Димитровград (Сербия)


Димитровград (сер. Димитровград йәки Dimitrovgrad, быға тиклем Цариброд (Caribrod); болг. Цариброд, тип трансляцияла Caribrod, Tzaribrod йәки Tsaribrod) — Сербияның Пирот өлкәһенең ҡала тибындағы тораҡ пункты, Димитровград общинаһының административ үҙәге. Нишава йылғаһы буйында урынлашҡан

Димитровград
Герб
Рәсем
Дәүләт  Сербия
Административ үҙәге Димитровград[d]
Административ-территориаль берәмек Димитровград[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 545 метр
Почта индексы 18320
Рәсми сайт dimitrovgrad.rs
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 010
Номер тамғаһы коды PI
Карта
 Димитровград Викимилектә

Топонимы үҙгәртергә

1521 йылда солтан Сөләймән I ваҡытында был ер Tekvur Binari (батша фонтаны) тип атала һәм резиденцияһы булып хеҙмәт итә.

Хәҙерге исемен Цариброд Икенсе донъя һуғышынан һуң ала. Хөкүмәт етәксеһенең декреты менән ҡалаға Болгарияның етәксеһе һәм элекке Комминтерн башлығы Георгий Димитров исеме бирелә.

Тарихы үҙгәртергә

 
1892 йылда Богородица раштыуаһының православие сиркәүе

1885 йылда серб-болгар һуғышында хәрби хәрәкәттәр урыны булып тора. Башта уны сербтарҙың Дунай дивизияһы биләй, ә Сливница янындағы алыштан һуң, болгар ғәскәрҙәре ҡаланы яулап ала.

1888 йылда Болгар дәүләт тимер юлдары серб сигенә юл һала. Унан Димитровград аша юл Ниш менән тоташа,һәм Көнсығыш экспрестың[1] үтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Шул уҡ йылда ҡалала «Христо Ботев» читалище (китапхана) асыла.

1892 йылда Богородица раштыуаһының православие сиркәүе Самоков. мәктәбе иконостас менән төҙөлә.

Беренсе донъя һуғышынан һуң, ҡала ул саҡтағы Болгарияның Көнбайыш сиктәре менән Нёйиск килешеү буйынса Югославия составына инә.

Халҡы үҙгәртергә

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡала халҡы 6968 кеше булып, уларҙың:

Милләте Халыҡ Проценттан
болгарҙар 281 3 47.08 %
сербтар 735 1 24.89 %
югославиялылар 425 6.09 %
сиғандар 55 0.78 %
македон 33 0.47 %
черногорҙар 14 0.20 %
хорваттар 5 0.07 %
словендар 3 0.04 %
гора 2 0.02 %
бәшнәттәр 2 0.02 %
урыҫтар 1 0.01 %
ла билдәләнде. 572 8.20 %
Барыһы 968 6 100 %

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Златан Дудов — кинорежиссер, коммунист..

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Босилеград

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Werner Sölch. Orient-Express. Glanzzeit und Niedergang eines Luxuszuges. — 4. Auflage. — Düsseldorf: Alba Verlag, 1998. — С. 13.

Һылтанмалар үҙгәртергә