Думбадзе Ной Иосифович

Ной Иосифович Думбадзе (21 апрель 1912(19120421) — 9 апрель 1983) — 166-сы гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы, гвардия ҡыҙылармеецы. Дан орденының тулы кавалеры.

Думбадзе Ной Иосифович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 апрель 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Озургетский муниципалитет[d], СССР
Вафат булған көнө 9 апрель 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Озургетский муниципалитет[d], СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Ной Иосифович Думбадзе 1912 йылдың 8 апрелендә Махарадзевск районының Шемокмеди ауылында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа. Грузин. 1947 йылдан ВКП/КПСС ағзаһы. Сауҙа техникумын тамамлап, һатыусы булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышында — 1941 йылдың июленән.

Айырым Приморье армияһының 55-се гвардия уҡсылар дивизияһы 166-сы гвардия уҡсылар полкының уҡсыһы ҡыҙылармеец Думбадзе 1944 йылдың 11 ғинуарында Керчь ярымутрауындағы һуғыштарҙа контрһөжүмде кире ҡаҡҡанда өс дошманды юҡ итә. Ике тапҡыр ут аҫтында батальон штабына ротаның хәрби донесениеларын алып бара.

55-се гвардия уҡсылар дивизияһы буйынса бойороҡҡа ярашлы, 1944 йылдың 18 ғинуарында ҡыҙылармеец Ной Иосифович Думбадзе 3 дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 24 июнендә, шул уҡ дивизия һәм полк составында хәрәкәт итеп, Пружинище ауылы эргәһендә дошмандың оборонаһын өҙгән саҡта беренселәрҙән булып дошман траншеяларына барып етә һәм граната ташлап дошман дзотын, ете һалдатты юҡ итә.

28-се армия буйынса бойороҡҡа ярашлы, ҡыҙылармеец Ной Иосифович Думбадзе 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

166-сы гвардия уҡсылар полкы Пинск һаҙлыҡтарында ауыр һуғыш алып бара. Дошман урындағы тәбиғи шарттарҙы файҙаланып, көслө нығытма төҙөй. Ной Думбадзе ингән бер төркөм яугирға Ясельда йылғаһын йәшерен рәүештә аша сығып, ҡаршя яҡ ярҙа плацдармды алырға һәм уны төп көстәр килгәнгә тиклем тотоп торорға бйоророла. Йылғаға яҡын урындар ныҡ һаҙамыҡ була. 1944 йылдың 12 июлендә Думбадзе Городыще ауылы эргәһендә йылғаны беренселәрҙән булып аша сыға һәм дошман траншеһына ташлана. Автомат, граната һәм ҡул һуғышы алышында ул дошмандың ун ике һалдатын юҡ итә. Дошман совет яугирҙары ҡыҫымы аҫтында сигенергә мәжбүр була.

26-28 июлдә Брест ҡалаһынан көнбайыштараҡ һөжүм итеүсе совет ғәскәрҙәренә ҡамасаулаған дошман һалдаттарының ҡамауҙа ҡалған төркөмө менән алышҡанда тағы ла унға яҡын дошманды, ике дошман снайперын табып юҡ итә, граната менән пулеметты шартлата.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән ҡыҙылармеец Ной Иосифович Думбадзе, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылда демобилизацияланғандан һуң тыуған иленә ҡайта. Шемокмеди ауылында һатыусы булып эшләй.

1983 йылдың 9 апрелендә вафат була.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ной Иосифович Думбадзе. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 22 август 2014.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.