Эйтор (Этторе) Марселино Домингес (порт. Heitor (Ettore) Marcelino Domingues; 20 декабрь 1898 йыл, Сан-Паулу — 21 сентябрь 1972 йыл, шунда уҡ) — Бразилия футболсыһы, һөжүмсе. «Палмейрас» тарихында иң яҡшы снайпер — 284 туп индерә. Бразилия йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы.

Футбол
Футбол
Эйтор
Информация
Тулы исеме Эйтор Марселино Домингес
Тыуа 20 декабрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Сан-Паулу, Бразилия
Вафат 21 сентябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (73 йәш)
Сан-Паулу, Бразилия
Гражданлығы Бразилия Бразилия
Карьера
Клуб карьераһы*
1915—1916 Бразилия Маккензи Коллеж ? (?)
1916—1931 Бразилия Палестра Италиа 330 (284)
Йыйылма командаһы**
1917—1929 Бразилия Бразилия 11 (4)
Халыҡ-ара миҙалдары
Көньяҡ Америка чемпионаттары
Алтын Бразилия 1919
Алтын Бразилия 1922

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Биографияһы үҙгәртергә

Эйтор 1898 йылдың 20 декабрендә Сан-Паулуҙа, сығыштары менән Испаниянан булған ғаиләлә тыуа. Ул Изге Альберт колледжының балалар футбол командаһында уйнай башлай, һуңынан үҙе уҡыған Кармо колледжында уйнауын дауам итә.

1915 йылда Эйтор «Маккензиҙың» (һуңынан клуб «Американо» тип атала) икенсе командаһында уйнай башлай, һуңынан, 1916 йылда — клубтың төп командаһында уйнай.

1916 йылда Эйтор йтор «Палестра Италиаға» (хәҙерге «Палмейрас») күсә. Физик көсө һөм бомбардир һәләте арҡаһында унда командаһы һөжүмсеһе була. 1920 йылда Эйтор «Палестра» менән бергә Сан-Паулу штаты чемпионы була, һуңғы турҙа төп дәғүәсене — Фриденрайх үҙе етәкләгән «Паулистанроны» еңә.

1926—1927 йылдарҙа Домингос «Палестра» менән бергә ике тапҡыр Сан-Паулу чемпионы була, Рио-Сан-Паулу турнирында еңеү яулай һәм Инсинио турнирында еңә.

1926 йылда Эйтор Сан-Паулу чемпионатында 18 туп индереп иң яҡшы бомбардир исеменә лайыҡ була. 1928 йылда 16 гол индереп ул был ҡаҙанышын ҡабатлай. 1931 йылда Эйтор карьераһын тамамлай. «Палмейрас» өсөн барлығы 330 матчта уйнай (уларҙа команда 225 тапҡыр еңә, 54 уйын тигеҙ иҫәпкә тамамлана, 51 уйында еңелә), 284 туп индерә.

«Палмейрас» командаһы өсөн уйындар араһында Эйтор урындағы «Артилейро» баскетбол командаһында уйнай. Уның менән 1928 йылда ул штаттың баскетбол буйынса чемпионы була.

Бразилия йыйылма командаһы үҙгәртергә

Бразилия йыйылма командаһына Эйтор беренсе тапҡыр 1917 йылдың 13 майында килә. Эйтор менән Артур Фриденрайх көслө үҙәк форватерҙар уйынсыларын барлыҡҡа килтерә. Улар үҙҙәрен 1919 йылда, Бразилия Көньяҡ Америка чемпионатында еңеү яулағанда сағыу күрһәтә. 1922 йыл команда икенсе тапҡыр континент чемпионы титулын яулағанда Эйтор уның составында була, әммә уйынға сыҡмай. 1929 йылда, Аргентина менән иптәштәрсә матчта йәрәхәт алған ҡапҡа һаҡсыһын алмаштыра, һәм бер генә туп та үткәрмәй. Эйтор йыйылма команда өсөн барлығы 11 уйын уҙғара, 4 туп индерә.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Командала үҙгәртергә

  • Көньяҡ Америка чемпионы: 1919, 1922
  • Сан-Паулу штаты чемпионы: 1920, 1926, 1927
  • Рио-Сан-Паулу турниры еңеүсеһе: 1926
  • Инсинио турниры еңеүсеһе: 1927

Шәхси үҙгәртергә

  • Сан-Паулу штаты чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1926 (18 гол), 1928 (16 гол)

Һылтанмалар үҙгәртергә