Динамо (стадион, Өфө)

«Дина́мо»Өфө ҡалаһындағы футбол стадионы, 4500 тамашасыға иҫәпләнгән. 2015 йылдың 15 авгусына тиклем «Ѳфѳ» футбол клубының үҙ аренаһы булып һанала. 1930 йылда тѳҙѳлгән, 1934 йылдың 6 майында асылған. Футбол майҙаны йылытыу системаһы булмаған яһалма газонлы. Адресы: Ѳфѳ ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 2.

Динамо
Урынлашыуы

Өфө, Башҡортостан, Рәсәй

Һыйҙырылышлығы

6 000

Өйҙәге команда

Өфө

Майҙан размеры

120 х 90 м

 Динамо Викимилектә

Стадиондың тасуирламаһы үҙгәртергә

Арена элекке Ушаков паркы территорияһында тѳҙѳлгән. Ул 1934 йылдың 6 майында асыла. Советтар Союзы ваҡытында стадиондың исеме йыш ҡына үҙгәреп тора. Башлыса улар ауыр әйтелешле БОСФК, БСПС йәки ГСФК кеүек аббревиатуралар була.

Стадион 4500 кешегә иҫәпләнгән. Унда республика масштабындағы ярыштар уҙғарыла. «Динамо» стадионында яһалма газон түшәлгән, был уны йыл әйләнәһенә файҙаланырға мөмкинлек бирә. Футбол майҙанынан тыш, стадион инфраструктураһына еңел атлетика (йүгереү) юлы, оҙонлоҡҡа һикереү секторы, теннис майҙансығы һәм шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге спорт залы инә. 2007 йылда 3-сѳ тѳҙѳлѳш тресы стадионды заманса итеп яңыртты[1].

2012 йылдың йәйендә стадиондың футбол майҙанына яһалма газон түшәлә, уның йылытыу системаһы юҡ[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә