Грибков Михаил Петрович

Грибков Михаил Петрович (2 сентябрь) 1909 йыл — 14 ғинуар 1964 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1963 йылдарҙа Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1964).

Грибков Михаил Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 август (2 сентябрь) 1909
Тыуған урыны Дыуан ауылы, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 ғинуар 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты
КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы Ленин ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Петрович Грибков 1909 йылдың 2 сентябрендә (яңы стиль буйынса) Өфө губернаһының Дыуан ауылында ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. 1920-се йылдар башында батраклыҡта йөрөй. 1926 йылда район крәҫтиәндәр комитеты уны үҙ иҫәбенә Красноярск эшсе йәштәр мәктәбенә уҡытырға ебәрә. 1928 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, уны Себер крайына башта комсомол, ә һуңынан партия эшенә ебәрәләр.

1934 йылда С. М. Киров исемендәге Омск ауыл хужалығы институтының зоотехника факультетын тамамлай. Омск өлкәһенең Саргат районы Чембракуль итселек-һөтсөлөк совхозында директор урынбаҫары, баш зоотехник булып эшләй.

1937 йылдың йәйендә Омск өлкә ауыл хужалығы идараһының малсылыҡ бүлеге начальнигы итеп раҫлана. 1939 йылда Омск итселек-һөтсөлөк совхоздар тресы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Үҙ теләге менән совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнаша. Һуңынан Красноярскиға Себер хәрби округының сәйәси составы курсына ебәрелә. Курсты тамамлағас, Омск ҡалаһына партия эшенә йүнәлтелә.

1941 йылдың июленән алып 1945 йылдың авгусына тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Үҙе теләп һуғышта ҡатнашып, өс тапҡыр яралана, контузия ала.

Сәләмәтлек торошо буйынса демобилизацияланғандан һуң, Омскигә партия эшенә ҡайта. 1947—1949 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Омск ҡала комитеты секретары. 1949 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты аппаратына эшкә күсерелә.

1949—1952 йылдарҙа — ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы.

1956 йылда Грибков хеҙмәтсәндәр депутаттарының Куйбышев өлкә Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.

Һуңынан 1958 йылдан алып 1960 йылдың ғинуарына тиклем РСФСР Министрҙар Советы аппаратында эшләй.

1960 йылдың ғинуарынан алып 1963 йылдың мартына тиклем — Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары.

1961 йылдың 31 октябренән алып 1964 йылдың 14 ғинуарына тиклем — КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы.

1964 йылдың 14 ғинуарында вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Наградалары үҙгәртергә

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы,
  • «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы,
  • «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн» миҙалы,
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә