1850

Иҫтәлекле урын
Дронов йорто
Ил Рәсәй
Адресы Таганрог, Петр урамы, 41
Төҙөлгән ваҡыты 1850 йыл
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек
Тышҡы рәсемдәр
Дронов йорто


Дронов йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы ике ҡатлы кирбес йорт. Йорт Петр урамы, 41 адресы буйынса урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы реестрына индерелгән.

Тарихы үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡыттағы Таганрог ҡалаһының Петр урамындағы 41-се йорт урынында элек фасадында дүрт тәҙрәһе булған ике ҡатлы йорт була. 1850 йылда йорт сауҙагәр ҡатын А. Т. Ворошилкинаныҡы була. 1862 йылда йорт икенсе проект буйынса яңынан төҙөлә. Элек ике яҡтан йорттоң ситтәрендә суйын бағаналарға терәлеп торған ҙур балкондар булған. Һул яҡтағы балкон Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас та булған әле.

1862—1880 йылдарҙа йорт сауҙагәр В. П. Третьяков ғаиләһенә ҡарай. 1890 йылда инде йорт үҙ-ара кредитлау ойошмаһыныҡы була. 1898 йылда йорттоң хужаһы сауҙагәр П. И. Трахтеров, ә 1906—1915 йылдарҙа урядник С. И. Дронов була.

1907—1910 йылдарҙа йорт бинаһында ҡалала беренсе кинотеатр «Мираж» урынлаша. Кинотеатр урындағы шарап баҙы хужаһы В. Кулик тарафынан ҙур булмаған үҙгәртеп ҡороуҙан һуң асыла. Фильмдар, составында скрипка, фортепиано һәм фисгармония булған ҙур булмаған оркестр, ә һуңғараҡ ҡыллы музыка ҡоралдары квартеты башҡарыуындаға музыкаль әҫәрҙәр оҙатыуында күрһәтелә.

1908 йылда, был йортта бакалея магазины тотҡан В. И. Кулаков проекты буйынса, «Мираж» кинотеатры аша Петровская урамына алып сыҡҡан парад ишеге киңәйтелә. 1910 йылда бында Е. И. Виноградовтың «Сәй һәм кофе» магазины, шулай уҡ Олимпия ғаилә рестораны була.

1918 йылда бында хеҙмәт биржаһы, 1926 йылда — 13-сө Дағстан уҡсы дивизияһының баш штабы була. Хәҙерге ваҡытта был Колбасалар, Фламинго һәм Cariba магазиндары булған торлаҡ йорт.

Архитектураһы үҙгәртергә

Дроновтың ике ҡатлы кирбес йорто көньяҡ провинцияға хас булған классицизм архитектура стилендә төҙөлгән. Кәрнизендә орнамент рәүешендә урынлашҡан дүртмөйөшлө сығынтылар яһалған. Йорт стиле буйынса күрше йорттар менән тап килә. Бина төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы реестрына индерелгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 б. — ISBN 5-7509-0662-0

Һылтанмалар үҙгәртергә