Дворник Александр Александрович

рәссам, педагог, йәмәғәтсе

Дворник Александр Александрович (22 сентябрь 1950 йыл4 сентябрь 2020 йыл) — рәссам, педагог, йәмәғәтсе. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы рәссамы. 1974—1999 йылдарҙа Өфөләге 3-сө балалар художество мәктәбе директоры. 1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).

Дворник Александр Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 сентябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (69 йәш)
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө рәссам
Жанр пейзаж[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Александрович Дворник 1950 йылдың 22 сентябрендә Өфөлә тыуған.

1979 йылда Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институтының (Түбәнге Тагил дәүләт социаль-педагогия академияһы) художество-графика факультетын тамамлай. Һүрәтте реализм стилендә төшөрә.

1974—1999 йылдарҙа Өфөлә 3-сө балалар художество мәктәбе директоры булып эшләй. 1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе була.

Рәссамдың картиналары Башҡорт дәүләт художество музейы, С. Т. Аксаковтың йорт-музейы, Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Абрамцево» музей-ҡурсаулығы, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмалар коллекцияларында һаҡлана.

Александр Александрович Дворник 2020 йылдың 4 сентябрендә Өфөлә вафат булды[1].

Ижады үҙгәртергә

С. Т. Аксаковтың әҫәрҙәре мотивтары буйынса картиналары: «Детство в Багрове» (1981), «Аксаково. Пруд» (1984), «Дожди смывают жёлтый лист» (1988).

Картиналар полотнолары «Крепостной Зилаир» (1995), «Сакмар» (1997), «У подножья Шайтан-Тау» (2000).

Пейзаждар серияһы «Иртә» (1994), «Көҙгө таңдар» (1998).

«Салауат ере» эштәр циклы («Первоцвет», «Үләндәр моңо», «Йүрүҙән»; 2002).

Күргәҙмәләр үҙгәртергә

Александр Александрович Дворник 1974 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләрее Өфөлә (1987, 1991), Камо ҡалаһында (Әрмәнстан, 1990), «Абрамцево» музей-ҡурсаулығында (1998), Белорет ҡалаһында (2002) үтә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә