Даниэла Вега Эрнандес (ингл.Vega Daniela Hernández; 3 июнь 1989 йыл; Сан-Мигель, Сантьяго, Чили) — Чили актрисаһы һәм йырсыһы (меццо-сопрано)[4][5]. Ул айырыуса «Оскар» бүләгенә лайыҡ булған «Фантастическая женщина» фильмындағы ҡатын-ҡыҙ роле менән билдәле[6][7]. Вега Оскар премияһының 90-сы тапшырыуы тантанаһында 2018 йылда тарихта беренсе сығыш яһаусы транссексуал кеше була. 2018 йылда «Time» журналы уны донъялағы 100 иң абруйлы кешеләрҙең береһе тип атай[8].

Даниэла Вега
исп. Daniela Vega Hernández
Рәсем
Зат транс-женщина[d][1][2]
Гражданлыҡ  ba
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Daniela Vega Hernández
Тыуған көнө 3 июнь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[3] (34 йәш)
Тыуған урыны Сан-Мигель[d], Сантьяго[d], Сантьяго, ba
Атаһы Igor Vega[d]
Әсәһе Sandra Hernández[d]
Туған тел Испан теле
Һөнәр төрө актёр, яҙыусы, модель, стилист, опера йырсыһы
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Ойошма ағзаһы Академия кинематографических искусств и наук[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 106 830
 Даниэла Вега Викимилектә

Бала сағы үҙгәртергә

Вега 1989 йылдың 3 июнендә Сантьяго, Чили, Сан-Мигелдә тыуа. Ул Игор Алехандро Вега Иностроз (ингл. Igor Alejandro Vega Inostroza) һәм Кармен Эрнандес де ла Куадра (ингл. Sandra del Carmen Hernandez de la Cuadra) ғаиләһендә беренсе бала була[9]. Һигеҙ йәшендә Вега үҙенең оләсәһенән опера йырына өйрәнә башлай[10][11]. Үҫкәс, ул малайҙар өсөн мәктәпкә йөрөй, унда уның өҫтөнән мыҫҡыллап көләләр[12][13]. Был йәштә үҙенең трансгедер ҡатын-ҡыҙ икәнен аңлай, һәм уның күсеше башлана[14][15]. Шул ваҡытта Чилиҙа консерватив ҡараштарға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе һәм уның кесе тғаны Николас уны хуплай[16][17]. Күсеүҙе башҡарғандан һуң, ул транссексуал ҡатын-ҡыҙ булып, мөмкинлектәр юҡлығы арҡаһында депрессиянан ныҡ ыҙалай.[18][19], ләкин ата-әсәһе уға ярҙам итә, атаһы уға матурлыҡ мәктәбенә барырға, һуңынан театр мәктәбенә барырға идея бирә[20].

Карьераһы үҙгәртергә

2011—2017: иртә ролдәре үҙгәртергә

Мартин де ла Парраның «Ҡатын-ҡыҙ-күбәләктәр» («La mujer Марипоса») пьесаһының постановкаһын төҙөгән саҡта, автор һәм режиссёрҙар Веганы, уның шәхси тәжрибәһе арҡаһында, сәхнәлә трансгедерлыҡ мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итә[21]. Буласаҡ постановкала уның ҡатнашыуы уны йондоҙ яһай. Уның йырлау мөмкинлеге лә булған был пьеса Сантьягола һигеҙ йыл дауамында үтә. Был ваҡыт эсендә ул күп һанлы пьесаларҙа ҡатнаша, бигерәк тә «Мигранте» («Migrante»)[22][23]. 2014 йылда Мануэл Гарсианың билдәле «Мария» йырының музыкаль видеоһында ҡатнашҡандан һуң, Веганың репертуары ҙур аудитория өсөн киңәйә. Йыр һәм музыкаль видео гомосексуал кешеләр араһында үҙ—үҙҙәренә ҡул һалыуҙарҙы булдырмау йәмғиәте менән хеҙмәттәшлектә ойошторола, уның маҡсаты үҙ-үҙенә шундай ҡул һалыуҙарҙы булдырмаҫҡа һәм мәғлүмәтлелекте арттырырға ярҙам итеү була[24]. Ул 2014 йылда беренсе тапҡыр «Визит» («La Visita») исеме аҫтында драмала экранға сыға, унда атаһын иҫкә алыу көнөндә транс-ҡатын-ҡыҙҙы уйнай[25][26].

67-се Халыҡ-ара Берлин кинофестивале режиссёр Себастьян Лелионың «Фантастик ҡатын-ҡыҙ» фильм сығыуы менән билдәләнә ,[6]. Фильм Марина (Вега башҡарыуында) һәм Орландо (Франциско Рейес башҡарыуында) тарихын һөйләй, унда Марина өлкән йәштәге иргә ғашиҡ була һәм уның менән киләсәген планлаштыра. Орландо үлеп ҡалғас, Марина үҙен фантастик ҡатын икәнен күрһәтер өсөн ғаилә һәм йәмғиәт менән осрашырға һәм яңынан көрәшергә мәжбүр була[27]. Тәнҡитсе Гай Лодж Varietyөсөн үҙ күҙәтеүендә Веганың эшен маҡтай[27]. Уның исеме Оскарға номинацияла иң яҡшы актриса булараҡ телгә алына[28][29][30] Ул Палм-Спрингста Халыҡ-ара кинофестивалендә сит телдә фильмдағы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн сығыш яһағаны өсөн бүләкләнә[31]. «Фантастик ҡатын-ҡыҙ» сит телдә иң яҡшы фильм өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була, шулай уҡ Вега 2018 йылда Оскар премияһын тапшырыу тантанаһында сығыш яһаусы берҙән-бер транссексуал була[32][33].[34]

2018 йылда Веганың даими Netflix «Tales of the City» мини-сериалында уйнаясағы тураһында иғлан ителә[35].

Фильмографияһы үҙгәртергә

Фильмдары үҙгәртергә

Исеме Йыл Роль Режиссёр Комментарий Һылтанмалар
«Гость» 2014 Елена Маурисио Лопес Фернандес Оригинальное название: La Visita
«Фантастическая женщина» 2017 Марина Видаль Себастьян Лелио Оригинальное название: Una mujer fantástica
«Июльское воскресенье в Сантьяго» 2017 Памела Гопал һәм Вишну Ибарра Оригинальное название: Un domingo de julio en Santiago

ТВ үҙгәртергә

Исеме Йыл Ролдәре Канал Комментарий Һылтанмалар
«Tales of the City» 2019 Исела (Ysela) Netflix Эпизодик ролдәре [36]
«The Pack/исп. La jauría» 2019 Элиза Мурильо TVN Төшкән [37]

Наградалары үҙгәртергә

Йыл Бүләге Номинацияланған эше Категория Һөҙөмтәһе Ссылки
2015 17èmes Rencontres du Cinéma sud-américain «Гость» Иң яҡшы актриса Еңеүсе
2017 Film Festival Lima PUCP «Фантастическая женщина» Иң яҡшы актриса Еңеүсе
Premio iberoamericano de cine Fénix Иң яҡшы актриса Еңеүсе
Гавана кинофестивале/Havana Film Festival Иңы яҡшы актриса Еңеүсе
2018 Palm Springs Film Festival Сит телдәге фильмда иң яҡшы актриса Еңеүсе
Dorian Awards Йылдың иң яҡшы перформансы — актриса Номинация
Актриса үҙе Күтәрелеүсе йондоҙ Номинация
International Cinephile Society Awards «Фантастическая женщина» Иң яҡшы актриса Номинация
Caleuche Awards Иң яҡшы актриса Еңеүсе
Platino Awards Иң яҡшы актриса Еңеүсе

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://time.com/5186869/daniela-vega-oscars-2018/
  2. (unspecified title) — 2018.
  3. Daniela Vega // ČSFD (чеш.) — 2001.
  4. Amy Mackelden. Daniela Vega Is the First Openly Trans Person to Present at the Oscars (билдәһеҙ). Harper's BAZAAR (2 март 2018). Дата обращения: 24 март 2019.
  5. Londoño, Ernesto. Oscar for ‘A Fantastic Woman’ Bolsters Chile Gender Identity Bill (en-US), The New York Times (5 март 2018). 24 март 2019 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 Gilbey, Ryan. A Fantastic Woman review – timeless trans tale stands alongside Almodóvar (en-GB), The Guardian (14 февраль 2017). 24 март 2019 тикшерелгән.
  7. Nevins, Jake. A Fantastic Woman wins best foreign language film at Oscars 2018 (en-GB), The Guardian (5 март 2018). 24 март 2019 тикшерелгән.
  8. Daniela Vega: The World’s 100 Most Influential People (англ.). Time. Дата обращения 24 марта 2019.
  9. Daniela Vega: historia de protagonista de Una mujer fantástica | Tele 13. web.archive.org (5 марта 2018). Дата обращения 24 марта 2019.
  10. Meet Daniela Vega, the Trans Star of the Oscar-Nominated 'A Fantastic Woman'. www.out.com (29 ғинуар 2018). Дата обращения: 24 март 2019.
  11. Meet the Transgender Actress Who Could Win an Oscar. W Magazine. Дата обращения: 24 март 2019.
  12. Meet Daniela Vega – actress, singer and the first ever transgender presenter at the Oscars. inews.co.uk (28 февраль 2018). Дата обращения: 24 март 2019.
  13. Daniela Vega, the transgender who conquered Hollywood. gulfnews.com. Дата обращения: 24 март 2019.
  14. Meet Daniela Vega, the Trans Star of the Oscar-Nominated 'A Fantastic Woman' (англ.). www.out.com (29 January 2018). Дата обращения 24 марта 2019.
  15. Kaleem Aftab. Meet Daniela Vega — actress, singer and the first ever transgender presenter at the Oscars 
  16. Daniela Vega, the transgender who conquered Hollywood 
  17. Meet Daniela Vega, The Transgender Chilean Woman Who Conquered Hollywood. News18. Дата обращения: 24 март 2019.
  18. 'Art saved my life': Daniela Vega on Oscar-winning 'A Fantastic Woman'. Time Out London. Дата обращения: 24 март 2019.
  19. Meet Daniela Vega, The Star Of Oscar-Nominated Film 'A Fantastic Woman'. Romper. Дата обращения: 24 март 2019.
  20. Kaleem Aftab. Meet Daniela Vega — actress, singer and the first ever transgender presenter at the Oscars
  21. Jonathan Romney. Daniela Vega: the transgender star lighting up the film industry. the Guardian (18 февраль 2018). Дата обращения: 24 март 2019.
  22. Daniela Vega's Winding Path to Acting. www.backstage.com (31 ғинуар 2018). Дата обращения: 24 март 2019. 2017 йыл 12 август архивланған.
  23. Estreno de danza en GAM: El cuerpo que migra bailando. www.radiodemente.cl. Дата обращения: 24 март 2019. 2017 йыл 12 август архивланған.
  24. Daniela Vega y su protagonismo en clip de Manuel García. Zero 97.7 (7 март 2018). Дата обращения: 24 март 2019. 2019 йыл 24 март архивланған.
  25. Jonathan Romney. Daniela Vega: the transgender star lighting up the film industry. the Guardian (18 февраля 2018). Дата обращения 24 марта 2019
  26. 10 claves de 'María', el nuevo video de Manuel García. mqltv.com. Дата обращения: 24 март 2019. 2017 йыл 12 август архивланған.
  27. 27,0 27,1 Guy Lodge, Guy Lodge. Film Review: ‘A Fantastic Woman’ (англ.). Variety (12 February 2017). Дата обращения 24 марта 2019.
  28. Patrik Sandberg. Meet the Transgender Actress Who Could Win an Oscar (англ.). W Magazine. Дата обращения 24 марта 2019.
  29. Oscars: Why Daniela Vega’s «Transformative Performance» in 'A Fantastic Woman' Deserves a Nom (Guest Column)
  30. Tyler Trykowski, Fran Tirado. An Oscar Nomination for Daniela Vega Would Make Trans Hollywood History 
  31. A Fantastic Woman | Palm Springs International Film Festival. 
  32. News. Daniela Vega at the Oscars Is a Win for the LGBTQ and Latinx Communities. Fuse. Дата обращения 24 марта 2019.
  33. Transgender Actress Daniela Vega to Make History By Presenting at the Oscars 
  34. Daniela Vega makes Oscars history as first openly transgender presenter (англ.). The Independent (5 March 2018). Дата обращения 24 марта 2019.
  35. Netflix’s 'Tales of the City' Welcomes Back Paul Gross, Fills Out Cast (англ.). The Hollywood Reporter. Дата обращения 24 марта 2019.
  36. Jude Dry, Jude Dry. ‘Armistead Maupin’s Tales of the City’: Netflix Spotlights Trans Talent As Daniela Vega & Jen Richards Join Cast (ингл.). IndieWire (16 октябрь 2018). Дата обращения: 25 март 2019.
  37. 'A Fantastic Woman's' Daniela Vega to Star in Drama Series 'The Pack' (ингл.). The Hollywood Reporter. Дата обращения: 25 март 2019.