«Дрина күпере» (сер. На Дрини ћуприја) — Югославия яҙыусыһы Андрич Иво романы. Автор Белградта йәшәгән ваҡытта, Икенсе донъя һуғышы заманында яҙылған, беренсе тапҡыр 1945 йылда баҫылып сыға[1]. 1961 йылда автор Иво Андрич романы өсөн әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ була[2].

Дрина күпере
На Дрини ћуприја
1900 йылғы открыткала Вишеград күпере.
1900 йылғы открыткала Вишеград күпере.
Жанр

роман

Автор

Иво Андрич

Төп нөхсә теле

серб-хорват

Ижат ителгән ваҡыты

июль 1942 - декабрь 1943

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1945

Романдың йөкмәткеһе үҙгәртергә

Романдың үҙәк образы, бөтә әҫәр өсөн баш булып торған — Вишеград ҡалаһындағы Дрина йылғаһы аша күпер. Ул хәҙер Серб Республикаһы, Босния һәм Герцеговинаның бер өлөшө булып тора. 1571 йылда күпер Махмед паша Соколович бойороғо буйынса төҙөлгән.

Романда яҡынса дүрт быуатты — ҡала биләмәләре уның составына ингән Ғосман империяһының сәскә атҡан осоронан башлап, XX быуат башына тиклем, 1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланыуға сәбәпсе булған Сараево үлтерешенә тиклемге арауыҡты үҙ эсенә алған тарихи осор һүрәтләнгән.

Романда автор төбәк тарихының ысын булған ваҡиғаларын, Вишеград биләмәһендә һәм бөтә Балҡан ярымутрауында барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле, күп милләтле берләшмәнең традицияларын һәм көнкүрешен дөрөҫлөк менән һүрәтләп кенә ҡалмай, хикәйәләү был үҙенсәлекле мөхиттә тыуған риүәйәттәр, легендалар, мифтар һәм әкиәттәр менән үрелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Романенко А. О жизни и творчестве Иво Андрича//Иво Андрич. Мост на дрине. М.: Правда, 1985.
  2. Об Иво Андриче на официальном сайте Нобелевской премии

Һылтанмалар үҙгәртергә