1840

Иҫтәлекле урын
Древицкий йорто
Дом Древицкого, 2001
Дом Древицкого, 2001
Архитектура стиле неоклассицизм
Төҙөлгән ваҡыты 1840 йыл
Билдәле йәшәүселәр Древицкий Иван Яковлевич
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6101267000объект № 6101267000

Древицкий йорто — Таганрогтың боронғо бинаһы 1840 йылдарҙағы архитектура һәйкәле (Фрунзе урамы, 23). Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә инә.

Архитектура үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Ике ҡатлы бина неоклассицизм стилендә төҙөлә[1]. Фасады буйынса ике ҡатында ла алтышар тәҙрә бар. Ике ҡаттың тәҙрәләре араһында арыҫлан баштары төшөрөлгән барельефтар бар. Бүлмәләрҙы камин эшләнгән.

Тарихы үҙгәртергә

Йорт 1840 йылда төҙөлә[2]. 1873 йылда бинаға коллеж теркәүсеһе Ф. Серебряков хужа була, 1880 йылда — коллеж асессоры Яковенко, 1890 йылда — Төркиә сауҙәгәре Н. Һамар-Оглы, 1898 йыл — Н. Т. УМумулов (бинала тәмәке фабрикаһын аса), 1906 — 1912 йылдарҙа — Рәсәй пароходсылыҡ йәмғиәтенең таганрог филиалы идарасыһы И . Я. Древицкий. 1912 — 1925 йылда йорт уның вариҫтарының милкендә була.

1925 йылда йорт дәүләткә күсә һәм коммуналь фатирҙарға бүленә. Тейешле тәрбиә булмағанлыҡтан ул туҙа һәм 1980 йылдар һуңында йортта йәшәүселәр икенсе урынға күсерелә, йорт үҙе авария торошонда ҡала. 1991 йылда йорт Таганрог балығ эшәкртеү заводына (директоры — Н. И. Демьяненко) тапшырыла. Урындағы халҡы йорттоң ҡалдыҡтарын «граф емереклектәре» тип атай[3]. 2002 йылдың мартында Древицкий йорто урынында бинаның тарихи фасадын һаҡлап ҡалып, яңы торлаҡ йорт төҙөң тураһында «Эксперт-Юг» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт белдерә.

Тулыһынса Древицкий йорто 2002 йылда юҡҡа сығарыла.

Был урында «Веста-Д» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт (директоры В. П. Дащенко) 2005 — 2007 йылдарҙа дүрт ҡатлы торлаҡ йорт төҙөй[4]. Өлкә мәҙәниәт министрлығы тарафынан мәҙәни мираҫ объектын реконструкциялау (төҙөлөш) буйынса эштәр алып барыуға рөхсәт бирелмәгәнлектән, төҙөүсе админимстратив хоҡуҡ боҙоусы булараҡ, 2007 йылдың ноябрендә уға штраф рәүешендә яза бирелә.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Киричек М. С. Древицкого дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 329.
  2. Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2003. — С. 509.
  3. Парпалия Г. На «графских развалинах» // Таганрогская правда. — 2002. — 22 марта.
  4. Собств. инф. Самовольная реконструкция объектов культурного наследия наказуема! 2014 йыл 30 март архивланған. // www.prokuror-rostov.ru. — 2007. — 23 ноября.