Доброрез Василий Павлович

Доброрез Василий Павлович (31 ғинуар 1917 йыл — 4 апрель 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү Парадында ҡатнашҡан яугир. Айырым инженер‑сапёр батальонының отделение командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950).

Доброрез Василий Павлович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 31 ғинуар 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Шуанчэн[d], Гирин[d], Бэйянское правительство[d]
Вафат булған көнө 4 апрель 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Павлович Доброрез 1917 йылдың 31 ғинуарында Төньяҡ Маньчжурияның (хәҙер — Ҡытай) «Шуанчеп» станцияһы эшсе ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә ете класс тамамлаған. 19351941 йылдарҙа «Өфө» станцияһының паровоз депоһы слесары булып эшләй. 1941 йылдың 5 июнендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән — фронтта. 1945 йыл ғинуарына өлкән сержант Василий Доброрез 1-се Украин фронты 16-сы штурмлаусы инженер-сапер бригадаһының 76-сы айырым штурмлаусы инженер-сапер батальонының отделение командиры. Одра аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә[1].

1945 йылдың 27 ғинуарынан 28 ғинуарға ҡарай төндә Доброрез үҙенең отделениеһы менән бергә Опол районы эргәһендә күпер төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнаша. Дошмандың тупланған миномет һәм артиллерия утына ҡарамаҫтан, Доброрез беренселәрҙән булып боҙло һыуға ташлана һәм ҡоролмалар урынына деталдәр килтерә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн» өлкән сержант Доброрез Василийға Ленин ордены һәм 6065 һаны менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» тигән исем бирелә[2][3].

Еңеү Парадында ҡатнаша. 1946 йылда демобилизациялана. 1949 йылдан Өфөлә йәшәй, Куйбышев тимер юлында эшләй. 1999 йылдың 4 апрелендә вафат була, Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Доброрез Василий Павлович. «Герои страны» сайты.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 35, л. 5)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 13, л. 542, 543)
  4. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 495, л. 6, 124, 125)
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 7450, л. 27, 28)
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 706, л. 130, 131)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.
  • Сыны Отчизны. Уфа, 1981.