Гуго фон Гофмансталь

Гуго фон Гофмансталь(нем. Hugo von Hofmannsthal, 1 февраль 1874, Вена15 июль 1929, Вена янындағы Родаун) — Австрия яҙыусыһы, шағир һәм драматург,  XIX быуат аҙағында —  XX быуат башында Австрия әҙәбиәтендә декадентлыҡ идеяларын сағылдырыусы[1].

Гуго фон Гофмансталь
Hugo von Hofmannsthal

Гуго фон Гофмансталь, 1893
Гражданлығы:

Австрия

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург, шағир

Йүнәлеше:

Декадентлыҡ, символизм

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Немец теле

Дебют:

1890

Биографияһы үҙгәртергә

 
 Гуго фон  Гуфмансталь

Бай австро-йәһүд ломбардсыһы [2] ,  банкир ғаиләһендә тыуған[2], атаһы сығышы менән итальян. Иҫ киткес шәп уҡыған, күп телдәрҙе белгән, китап һөйөүсе гимназист 1890 йылда шиғырҙар яҙып сыға. Шул уҡ йылда  Артур Шницлер, 1891 йылдаГенрик Ибсен һәм Стефан Георге менән таныша һәм уның "Листки искусства" әҙәби төркөмөнә инә. Журнал биттәрендә сәнғәт өсөн тигән идеяны тарата.

Европа буйынса велосипедта күп сәйәхәт иткән. Вена университетында (1895—1898) хоҡуҡ белемен һәм роман филологияһын өйрәнгән (18951898 ). Шницлер менән бергә баш ҡалала 1890 йылда ойошторолған «Йәш Вена» әҙәби түңәрәгенә йөрөгән. 

1898 йылда Гуго Гофмансталь Рихард Штраус менән таныша һәм уның өсөн бер нисә операның («Электра», 1908; «Кавалер розы», 1911; «Ариадна на Наксосе», 1913; «Женщина без тени» 1919 һәм башҡалар) либреттоларын яҙған, 1899 йылдаРильке, 1902 — Рудольф Касснер менән танышҡан. Ул Софокл, Еврипид трагедияларын, Кальдерондың драмаһын, Мольерҙың комедияларын сәхнәгә ҡуйыр өсөн эшкәрткән, күп йылдар танылған режиссёр Макс Рейнхард менән хеҙмәттәшлек иткән.

Беренсе донъя һуғышында интендант вазифаһында хеҙмәт иткән. Һуңынан журналист хеҙмәте менән шөғөлләнгән.

Гуго фон Гофмансталь католик динле йәһүд ҡыҙына өйләнгән[3]. Оло улы үҙ-үҙенә ҡул һалып үлгәндең өсөнсө көнөндә баш мейеһенә ҡан һауыуҙан ҡала ситендәге йортонда вафат булған.

Ижады үҙгәртергә

Австрия һәм Европа символизмының күренекле драматургы, бер нисә  импрессионистик шиғырҙар китабының, әҙәбиәт һәм милли мәҙәниәт тураһындағы күп кенә эссе жанрында яҙылған әҫәрҙәрҙең ( иң билдәлеһе - "Письмо лорда Чандоса", 1902) авторы.  Символист -декадент булараҡ, Гофмансталь үҙен неоромантик тип атаған. Уның әҫәрҙәренә нәфислек, хистәргә бирелеүсәнлек һәм ауыр көсөргәнешлек  хас. Ул үҙе әҫәрҙәренең был сифаттарын йылдар буйы һаҡлап яҙып килә, ә шиғри стиленә музыкаль көйлөлөк хас[1].

Герман Брохтың "Гофмансталь һәм уның эпохаһы"монографияһында (1964) яҙыусының ижады тураһында яҙылған. ХХ быуат башында Гофмансталдең драмалары Рәсәй сәхнәләрендә ( реж.В. Мейерхольд, Ф. Комиссаржевский, Т. А. Марджанишвили , А. Санин) ҡуйылған. Уның әҫәрҙәрен рус теленә  Ю. Балтрушайтис, А. Ремизов, М. Кузмин, В. Куприяновтар тәржемә иткән, спектаклдәрен  Наталья Гончарова, Б. Анисфельд, А. Головин һәм башҡалар биҙәгән.

Авторҙың иң маҡтауға лайыҡлы әҫәре тип уның "Поэт и наше время" (нем. Der Dichter und diese Zeit) китабын һанарға мөмкин. Ул 1907 йылда яҙылған. Унда Гофман үҙенең неоромантизм идеяларын, уларҙың ысынбарлыҡҡа ҡаршылығын  фәлсәфәүи рәүештә нигеҙләгән. Ул шағир өсөн иң мөһиме "кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр һәм уларҙы бәйләүсе хистәр" тигән[1].

Үҙенең ижади идеалдарына Гофмансталь ғүмере буйына тоғро ҡала. Бары 1921-1923 йылдарҙа ғына бер нисә комедия яҙырға маташып ҡарай, тик эшен аҙағына тиклем еткерә алмай.

Драмалары үҙгәртергә

 
Гуго фон Гофмансталь
  • Gestern/ Вчера (1891)
  • Der Tor und der Tod/ Глупец и Смерть (1893)
  • Die Frau im Fenster/ Женщина в окне (1899)
  • Der Tot des Tizian/ Смерть Тициана (1901)
  • Der Abenteurer und die Sängerin/ Авантюрист и певица (1905)
  • Das gerettete Venedig/ Спасенная Венеция (1905, по драме Томаса Отуэя, 1682)
  • Elektra/ Электра (1904, опера Р.Штрауса 1908)
  • Ödipus und die Sphinx/ Эдип и сфинкс (1906)
  • Andreas oder Die Vereinigten/ (1907) — (1927)
  • Jedermann / Имярек (1911)
  • Der Schwierige/ Трудный характер (1921)
  • Das Salzburger grosse Welttheater/ Большой Зальцбургский театр жизни (1922)
  • Der Turm / Башня (1925)

Берләштергән баҫмалары үҙгәртергә

  • Gesammelte Werke. 10 Bde/ Bernd Schoeller (Hrsg.). Frankfurt a.M.: Fischer Taschenbuch Verlag, 1979

рус телендә баҫылған әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Драмы / пер. С. Орловского. М., 1906. («Смерть Тициана», «Безумец и смерть», «Женщина в окне», «Свадьба Зобеиды», «Авантюрист и певица»).
  • Электра / пер. О. Чюминой. СПб., 1907.
  • Дары жизни / пер. О. Чюминой. СПб., 1908.
  • Сказка 672 ночи: [Сб. рассказов] / пер. Оскара Норвежского. СПб.: Соврем. лит., 1908. 111 с. («Приключения маршала фон Базомпьера», «Сказка 672 ночи», «Рыцарская история», «Письмо»). Текст в РГБ
    • Сказка шестьсот семьдесят второй ночи / пер. С. Ошерова // Сказки немецких писателей. Л., 1989. С. 307—322.
  • Приключение маршала. СПб., 1909.
  • Царь Эдип, приспособл. для современной сцены / пер. Т. Щепкиной-Куперник. М.: Изд. С. Рассохина, 1911.
  • Сложный характер. М.: Мысль, 1923.
  • Избранное. М.: Искусство, 1995. (Драмы: «Смерть Тициана», «Глупец и смерть», «Имярек», «Трудный характер», «Большой Зальцбургский театр жизни», «Башня»; проза; стихотворения).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Borchardt R. Rede über Hofmannsthal. — Berlin: Hyperion, 1918.
  • Stefan P. Hofmannsthal. Eine imaginäre Ansprache. — Wien: Wila Wiener Literarische Anstalt, 1924 (Die Wiedergabe, 3. Reihe, Band 2).
  • Broch H. Hofmannsthal und seine Zeit; eine Studie. — München: R. Piper, 1964 (англ. изд. 1984).
  • Mayer M. Hugo von Hofmannsthal. — Stuttgart: Metzler, 1993.
  • Volke W. Hugo von Hofmannsthal in Selbstzeugnissen und Bilddokumenten. — Reinbek: Rowohlt, 1997.
  • König Chr. Hofmannsthal: Ein moderner Dichter unter den Philologen. — Göttingen: Wallstein, 2001.
  • Nicolaus U. Souverän und Märtyrer. Hugo von Hofmannsthals späte Trauerspieldichtung vor dem Hintergrund seiner politischen und ästhetischen Reflexionen. — Würzburg: Königshausen & Neumann, 2004.
  • Wandruszka M.L. Der Abenteurer und die Sängerin. Über Hugo von Hofmannsthal. — Wien: Passagen-Verlag, 2005.
  • Lesniak S. Thomas Mann, Max Rychner, Hugo von Hofmannsthal und Rudolf Kassner: Eine Typologie essayistischer Formen. — Würzburg: Königshausen & Neumann, 2005.
  • Weinzierl U. Hofmannsthal — Skizzen zu seinem Bild. — Wien: Zsolnay, 2005, Google Book.
  • Junk A. `Andreas oder Die Vereinigten` von Hugo von Hofmannsthal - eine kulturpsychoanalytische Untersuchung. — Hannover: Impr. Henner Junk, 2015, Google Book.
  • Nonnenmacher K. Form und Leben zwischen Positivismus und Idealismus. — Romanische Studien, 2015, Nr. 1, S. 171–190.
  • Bohnenkamp K. Briefwechsel mit Marie von Thurn und Taxis-Hohenlohe 1903-1929 / Hugo von Hofmannsthal. Rombach-Verl., Freiburg 2016, ISBN 9783793098485

Иҫкәртмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Ф.П. Шиллер. Курс Истории Западной литературы. — 1938. — Т. 3. — С. 97-101. — 25 000 экз.
  2. 2,0 2,1 Hugo von Hofmannsthal (нем.)(нем.
  3. Frankfurter Allgemeine: «Geheimnisse eines hinreißend Schwierigen» (нем.)(нем.

Һылтанмалар үҙгәртергә