Дилмөхәмәтова Шәүрә Ишмулла ҡыҙы

Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы (23 сентябрь 1961 йыл) — театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1983—1989, 1990—1994 йылдарҙа һәм 2002 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

23 сентябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (62 йәш)

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19832013

Театр:

Мәжит Ғәфури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)

Сайт:

http://bashdram.ru/troupe/dilmuxametova.html

Биографияһы үҙгәртергә

Дилмөхәмәтова-Әхмәдуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы 1961 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Әсәһе Әнисә Дилмөхәмәтова — артист һәм драматург. Атаһы Ишмулла Дилмөхәмәтов — йырсы һәм ҡурайсы. Мәктәпте тамамламаҫ борон уҡ Шәүрә Ишмулла ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек бүлегендә уҡый башлай һәм бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ юғары уҡыу йортона инә. 1983 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Рифҡәт Исрафилов) тамамлай. Институтты тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай.

Спектаклдәрҙәге ролдәре үҙгәртергә

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклендә Зөбәржәт, М. Ғиләжевтең «Һөйәм, һағынам» спектаклендә — Бибибаныу, С. Әбүзәрҙең «Хыялый»ында Шәрифә, «Шамбала» спектаклендә Туяна, Клара («Мәмерйә», Ғ. Шафиҡов), Варька («Бесталанная», Карпенко-Ҡарый), Анна («Ричард III», В. Шекспир), Фәйрүзә («Айғырыңды биреп тор!», Р. Кинйәбаев), Хәҙисә («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәгем», С. Айытматов), Ҡафия («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», М. Кәрим), Люся («Әсәйем, рапорт бирәм!»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)

Һылтанмалар үҙгәртергә