Дмитриев Николай Константинович

Дмитриев Николай Константинович (28 август 1898 йыл — 22 декабрь 1954 йыл) — совет төрки телдәре белгесе, төркиәт ғилеменә нигеҙ һалыусы. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1943), РСФСР‑ҙың Педагогия фәндәре академияһы академигы (1945), филология фәндәре докторы (1938), профессор (1930). Төрөкмән ССР‑ының (1950), Башҡорт (1947) һәм Сыуаш (1953) АССР‑ҙарының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Николай Константинович Дмитриев
Тыуған көнө

28 август 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Мәскәү ҡалаһы

Вафат көнө

22 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (56 йәш)

Вафат урыны

СССР Мәскәү ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

филология, төркиәт

Альма-матер

Мәскәү университеты
Мәскәү көнсығыш телдәр институты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы (1938)

Ғилми исеме

профессор,
СССР ФА ағза-корреспонденты (1943)

Уҡыусылары

профессор Жәлил Кейекбаев,
Н. З. Гаджиева

Награда һәм премиялары
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

  • Николай Константинович Дмитриев 1898 йылдың 28 авгусында Мәскәү ҡалаһында прогрессив ҡарашлы хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
  • 1916 йылда гимназияны алтын миҙалға тамамлай.
  • 1920 йылда Мәскәү дәүләт университетының классик телдәр бүлеген тамамлай.
  • 1920—1922 йылдарҙа Мәскәү шәрҡиәт институтында уҡый.
  • 1921—1925 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы Рәсәй ижтимағи фәндәр ғилми-тикшеренеү институттары ассоциацияһы хеҙмәткәре.
  • 1923—1925 йылдарҙа Мәскәү шәрҡиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
  • 1925—1938 йылдарҙа Ленинград көнсығыш институтының төрөк теле кафедраһы мөдире.
  • 1925—1938 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының төрки филологияһы кафедраһы мөдире
  • 1926—1936 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Ленинград тел һәм фекерләү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
  • 1928—1954 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының төрки филологияһы кафедраһы мөдире.
  • 1949—1954 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының филология факультетының көнсығыш бүлеге мөдире.
  • 1935—1954 йылдарҙа Мәскәүҙәге РСФСР-ҙың Педагогия фәндәре академияһы Милли ғилми-тикшеренеү институтының төрки телдәр секторы мөдире.
  • 1938—1954 йылдарҙа Мәскәүҙәге СССР Фәндәр Академияһының Тел ғилеме институтының төрки телдәр секторы мөдире. 1943 йылдан СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, 1945 йылдан РСФСР-ҙың Педагогия академияһы академигы.
  • 1954 йылдың 22 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Тәүге ғилми хеҙмәттәрен студент сағында яҙа башлай. 1924 йылда Ғәбитов һәм Вилданов яҙған "Боронғоларҙың һүҙҙәре"исемле мәҡәлдәр йыйынтығына рецензия яҙа. Дауыт Юлтыйҙың "Ҡомартҡыларым"китабына ла баһа бирә. 1926 йылда Бабичтың шиғырҙарын тәүгә руссаға тәржемәләп баҫтыра. Николай Дмитриев Ватан төркиәт мәктәбенә нигеҙ һала, байтаҡ төрки телдәргә, шул иҫәптән башҡорт теленә фәнни тасуирлама бирә. Ул — башҡорт, ҡумыҡ, төрөк, азербайжан, ғағауз, ҡырым-татар, төрөкмән, татар, сыуаш телдәре буйынса фундаменталь хеҙмәттәр авторы. Төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы буйынса күп томлыҡ хеҙмәттең соавторы һәм етәксеһе. Төрки телдәре менән славян телдәренең үҙ-ара йоғонтоһон тикшереү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Милли мәктәптәрҙә рус телен һәм туған телдәрҙе уҡытыу методикаһы буйынса ғилми эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә. 1920—1940 йылдарҙа бер нисә ғилми-тикшеренеү институтында паралель эшләй; Мәскәү дәүләт университетының, Ленинград дәүләт университетының төркиәт кафедраларына һәм секторҙарына, Фәндәр Академияһының Тел ғилеме институтына, Милли педагогика ғилми-тикшеренеү институына етәкселек итә. 1934 йылда Н. К. Дмитриев тәүҙә Ленинградтағы, аҙаҡ Мәскәүҙәге марксизм-ленинизм хеҙмәттәрен тәржемәләүсе-мөхәррирҙәр курстары бүлеге профессоры, был курстарҙың башҡорт, балҡар, ҡаҙаҡ, ҡырым-татар бүлектәре мөдире.

Н. К. Дмитриев һәм башҡорт филологияһы үҙгәртергә

1928—1929 йылдарҙа Николай Константинович Дмитриев СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан комплекслы экспедицияһының БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны буйынса лингвистик-фольклор ярым отрядына етәкселек итә. Уның мөхәррирлегендә «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» («Башкирские народные сказки; 1941»), «русса-башҡортса һүҙлек» («Русско-башкирский словарь»; 1948) нәшер ителә. Н. К. Дмитриев 1948 йылда рус телендә «Башҡорт теленең грамматикаһы» («Грамматика башкирского языка», М.; Л., 1948) тигән монографияһын баҫтырып сығара. Был хеҙмәт башҡорт тел ғилеме һәм төркиәт ҡаҙаныштары нигеҙендә, экспедициялар, фольклор, һөйләү теле материалдарын файҙаланып яҙылған. Башҡорт тел ғилемендә әҙәби башҡорт теленең фонетикаһын һәм грамматикаһын системалы тасуирлауға арналған тәүге фундаменталь хеҙмәт. Ул өс бүлектән тора. «Фонетика» бүлегендә башҡорт теленең фонетик системаһына тәүге тапҡыр классификация яһала, айырым һуҙыңҡыларҙың (вокализм) һәм тартынҡыларҙың (консонантизм) тарихи үҫеше мәсьәләләре яҡтыртыла, телмәр ағышындағы фонетик үҙгәрештәрҙең төрҙәре (ассимиляция, диссимиляция, протеза, редукция, элизия), сингармонизм һәм баҫым тураһында мәғлүмәт бирелә. «Төп морфологик төшөнсәләр» бүлегендә тәүге тапҡыр төп грамматик категориялар айырып күрһәтелә, һөйләм киҫәктәре, уларҙың һүҙъяһалыштағы үҙенсәлектәре һүрәтләнә. «Ябай һөйләм синтаксисының төп мәсьәләләре» бүлегендә ябай һөйләмдә һүҙ тәртибе, изафет тураһында мәғлүмәт бирелә, эйәрсән һөйләмдәрҙең төп төрҙәре ентекләп ҡарала, килештәрҙең синтаксик функциялары асыҡлана. Монография башҡорт теленә тәржемә ителеп, 1950 йылда Өфөлә Башҡоротостан китап нәшриәтендә донъя күрә.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Башҡорт теленең грамматикаһы (башҡорт телендә). Өфө, 1950;
  • Башҡорт телендә парлы һүҙбәйләнештәр (1930);
  • Башҡорт теле һәм фольклоры буйынса библиография (1936);
  • Рус телендә төрөк элементтары (1937);
  • Төрөк халыҡ әкиәттәре (1939);
  • Грамматика башкирского языка. М.; Л., 1948;
  • Грамматика башкирского языка. 2-се баҫма. М., 2008;
  • Варваризмы в башкирской речи // Записки коллегии востоковедов при Азиатском музее АН СССР. Т.4. Л., 1929;
  • Арабские элементы в башкирском языке // Там же. Т.5. Л., 1930;
  • Строй тюркских языков. М., 1962.
  • Строй турецкого языка. М., 1939;
  • Грамматика кумыкского языка. М., 1940.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөләге урамдарҙың береһенә төркиәтсе-ғалим Н. К. Дмитриев исеме бирелгән;
  • М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Н. К. Дмитриевҡа арналған мемориаль-фәнни кабинет эшләй.

Уның тураһында үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Профессор Н. К. Дмитриев и башкирская филология. Уфа, 1998;
  • Н. К. Дмитриев. К 100-летию со дня рождения. М., 2001;
  • Аракин В. Д. Николай Константинович Дмитриев (1898—1954). — М.: Изд-во Московского ун-та, 1972. — (Замечательные ученые Московского университета).
  • Аракин В.Д. Н.К.Дмитриев и его вклад в отечественную тюркологию // Советская тюркология, 1973, N°4
  • Гарипов Т.М. Корифей отечественного языкознания // Ватандаш, 1998
  • Зәйнуллин М.В. Атаҡлы тюрколог // Башҡортостан уҡытыусыһы, 1969, 8-се номер
  • Зәйнуллин М.В. Төрки һәм башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы // Ағиҙел, 2013, 8-се номер

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә