Гулиев Рамил Эльдар оглы

Гулиев Рамил Эльдар оглы - (рус. Рами́ль Эльда́р оглы́ Гули́ев; әзерб. Ramil Eldar oğlu Quliyev; 29 май 1990 йыл) — әзербайжан сығышлы төрөк еңел атлеты, спринтер, 60 һәм 200 метр дистанцияла Әзербайжан һәм Төркиәнең рекордсыһы. Төркиәнең беренсе еңел атлеты һәм был спортта чемпион булған тәүге әзербайжан кешеһе[5].

Гулиев Рамил Эльдар оглы
әзерб. Ramil Eldar oğlu Quliyev
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Төркиә
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Төркиә
Тыуған көнө 29 май 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (33 йәш)
Тыуған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө бегун на короткие дистанции
Масса 80 килограмм[2]
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы бег на 200 метров[d]
Ҡатнашыусы Лёгкая атлетика на летних Олимпийских играх 2008[d], Лёгкая атлетика на летних Олимпийских играх 2020[d][3] һәм Лёгкая атлетика на летних Олимпийских играх 2016 — бег на 200 метров (мужчины)[d][4]
Бейеклеге/буйы 186 сантиметр[2]
 Гулиев Рамил Эльдар оглы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Рамил Эльдар оглы Гулиев 1990 йылдың 29 майында Баҡыла тыуған. Милләте — әзербайжан[6]. Тәүге тренеры - атаһы Эльдар Гулиев булған. Ул вафат булғас, Рәсәй йыйылма командаһында эшләгән Олег Мухин уның менән шөғөлләнә[7]

2010 йылда, Әзербайжан гражданы булған сағында, Гулиев төрөк клубы «Фенербахче (инг.)баш.» менән контракт төҙөй [5]. Был миҙгел уның өсөн бик ауыр булып сыға. Йөрәк өйәнәгенән[8]атаһы һәм тренеры Эльдар Гулиев вафат була, етмәһә үҙе имгәнә[9]. Ошо сәбәптәрҙән Гулиев Барселонала үткәрелгән 2010 йылғы Европа чемпионатында ҡатнаша алмай [10].

2011 йылдың 4 апреленән төрөк гражданлығы алған һәм ҡаҙаныштары Төркиәгә яҙыла. Гулиев һүҙҙәренсә, үҫешкә мөмкинлек тыуҙырылмағанлыҡтан, ул Әзербайжандан китергә мәжбүр була[5]. Рәсәй өсөн сығыш яһау мөмкинлеге лә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында хәл ителеп бөтмәй ҡала[5].

Еңел атлетика федерацияһы уның гражданлығын алмаштырыу ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерә, һәм кәртәләр ҡуя башлай. Ул халыҡ-ара ярыштарҙа шул сәбәпле ҡатнаша алмай, 2012 йылдың Лондондағы Йәйге Олимпия уйындарынан тороп ҡала[5]. Был спортсының үҫешенә кире йоғонто яһай[5]. Етмәһә, Рамиль Гулиев аяғына операция эшләтә[11]

Спорттағы ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Рамиль Гулиев 60 һәм 100 метр [12], 200 һәм 300 метр дистанцияла Әзербайжан һәм Төркиәнең рекордсыһы. Бынан тыш Гулиев 2009 һәм 2015 йылдарҙа Европаның иң яҡшы һөҙөмтәһен күрһәткән.

 
Рамиль Гулиев 200 метрға йүгереү финишында. 2009. Юниорҙар араһында Европа чемпионаты. Нови Сад (Әзербайжан өсөн)

.

Шәхси рекордтары үҙгәртергә

Дата Ваҡиға Ҡала Ваҡыт (с)
13 ғинуар 2012 60 м Сумы, Украина 6,58
6 июль 2017 100 м Бурса, Төркиә 9,97
9 август 2018 200 м Берлин, Германия 19,76
27 июль 2016 300 м Карлстад, Швеция 32,61

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Йыл Ярыш Ҡала Урын Ваҡиға Ваҡыт (с)
Сығыш яһай   Төркиә өсөн
2018 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2018 Берлин, Германия 1 4х100 м 37.98
2018 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2018 Берлин, Германия 1 200 м 19.76
2018 Урта Диңгеҙ уйындары 2018 Таррагона, Испания 2 4х100 м 38.50
2018 Урта Диңгеҙ уйындары 2018 Таррагона, Испания 1 200 м 20.15
2017 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2017 Лондон, Бөйөк Британия 1 200 м 20.09
2017 Ислам теләктәшлекуйындары Баҡы, Әзербайжан 1 100 м 10.06
2017 Ислам теләктәшлекуйындары Баҡы, Әзербайжан 1 200 м 20.08
2016 XXXI Йәйге Олимпияуйындары Рио-де-Жанейро, Бразилия 8 200 м 20.49
2016 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2016 Амстердам, Нидерланды 2 200 м 20.51
2015 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2015 Пекин, Ҡытай 6 200 м 20.11
2015 Бөтә донъя Универсиадаһы Кванджу, Корея 3 100 м 10.16
2015 Бөтә донъя Универсиадаһы Кванджу, Корея 3 200 м 20.59
2014 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2014 Цюрих, Швейцария 6 200 м 20.48
2013 Урта Диңгеҙуйындары Мерсин, Төркиә 2 100 м 10.23
2013 Урта Диңгеҙуйындары Мерсин, Төркиә 2 200 м 20.46
2012 Халыҡ-ара турнир (ябыҡ бинала) Ливьен, Франция 3 200 м 21.05
2012 Сумск өлкәһе чемпионаты (ябыҡ бинала) Сумы, Украина 1 60 м 6.58
Сығыш яһай   Әзербайжан
2009 Юниорҙар араһында Европа чемпионаты Нови Сад, Сербия 1 200 м 20.33[13]
2009 Юниорҙар араһында Европа чемпионаты Нови Сад, Сербия 2 100 м 10.16
2009 Бөтә донъя Универсиадаһы Белград, Сербия 1 200 м 20.04
2009 Халыҡ-ара турнир Истанбул, Төркиә 1 100 м 10.08
2009 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты(бинала) 2009 Турин, Италия 7 60 м 6.67
2009 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2009 Берлин, Германия 7 200 м 20.61
2008 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты (бинала) 2008 Валенсия,, Испания 4 60 м 6.84
2008 XXIX Йәйге Олимпияуйындары Пекин, Ҡытай 5 (квл) 200 м 20.66
2008 Юниорҙар араһында донъя чемпионаты Быдгощ, Польша 5 200 м 21.00
2007 Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале (инг.)баш. Белград, Сербия 1 100 м 10.50[14]
2007 Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале (инг.)баш. Белград, Сербия 1 200 м 20.98[15]
2007 Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты Острава, Чехия 2 200 м 20.72
2006 Юниорҙар араһында донъя чемпионаты Пекин, Ҡытай 7 100 м 10.91

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ramil Guliyev // https://worldathletics.org/athletes/-/14178065
  2. 2,0 2,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
  3. Guliyev finali göremedi
  4. Ramil Guliyev (ингл.) — 2006.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Эльмир Алиев. Господа чиновники, извинитесь перед Рамилем Гулиевым! Haqqin.az (11 август 2017). Дата обращения: 17 август 2017. Архивировано 12 август 2017 года.
  6. Хафиз Ахмедов. Рамиль Гулиев: "Я готов вернуться в Азербайджан". Пер.: Гюльнара Зейналова. Vzglyad.az (11 август 2017). Дата обращения: 17 август 2017. Архивировано 12 август 2017 года.
  7. Наталья Марьянчик. Рамиль Гулиев: “Я хотел выступить за Россию, но помешала бюрократия”[1]
  8. 200 metr məsafəyə qaçışda Türkiyəni dünya çempionu edən Ramil Quliyev kimdir?[2]
  9. Рамиль Гулиев: Это личное, я не хочу раскрывать это в прессе. Apasport.az (4 июль 2011). Дата обращения: 17 август 2017. 2017 йыл 19 август архивланған.
  10. 200 metr məsafəyə qaçışda Türkiyəni dünya çempionu edən Ramil Quliyev kimdir?[3]
  11. Эльмир Алиев. Господа чиновники, извинитесь перед Рамилем Гулиевым![4].
  12. Эльмир Алиев. Азербайджанский легкоатлет Рамиль Гулиев стал призером чемпионата Европы. Day.Az (24 июль 2009). Дата обращения: 17 август 2017. Архивировано 2 март 2017 года.
  13. European Athletics U20 Championships - Novi Sad 2009. U20 200 m Men - Final (ингл.). European Athletics. Дата обращения: 28 август 2017.
  14. European Youth Olympic Festival Beograd - SRB. U18 100 m Men - Final (ингл.). European Athletics. Дата обращения: 28 август 2017.
  15. European Youth Olympic Festival Beograd - SRB. U18 200 m Men - Final (ингл.). European Athletics. Дата обращения: 28 август 2017.

Һылтанмалар үҙгәртергә