Гәүһәрхан-солтан (тур. Gevherhan Sultan[1]), шулай уҡ Гәүһәр-хатун (төр. Gevher Hatun) йәки Гәүһәр-солтан (төр. Gevher Sultan; 1455 йылға тиклем, Әдирнә — 1477 йылдан һуң, Истанбул) — ғосман солтаны Мәхмәт II Яулап алыусы һәм уның ҡатыны Гөлбаһар-хатундың ҡыҙы. Аҡ Ҡуйлылар династияһынан принцҡа кейәүгә бирелә.

Гәүһәр-хатун
төр. Gevher(han) Sultan
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Ғосман империяһы
Титул шаһбикә[d]
Тыуған көнө 1460
Тыуған урыны Әдирнә, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 1514
Вафат булған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Ерләнгән урыны Фәтих мәсете
Атаһы Мәхмәт II
Әсәһе Эмине Гюльбахар-хатун[d]
Бер туғандары Баязид II[d]
Нәҫеле Ғосмандар[d]
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы

Биографияһы үҙгәртергә

Гәүһәр Әдирнәлә тыуа һәм ғосман солтаны ғосман солтаны Мәхмәт II Яулап алыусының кәнизәк Гөлбаһар-хатундан — Трабзондан понтий грегы, төрөк, албан, серб, йәки славянка сығышлы ҡатындан [2] тыуған ике ҡыҙҙың береһе. Гәүһәрҙең тыуыу датаһы билдәһеҙ, әммә 1455 (йәки 1456 йылда) йылда уның әсәһе улы Баязид менән санжакҡа ебәрелә; шулай итеп, Гәүһәр һәм уның һеңлеһе 1455/1456 йылға тиклем тыуа[3]. Унан тыш Гәүһәрҙең Айше һәм исеме билдәһеҙ тағы бер һеңлеһе була[2], шулай уҡ дүрт ағаһы була, уларҙың береһе буласаҡ солтан Баязид II— моғайын, Гәүһәр-хатундың бер туған ағаһы[2][1]. Икенсе бер туған ҡустыһы булып шаһзада Мостафа була, уның әсәһе тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр юҡ, бынан тыш шаһзада ул тере саҡта үлеп ҡала[4].

1474 йылда Гәүһәр-хатун династия йәһәтенән Аҡ Ҡуйынлылар династияһынан хаким Оҙон-Хәсәндең улы принц Уғырлы Мәхмүт-бейгә кейәүгә бирелә. Был никахтан тыуған балалар һаны билдәһеҙ: Топкапы музей яҙыу-һарайында Гәүһәр-хатундың Мәхмүт-бейҙән улы тип Мәхмүт-челеби атала[5]; Лесли Пирс Гәүһәр менән Мәхмүттең улы тип Гёдек Әхмәтте (1476—1497) атай, ул шулай уҡ Гәүһәр -хатундың ҡыҙ туғаны — солтан Баязид II ҡыҙы Айнишаһ- солтан менән никахлаша[6].

Гәүһәр-хатундың ире, Уғырлы Мәхмүт -бей Шираздың хакимы вазифаһын биләй. Атаһы Оҙон-Хәсәндең хакимлығының һуңғы йылдарында ул, туғаны Мәҡсүт, Бағдад губернаторы, Рох губернаторы ағаһы Увейс ярҙамы менән, йыш ҡына буйһонмаусанлыҡ күрһәтә. Бер аҙҙан улы тыуғандан һуң Гәүһәр-хатун тол ҡала: 1476—1477 йылдың ҡышында Мәхмүт-бей бер туған ҡустыһы Хәлил һәм уның яҡлыларға ҡаршы сыҡҡанда алышта һәләк була. Гәүһәрҙең улы, Әхмәт Гедек, 1497 йылда Аҡ Ҡуйынлылар тәхетен баҫып ала, әммә уның идара итеүе ҡыҫҡа була: ул көслө үҙәкләштерелгән дәүләт төҙөүгә йөүнәлтелгән реформалар башлай, әммә ете айҙан һуң феодалдарға ҡаршы көрәштә һәләк була[7]. Гәүһәр-хатундың үҙенең вафат булған датаһы билдәһеҙ, әммә ул иренән оҙағыраҡ йәшәй һәм көндәрен Истанбулда атаһының йәки ҡустыһының һарайында тамамлай[8].

Гәүһәр-хатун шиғриәт менән мауыға, үҙе лә шиғырҙар яҙа һәм шағирәләргә ярҙам итә. Һәр хәлдә авторы Гәүһәр-хатун тип иҫәпләнгән бер нисә шиғыры (Kutlu Sultan, Kutlu Belde) билдәле[9].

Мәҙәниәттә үҙгәртергә

Гәүһәрхан-солтан төрөк «Фатих[tr]» телесериалында (2013) персонаж булып тора; ролде Ханде Сорал[10] башҡара.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә