Сэр Дэ́ниел Майкл Блэйк Дэй-Лью́ис (ингл. Daniel Michael Blake Day-Lewis, 29 апрель 1957 йыл, Лондон) — Бөйөк Британия актёры. Ир-ат роле өсөн өс тапҡыр «Оскар» премияһына лайыҡ булыусы[1] берҙән-бер актёр.

Дэниел Дэй-Льюис
Daniel Day-Lewis
Дэниел Дэй-Льюис 2013 йылдың майында
Дэниел Дэй-Льюис 2013 йылдың майында
Исеме

Дэниел Майкл Блэйк Дэй-Льюис

Тыуған көнө

29 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Гринвич, Лондон, Бөйөк Британия

Гражданлығы

Бөйөк Британия Бөйөк Британия
Ирландия Ирландия

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1971— хәҙергә тиклем

Наградалары «Оскар» (1990, 2008, 2013)
«Алтын глобус» (2008, 2013)
BAFTA (1990, 2003, 2008, 2013)
Рыцарь-бакалавр
Рыцарь-бакалавр
IMDb

ID 0000358

 Дэниел Дэй-Льюис Викимилектә

Джим Шеридан фильмдарында уйнаған ролдәре менән Дэй-Льюис донъяла дан ҡаҙана. Дэй-Льюис фильмографияһында 30-ға яҡын ғына роль булыуға ҡарамаҫтан, кинопрессала, уның исеме тарихтағы бөйөк актёрҙар араһында[2][3][4]. Ҡайһы бер осраҡта актёрлыҡ алымдары уның һаулығын ҡаҡшатыуға ҡарамаҫтан, сәмләнеп Станиславский системаһын хуп күрә, Дэй-Льюис кинопроекттарҙы ентекләп һайлай һәм ғәҙәттә йылына 3—5 фильмда ғына төшә[5].

«Оскар» менән баһаланған эштәре — «Минең һулаҡай аяҡ» (1989) драматик байопик һәм «Линкольн» (2012), шулай уҡ «Нефть» философик эпосы (2007) — Дэй-Льюистең актёрлыҡ һәләтенең юғары баҫҡысы[6]. 2003 йылда, быға тиклем АҠШ киноактёрҙары Гильдияһы һәм BAFTA[7]. премияларына лайыҡ булыуына ҡарамаҫтан, көтмәгәндә «Нью—Йорк шайкаһы» исемле тарихи таҫмалағы ролендә Америка киноакадемия бүләгенән 29 йәшлек Эдриен Броудиҙан ҡалыша.

Халыҡ араһына бик һирәк сыға, интервью биреүҙән баш тартып, ситләшеп йәшәй[8]. Time журналы 2013 йылда уны донъялағы йөҙ иң абруйлы кеше иҫәбенә индерә[9].

Биографияһы үҙгәртергә

Йәш ваҡыты үҙгәртергә

Дэниел Майкл Блэйк Дэй-Льюис 1957 йылдың 29 апрелендә Лондон ҡалаһында донъяға килә. Уның атаһы ирланд, әсәһе—йәһүд (ата-инәһе Латвия һәм Польшанан)[10]. Англияның юғары ҡатламынан сыҡҡандар: актёрҙың атаһы Сесил Дэй-Льюис (1904—1972) — милли шағир-лауреат, әсәһе — актриса Джилл Бэлкон[en] (1925—2009), Альфред Хичкок менән бергә эшләгән продюсер Майкла Бэлкона[en] ҡыҙы. Ғаиләлә Дэниелдән дүрт йәшкә олораҡ Тамасин[en] исемле ҡыҙ була, ә Сесил Дэй-Льюисаның уҡытыусы Констанция Мэри Кинг менән быға тиклемге никахында улдары ла була.

Бала сағында буласаҡ Оскар йөрөтөүсе актёрға британец Кен Лоучтың «Кес»[11] картинаһы тәьҫир ҡалдыра. 13 йәшендә Дэниелде мәктәптән сығаралар. Ул үҙенең һәләтлелеген иртә төшөнә һәм Короллектең Шекспир труппаһына инә. «Йәкшәмбе, ҡанлы йәкшәмбе» фильмындағы эпизодын иҫәпкә алмағанда, Дэй-Льюистың кинодебюты 1982 йылда Оскар яулаусы «Ганди» фильмында була.

Дүрт йыл үткәс тәнҡитселәр Дэй-Льюис тураһында йыл асышы һәм үҙ дәүеренең өмөтлө актёры булараҡ һөйләйҙәр: бер көндә уның ҡатнашлығында ике фильм премьераһы күрһәтелә. Тарихи «Күренешле бүлмә» фильмында эдвардиан дәүерендәге ҡылансыҡ аристократты уйнай, ә "Минең гүзәл кер йыуыу йорто"нда уның киреһе — урам хулиганы-гей ролен башҡара.

Уңыш үҙгәртергә

Милан Кундераның «Ысынбарлыҡтың оҡшамаған еңел яғы» романын экранлаштырыуҙа Дэй-Льюисҡа беренсе тапҡыр баш роль бирелә (1988).

Мәгәр актёрҙың ысын ҙур ҡаҙанышы «Минең һулаҡай аяҡ» картинаһы була (1989), бында ул церебраль фалиж менән сирле Кристи Браунды уйнай. Был ролгә әҙерлек ваҡытында Sandymount School Clinic клиникаһына йөрөй, физик мөмкинлектәре сикләнгән бер нисә кеше менән дуҫлаша. Дэй-Льюис был ролгә шул тиклем инеп китә, хатта кино төшөрөү майҙанынан ситтә шул образда ҡала. Инвалид коляскаһында бөкөрәйгән килеш ике ҡабырғаһын һындырған тигән имеш-мимеш йөрөй. Һөҙөмтәлә Дэниел был имеш-мимеште кире ҡаға. Уның уйыны иң юғары, шул иҫәптән Британ (BAFTA) һәм Америка («Оскар») киноакадеяларының премияларын да индереп, маҡтауға лайыҡ була.

Өс йыл тынып ятҡандан һуң, "Һуңғы могикан"да төп герой ролендә Дэй-Льюис киноэкранға көтмәгәндә кире килә. Бөркөт күҙ һунарсыны кәүҙәләндерер өсөн ул мускулдар үҫтерә, шул герой һымаҡ ер, урманды файҙаланырға[12], образда ҡалыр өсөн Дэниел эш ваҡытында винтовка йөрөтә һәм мал һуйырға өйрәнә[12]. Фильмды тәнҡитселәр юғары баһалай, ә Дэй-Льюис үҙе, иң яҡшы актёр булараҡ, BAFTA премияһы номинанты була.

1993 йылда Дэй-Льюис Джим Шеридан менән ҡабаттан эшләй башлай һәм уның «Атай хаҡына» исемле ғәҙәттән тыш сюжетлы драмаһында төшә. Фильмда ул Гилфорд ҡалаһындағы шартлау өсөн нахаҡҡа хәкәм ителгән ирланд Джерри Конлон ролен уйнай. Кинола актёр ирланд акценты менән һөйләшә, ә буш ваҡытын төрмә камераһында уҙғара[13]. Фильм өҫтөндә эшләү барышында төшөрөүсе төркөмдән үҙен мыҫҡыллауҙарын һәм һалҡын һыу менән ҡойондороуҙарын үтенгән[13]. Актёр, ныҡышмалы эш һөҙөмтәһендә, «Алтын глобус» һәм BAFTA премиялары номинацияларында еңеү яулай. Америка киноакадемиктары ла ситтә ҡалмай һәм икенсе тапҡыр «Оскар»ға номинантар исемлегенә индерә.

Үҙенең «Ғәйепһеҙ дәүер» романының киноверсияһында Мартин Скорсезе төп ролдә бары тик Дэй-Льюисте күрә. Актёр Мишель Пфайффер һәм Вайнона Райдер һымаҡ йондоҙҙар менән бер рәттән, фильмда төшөргә саҡырыла. Әҙерлек ваҡытында Дэниел XIX быуаттағы аристократтар кейемендә, цилиндр эшләпәлә һәм таяҡ менән йөрөй[14].

Кинонан китеү һәм кире ҡайтыу үҙгәртергә

 
Дэй-Льюис 2007 йыл
 
Дэй-Льюис 2008 йыл

Дэй-Льюис ун йылдан һуң кинонан арыуы тураһында иғлан итә һәм ағас эшкәртеү шөғөлөнә кире ҡайта[15]. Италияға күскәс, аяҡ кейеме эшләү һөнәре менән ҡыҙыҡһына һәм итексе булып көн итә[12]. Бер ни осор уның ҡайҙа йөрөгәнен бер кемгә лә билдәле булмай[16].

Скорсезе, Леонардо Ди Каприо һәм продюсер Харви Вайнштейнға Скорсезенең «Нью-Йорк шайкаһы» исемле яңы фильмында төшөргә күндереү өсөн уны күп өгөтләргә тура килә. Дэй-Льюис ризалаша һәм ролгә әҙерләнеү маҡсатында Лондонда ит магазинында оҙаҡ ҡына ит һатыусыһы булып эшләп ала. Кино төшөрөү барышында Дэниелдың үпкәһе шешә, әммә ул медицина ярҙамы һорамай. Был тырышлығы бушҡа китмәй — актёр яңынан күп наградаларға, шул иҫәптән BAFTA һәм АҠШ киноактёрҙары Гильдияһының премияһына лайыҡ була. Был эше өсөн дә «Оскара»ға дәғүә иткән булһа ла, Дэй-Льюис башҡа кинола төшмәйәсәген белдерә.

Икенсе «Оскар» үҙгәртергә

2007 йылда режиссёр Пол Томас Андерсондың «Нефть» фильмында Дэниел төп герой — ҡомһоҙ нефтсеДэниел Плейнвью ролен башҡара. 2008 йылдың 24 февралендә ошо роле өсөн Дэй-Льюис икенсе «Оскар» ала һәм «Оскар»ҙы ике быуатта ла бер үк номинацияла алыусы берҙән-бер иң яҡшы актёр булараҡ тарихҡа инә.

Дэй-Льюисҡа 2009 йылдың «Туғыҙ» мюзиклендәге роле «Алтын глобус» номинацияһын алып килә.

Өсөнсө «Оскар» үҙгәртергә

2012 йылда Стивен Спилбергтың «Линкольн» байопикендә

АҠШ-тың 16-сы президенты Авраам Линкольн роленә ризалаша. Күпселек кино тәнҡитселәре фекере буйынса, 2012 йылдың иң яҡшы актёры тип таныла һәм икенсе «Алтын глобус»ҡа, шулай уҡ 2013 йылдың 24 фералендә BAFTA.

һәм өсөнсө «Оскар»ға лайыҡ була.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

1993 йылдан Дэй-Льюис Ирландия гражданины, һәм әлеге ваҡытта ике гражданлыҡҡа эйә[17][18].

Француз актрисаһы Изабель Аджан[19] менән бәйләнеше уның факс аша ауырға ҡалыуы тураһындағы хәбәр ебәреүе менән өҙөлә; ата-инәһе айырылышҡас, алты айҙан балалары (улы Гэбриел-Кейн Дэй-Льюис) тыуа.

Бер нисә йылдан Дэй-Льюис билдәле драматург Артур Миллерҙең ҡыҙы — актриса һәм кинорежиссёр Ребекк Миллерға өйләнә. Был никахта уның ике балаһы бар.

Фильмография үҙгәртергә

Кино үҙгәртергә

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1971 ф Воскресенье, проклятое воскресенье Sunday Bloody Sunday молодой вандал, в титрах не указан
1982 ф Ганди Gandhi Колин
1984 ф Баунти Bounty Джон Фраер
1985 ф Моя прекрасная прачечная My Beautiful Laundrette Джонни
1985 ф Комната с видом A Room with a View Сесиль Вайз
1986 ф Нану Nanou Макс
1988 ф Невыносимая лёгкость бытия Unbearable Lightness of Being Томас
1988 ф Звёзды и полосы Stars and Bars Хендерсон Дорс
1989 ф Ослепительная улыбка Нью-Джерси Eversmile, New Jersey Доктор Фергюс О’Коннелл
1989 ф Моя левая нога My Left Foot: The Story of Christy Brown Кристи Браун
1992 ф Последний из могикан Last of the Mohicans Соколиный глаз
1993 ф Эпоха невинности Age of Innocence Ньюленд Арчер
1993 ф Во имя отца In the Name of the Father Джерри Конлон
1996 ф Суровое испытание Crucible Джон Проктор
1997 ф Боксёр Boxer Дэнни Флинн
2002 ф Банды Нью-Йорка Gangs of New York Уильям «Мясник Билл» Каттинг
2005 ф Баллада о Джеке и Роуз Ballad of Jack and Rose Джек Славин
2007 ф Нефть There Will Be Blood Дэниел Плэйнвью
2009 ф Девять Nine Гвидо Контини
2012 ф Линкольн Lincoln Авраам Линкольн

Телевидение үҙгәртергә

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1981 тф Artemis 81 Artemis 81 Студент в библиотеке
1982 тф How Many Miles to Babylon? How Many Miles to Babylon? Алекс
1983 с Би-би-си: Пьеса месяца Play of the Month Гордон Уайтхаус (эпизод Dangerous Corner)
1985 тф My Brother Jonathan My Brother Jonathan Джонатан Дэйкерс
1986 тф The Insurance Man Insurance Man Кафка
1987 тф Especial Oscars 86 Especial Oscars 86 Сесиль Вайз
2007 тф Посмотри мне в глаза, Кляйнер Schau mir in die Augen, Kleiner Джонни

Бүләктәр үҙгәртергә

Йыл Атамаһы Бүләк Категория Нётижё
1985 «Күренешле бүлмә» Национальный совет кинокритиков США «Лучший актёр второго плана»
Национальное общество кинокритиков США «Лучший актёр второго плана»
Круг кинокритиков Нью-Йорка «Лучший актёр второго плана»
1988 «Ысынбарлыҡтың оҡшамаған еңел яғы» Общество кинокритиков Бостона «Лучший актёр»
1989 «Минең һулаҡай аяҡ» Круг кинокритиков Нью-Йорка «Лучший актёр»
Национальное общество кинокритиков США «Лучший актёр»
Монреальский кинофестиваль «Лучший актёр»
Приз экуменического жюри — специальное упоминание
Ассоциация кинокритиков Лос-Анджелеса «Лучший актёр»
Круг кинокритиков Лондона «Актёр года»
«Золотой глобус» «Лучшая мужская роль — драма»
Премия газеты Evening Standard «Лучший актёр»
Премия Европейской киноакадемии «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Чикаго «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Бостона «Лучший актёр»
BAFTA «Лучший актёр»
«Оскар» «Лучший актёр»
1992 «Могикандан һуңғыһы» Круг кинокритиков Лондона «Британский актёр года»
Премия газеты Evening Standard «Лучший актёр»
BAFTA «Лучший актёр»
1993 «Атай хаҡына» Национальное общество кинокритиков США «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Лос-Анджелеса «Лучший актёр»
«Золотой глобус» «Лучшая мужская роль — драма»
«Давид ди Донателло» «Лучший иностранный актёр»
Общество кинокритиков Бостона «Лучший актёр»
BAFTA «Лучший актёр»
«Оскар» «Лучший актёр»
1997 «Боксёр» «Золотой глобус» «Лучшая мужская роль — драма»
2002 «Нью-Йорк шайкалары» Ассоциация кинокритиков Вашингтона «Лучший актёр»
Круг кинокритиков Ванкувера «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Торонто «Лучшая мужская роль»
Круг кинокритиков Сиэттла «Лучший актёр»
Премия Гильдии киноактёров США «Лучшая мужская роль»
«Спутник» «Лучшая мужская роль — драма»
Общество кинокритиков Сан-Диего «Лучший актёр»
Гильдия киноведов и кинокритиков России «Лучший иностранный актёр»
Общество кинокритиков Феникса «Лучший актёр»
Общество интернет-кинокритиков «Лучший актёр»
Круг кинокритиков Нью-Йорка «Лучший актёр»
MTV Movie Awards «Лучший злодей»
Ассоциация кинокритиков Лос-Анджелеса «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Лас-Вегаса «Лучший актёр»
Круг кинокритиков Канзаса «Лучший актёр»
«Золотой глобус» «Лучшая мужская роль — драма»
Круг кинокритиков Флориды «Лучший актёр»
«Империя» «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Даллас-Форт Уэрта «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Чикаго «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Огайо «Лучший актёр»
«Выбор критиков» «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Бостона «Лучший актёр»
BAFTA «Лучшая мужская роль»
«Оскар» «Лучший актёр»
2005 «Джек һәм Роуз тураһында баллада» Международный кинофестиваль в Марракеше «Лучший актёр»
2007 «Нефть» Круг кинокритиков Ванкувера «Лучший актёр»
Премия Гильдии киноактёров США «Лучшая мужская роль»
Общество кинокритиков Сан-Диего «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Феникса «Лучший актёр»
Международный кинофестиваль в Палм-Спрингсе «Пустынная пальма» за выдающееся достижение
Общество интернет-кинокритиков «Лучший актёр»
Круг кинокритиков Нью-Йорка «Лучший актёр»
Национальное общество кинокритиков США «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Лос-Анджелеса «Лучший актёр»
Круг кинокритиков Лондона «Актёр года»
Общество кинокритиков Лас-Вегаса «Лучший актёр»
Круг кинокритиков Канзаса «Лучший актёр»
Премия ирландского кинематографа и телевидения «Лучший международный актёр»
«Золотой глобус» «Лучшая мужская роль — драма»
Круг кинокритиков Флориды «Лучший актёр»
Премия газеты Evening Standard «Лучший актёр»
«Империя» «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Даллас-Форт Уэрта «Лучший актёр»
«Хлотрудис» «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Чикаго «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Огайо «Лучший актёр»
«Выбор критиков» «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Бостона «Лучший актёр»
BAFTA «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Остина «Лучший актёр»
«Сатурн» «Лучший актёр»
«Оскар» «Лучшая мужская роль»
2009 «Туғыҙ» Ассоциация кинокритиков Вашингтона «Лучший актёрский состав»
Премия Гильдии киноактёров США «Лучший актёрский состав»
«Спутник» «Лучший актёр — комедия или мюзикл»
«Лучший актёрский состав»
«Золотой глобус» «Лучшая мужская роль — комедия или мюзикл»
«Выбор критиков» «Лучший актёрский состав»
2012 BAFTA Britannia «За выдающиеся достижения в кинематографе»
«Линкольн» Круг кинокритиков Нью-Йорка «Лучший актёр»
«Спутник» «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Бостона «Лучший актёр»
Ассоциация кинокритиков Вашингтона «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Сан-Диего «Лучший актёр»
«Выбор критиков» «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Сент-Луиса «Лучший актёр»
Премия Гильдии киноактёров США «Лучший актёр»
Общество кинокритиков Лас-Вегаса «Лучший актёр»
«Золотой глобус» «Лучший актёр — драма»
Ассоциация кинокритиков Чикаго «Лучший актёр»
Круг кинокритиков Канзаса «Лучший актёр»
Национальное общество кинокритиков США «Лучший актёр»
Австралийская академия кино и телевидения «Лучший международный актёр»
BAFTA «Лучший актёр»
«Оскар» «Лучший актёр»

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Daniel Day-Lewis makes Oscar history with third award. Дата обращения: 31 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  2. Скотт Боулс. Is Daniel Day-Lewis now the greatest actor of all time? (ингл.). USA Today (26 февраль 2013). Дата обращения: 2014-1-14.
  3. Куинн Стирс. 5 Reasons Daniel Day-Lewis Is The Greatest Actor Of All Time (ингл.). WhatCulture (25 февраль 2013). Дата обращения: 2014-1-14.
  4. Джо Куинан. Oscars 2013: do his three Oscars make Daniel Day-Lewis the greatest? (ингл.). The Guardian (25 февраль 2013). Дата обращения: 2014-1-14.
  5. Линн Хиршберг. The New Frontier’s Man (ингл.). The New York Times (11 ноябрь 2007). Дата обращения: 2014-1-14.
  6. Джордж Уэйлс. The 200 Greatest Movie Performances Of All Time (ингл.). Total гFilm (23 июнь 2013). Дата обращения: 2014-1-14.
  7. Майкл Уэст. Lincoln's Daniel-Day Lewis To Outdo Brando, Penn, Hanks With Oscar Win (ингл.). ContactMusic (24 ғинуар 2013). Дата обращения: 2014-1-14.(недоступная ссылка)
  8. Сара Рэйни. My brother Daniel Day-Lewis won't talk to me any more (ингл.). The Telegraph (1 март 2013). Дата обращения: 2014-1-14.
  9. Тони Кушнер. Daniel Day-Lewis (ингл.). Time (18 апрель 2013). Дата обращения: 2014-1-14.
  10. Daniel Day-Lewis aims for perfection  (инг.), The Telegraph (12 февраля 2008). 14 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  11. «И зачем я снялся в этом фильме?» TimeOut (22 апрель 2009). Дата обращения: 2013-9-5.
  12. 12,0 12,1 12,2 Wills, Dominic. "Daniel Day-Lewis Biography". Tiscali UK. Дата обращения: 25 февраль 2006. Архивировано 13 май 2013 года.
  13. 13,0 13,1 Daniel Day-Lewis. Turner Classic Movies. Дата обращения: 7 ғинуар 2010. Архивировано 13 май 2013 года.
  14. Daniel Day-Lewis. Hello!. Дата обращения: 7 ғинуар 2010. Архивировано 13 май 2013 года. 2013 йыл 29 апрель архивланған.
  15. Daniel Day-Lewis. AskMen. Дата обращения: 7 ғинуар 2010. Архивировано 13 май 2013 года. 2013 йыл 23 май архивланған.
  16. Daniel Day-Lewis Biography. New York Times. Дата обращения: 27 февраль 2006.
  17. Devlin, Martina. "Daniel, old chap, sure you're one of our own". Independent.ie (24 ғинуар 2008). Дата обращения: 12 май 2013. Архивировано 13 май 2013 года.
  18. Day-Lewis heads UK Oscars charge. BBC News (22 ғинуар 2008). Дата обращения: 12 май 2013. Архивировано 13 май 2013 года.
  19. Gritten, David. Daniel Day-Lewis: the greatest screen actor ever? (22 February 2013). 25 февраль 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә