Дегтярёв Александр Николаевич

Рәсәй ғалимы һәм сәйәсмәне

Дегтярёв Александр Николаевич (8 апрель 1952 йыл) — ғалим һәм сәйәсмән, юғары мәктәп эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1985), иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Петр фән һәм сәнғәт академияһының ғәмәли ағзаһы, Дәүләт Думаһы Мәғариф буйынса комитетының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Федерацияһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Дегтярёв Александр Николаевич
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Петров, Иҫке Петров ауыл Советы, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, иҡтисадсы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эшмәкәрлек төрө иҡтисад, иҡтисад һәм Мәғариф
Эш урыны Дәүләт думаһы
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми исеме профессор[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d] һәм техник фәндәр кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d] һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Дегтярёв Александр Николаевич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Николаевич Дегтярёв[1] 1952 йылдың 8 апрелендә Башҡорт  АССР-ының Бөрө районы Иҫке Петров ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа.

1968 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм Өфө авиация институтының авиадвигателдәр факультетына уҡырға инә. Институтты 1973 йылда тамамлай һәм вузда комсомол эшендә ҡала, НИС инженеры була.

1985 йылда Александр Николаевич — техник фәндәр кандидатлығына, 2001 йылда «XIX—XX быуаттарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең институциональ нигеҙҙәре» (Башҡортостан өлгөһөндә) темаһына «иҡтисад фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

19871990 йылдарҙа Өфө авиация институтында өлкән уҡытыусы, доцент була, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй.

1990 йылдан алып Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында: 2011 йылға тиклем ректор, бер үк ваҡытта социаль-мәҙәни сервис һәм туризм иҡтисады кафедраһы, 2005 йылдан иҡтисад теорияһы һәм донъя иҡтисады кафедраһы мөдире.

А. Н. Дегтярёв Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2012) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була.

2011 йылда А. Н. Дегтярёв Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты, унан һуң депутаттар этикаһы мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе була. 2014 йылдан башлап Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһын башҡара.

2015 йылдың 27 апрелендә ректор һайлауҙа етерлек тауыш йыя алмай.

«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе.

Александр Николаевич Дегтярёв — 160-тан ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография, 13 уҡыу әсбабы авторы.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Өйләнгән, дүрт балаһы бар[2].

  • Ҡатыны — Ленара Ринатовна Дегтярёва (ҡыҙ фамилияһы Фәйзуллина). Улы Кирилл Александрович Дегтярёв (1987 — 01.07.2002) — Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә һәләк була. Балалары — Эдуард (1998), Филипп (2002), Сәйҙә (2004), Арианна (2009).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).
  • «Өфө ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» почетлы билдәһе (2002).
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2002).
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2007).
  • «Конверсия институтов. Начала теории» монографияһы өсөн «Экономическая книга года — 2020» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаты[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в республике Башкортостан». Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года.
  2. Учетная карточка паспортного стола г. Уфы, свидетельства о рождении детей, свидетельство о браке
  3. Книга ученого из Башкирии стала лауреатом всероссийской премии «Экономическая книга года»

Һылтанмалар үҙгәртергә