Джебель-Баркал

Судандағы тәбиғәт ҡомартҡыһы

Джебель-Баркал (ғәр. جبل بركل‎ — Dschabal Barkal, боронғо мысыр. ḏw wˁb — «Изге ҡая») — Борон Нубия тип аталып йөрөтөлгән Судандың төньяҡ өлөшөндә, Нилдың бер бөгәлендә урынлашҡан 98 метрлыҡ ҡая.

Джебель-Баркал
ғәр. جبل البركل
Рәсем
Дәүләт  Судан[1]
Административ-территориаль берәмек Северный штат[d]
Урын Нубия[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 287 метр
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Майҙан 121 гектар,
40 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d], (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d]
Карта
 Джебель-Баркал Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем 1450 йылда Мысыр фирғәүене Тутмос III үҙенең империяһын ошо төбәккә тиклем киңәйтә һәм Джебель-Баркалды үҙенең көньяҡ сиге тип иҫәпләй. Унда ул Напат ҡалаһы эргәһендә үҙенең кампанияһын үткәрә һәм 300 йылдан һуң ул бойондороҡһоҙ Куш короллегенең баш ҡалаһы булып китә. Пийе династияһының 25-се быуындағы Нубия батшаһы Яңы Батшалыҡтың Амон ҡорамын һиҙелерлек ҙурайта һәм ҡалала 20-се йылдағы еңеү стелаһын урынлаштыра.

Емереклектәр үҙгәртергә

Джебель-Баркал тирәләй емереклектәр 13 ҡорамды һәм 3 һарайҙы үҙ эсенә ала һәм был хаҡта беренсе тапҡыр 1820 йылда Европа тикшеренеүселәре яҙып сыға. 1862 йылда өсөнсө арауыҡ осоронан биш яҙма мысыр офицеры тарафынан табыла һәм Каир музейына килтерелә, әммә бары тик 1916 йылда ғына Дж. Э. Рейснер етәкселегендә системалы тикшереү башлана.1970 йылдарҙан ҡаҙыныуҙарҙы Ла Сапиенца Рим университетының Серджио Донадони етәкселегендәге тикшеренеүселәре алып барһа, 1980 йылдарҙа был эшкә Бостон музейының Тимоти Кендалла етәкселегендәге төркөмө килеп ҡушыла. 2003 йылда Джебель-Баркал ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары иҫәбенә индерелә.

Пирамидалар үҙгәртергә

Джебель-Баркал пирамидалары беҙҙең эраға тиклем III быат менән билдәләнә[2].

Bar. 1 Беҙҙең эраға тиклем I быуат фирғәүене.
Bar. 2 Фирғәүен Теритекас (беҙҙең эраға тиклем 29-25 йылдар)
Bar. 4 Батшабикә Аманирена (?) (Беҙҙең эраға тиклем I быуат)
Bar. 6 Королева Навидемак (беҙҙең эраға тиклем I быуат)
Bar. 7 Фирғәүен Сабракамани (?) (Беҙҙең эраға тиклем III быуат)
Bar. 9 Фирғәүен йәки батшабикә, беҙҙең эраның II быуаты башы.
Bar. 11 Фирғәүен Актисанес йәки Ариамани (беҙҙең эраға тиклем III быуат)
Bar. 14 Фирғәүен Актисанес йәки Ариамани (беҙҙең эраға тиклем III быуат)
Bar. 15 Фирғәүен Каш (?) (Беҙҙең эраға тиклем III быуат)

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. László Török, The kingdom of Kush: handbook of the Napatan-Meroitic Civilization

Һылтанмалар үҙгәртергә