүе

1930

Халҡы (2016)

40 381[1] (0.99 %, 18 урын)

Тығыҙлығы

21.18 кеше/км²

Майҙаны

1 907 км² (32 урын)

Дәүләкән районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО

80 222 000 000

Дәүләкән районы Ауырғазы, Шишмә, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш.

2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны — 42,1 мең кеше. Күпселекте башҡорттар (45,77 %), урыҫтар (21,2 %) һәм татарҙар (20,35 %) тәшкил итә. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2 22 кеше.

Районда 91 ауыл бар.

Район биләмәләре Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы һәм ҡоро. Район биләмәләре аша Дим, Кесе Өйҙөрәк, Оло Өйҙөрәк, Ҡарамалы, Сәрмәсән, Өршәк, Төйлән йылғалары аға. Көнбайышында Асылыкүл урынлашҡан.

Дәүләкән районы аша Силәбе — Өфө — Һамар тимер юлы, Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Бүздәк — Дәүләкән — Ауырғазы автомобиль юлдары үтә.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 54 158 [2][3]
1959 45 740 [4][3]
1970 47 063 [5][3]
Йыл Халыҡ һаны
1979 41 807 [6][3]
1989 38 706 [7][3]
2002 42 138 [8][3]
Йыл Халыҡ һаны
2010 42 465 [9]
2018 39 822 [10]
2019 39 450 [11]


Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 36,3 %, урыҫтар — 36,1 %, татарҙар — 17,5 %, сыуаштар — 3,4 %, украиндар — 3,3 %, башҡа — 3,4 %[12].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  2. перепись населения СССР 1939 года
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. перепись населения СССР 1970 года
  6. перепись населения СССР 1979 года
  7. перепись населения СССР 1989 года
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года
  9. Всероссийская перепись населения 2010 года
  10. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  11. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  12. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 март 2018)
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Пацков Юрий Алексеевич 2016 йыл 22 апрель архивланған.
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Сафин Фаил Ғабдулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә