Гре́к алфави́ты — грек теленең һәм башҡа грек төркөмө телдәренең алфавиты. Ул даими рәүештә б.э.т. IX быуат аҙағынан йәки б.э.т. VIII быуат башынан ҡулланыла. Грек алфавиты, күрәһең, тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе үҙ эсенә алып улар өсөн айырым билдәләр ҡулланған тәүге алфавит булып тора. Алфавитта 24 хәреф бар, классик дәүергә тиклем ҡайһы бер диалекттарҙа тағы ла бер нисә хәреф — Ϝ, ϝ (дигамма), Ϛ, ϛ (стигма), Ͱ, ͱ (хета), Ϻ, ϻ (сан), Ϙ, ϙ (коппа), Ͳ, ͳ (сампи). Классик грек телендә быларҙың тәүге өсәүе һандарҙы яҙыу өсөн ҡулланылған.

Грек алфавиты

Яҙыу тибы

консонантно-вокалическое письмо

Телдәр

грек

Тарихы
Барлыҡҡа килгән ваҡыты

яҡынса б.э.т. VIII быуат

Осор

хәҙерге заманға ҡәҙәр

Барлыҡҡа килеүе

Финикия алфавиты

Развилось в

Гот яҙыуы, Глаголица, Кириллица, Копт яҙыуы, Әрмән яҙыуы, Этруск алфавиты, Латин алфавиты

Үҙенсәлектәре
Статусы

Греция

Яҙыу йүнәлеше

һулдан уңға

Билдәләр һаны

24 хәреф

ISO 15924

Grek

 Грек алфавиты Викимилектә
Грек алфавиты
Αα Альфа Νν Ню
Ββ Бета Ξξ Кси
Γγ Гамма Οο Омикрон
Δδ Дельта Ππ Пи
Εε Эпсилон Ρρ Ро
Ζζ Дзета Σσς Сигма
Ηη Эта Ττ Тау
Θθ Тета Υυ Ипсилон
Ιι Йота Φφ Фи
Κκ Каппа Χχ Хи
Λλ Лямбда Ψψ Пси
Μμ Мю Ωω Омега
Тарих
Архаик локаль варианттар
Дигамма · Хета · Сан · Цан · Коппа ·
Лигатуралар (ϛ, ϗ, ȣ)
Цифрҙар: (6) · (90) · (900)

Commons

Тарих үҙгәртергә

Грек алфавиты финикия яҙыуы нигеҙендә үҫешкән һәм иртә грек яҙыуы системалары (һыҙыҡлы Б яҙыуы һәм кипр яҙыуы) менән бәйләнмәгән. Яҡынса 55000 боронғо һәм урта быуат грек ҡулъяҙмалары һаҡланып ҡалған[1].

Хәреф атамалары үҙгәртергә

Финикия алфавитының һәр бер хәрефе шул уҡ хәрефтән башланған һүҙ менән аталған. Шул рәүештә беренсе хәреф — алеф («үгеҙ»), икенсе хәреф — бет («йорт»), өсөнсө хәреф — гимель («дөйә») һ. б. тип исемләнгән.

Был хәрефтәрҙе грек телен яҙыу өсөн ҡулланғанда, уларҙың атамалары грек фонологияһы тик аҙ ғына үҙгәртелә. Шулай итеп алеф, бет, гимель хәреф атамалары үҙ мәғәнәләрен юғалтып грек телендә альфа, бета, гамма тип атала башлай. Һуңыраҡ алфавитҡа яңы хәрефтәр өҫтәлгәс йәки булғандары үҙгәртелгәс, уларға мәғәнәле атамалар бирелгән. Мәҫәлән, омикрон һәм омега хәреф атамалары «бәләкәй о» һәм «ҙур о» тип аңлатыла.

Әһәмиәте үҙгәртергә

Яҙманың консонант-вокал формаһы буларыҡ грек алфавитының барлыҡҡа килеүе, айырым билдәләр - хәрефтәр - фонем билдәләре ниндәйҙер фонда аңлауҙы талап итмәй, һәр шәхестең шәхси үҙаллы үҫешенә килтерә, уҙе менән бәйле һәм үҙенә төбәлгән ҡараш, донъяға ҡарашын, донъя төҙөлөшөн аңлауға ышаныслы аҙым яһауға килтерә (Ҡарағыҙ. Havelock E. A. The Literate Revolution in Greece and Its Cultural Consequences. Ptinceton, N.J.:Princeton University Press, 1981

Грек алфавиты Европала һәм Яҡын Көнсығышта киң таралған һәм күпселек донъя илдәренең яҙыу системаларында, шул иҫәптән латин алфавиты һәм кириллица, ҡулланылған күп кенә алфавиттарға нигеҙ булып хеҙмәт иткән.

Телде яҙыуҙан башҡа, грек алфавиты хәрефтәре математикала һәм башҡа фәндәрҙә халыҡ-ара билдәләр булараҡ, шулай уҡ элементар киҫәксәләрҙе, йондоҙҙарҙы һәм башҡа объекттарҙы атағанда ҡулланыла.

Грек алфавиты нигеҙендәге яҙыуҙар үҙгәртергә

Грек яҙыуы Яҡын Көнсығыш, Ҡара диңгеҙ буйы һәм уларға яҡын өлкәләрҙә, мәҫәлән Ҡушан империяһында бактрия, төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡараған ором (төрки-румия), Эпирҙың төрки-грек телдәрен яҙыу өсөн ҡулланылған[2][3]. Кириллица һәм башҡа алфавиттар менән бер рәттән, бынан алдараҡ Грецияның һәм уға яҡын ерҙәрҙең славян диалекттарында, ғағауз һәм арумын телдәрендә ҡулланылған.

СССР гректары менән 1920—1930-сы йылдарҙа грек алфавитының ҡыҫҡартылған варианты ҡулланылған, унда η, ξ, ς, ψ, ω хәрефтәре булмаған. Был алфавитта гәзиттәр һәм китаптар нәшер ителгән.

Хәрефтәр үҙгәртергә

Хәреф Атамаһы Уҡылышы Финикия
өлгөһө
Латин
транслитерацияһы
Һан мәғәнәһе
бор. грек византия хәҙ. грек урыҫ бор. грек хәҙ. грек бор. грек хәҙ. грек
Α α ἄλφα άλφα альфа [a] [aː] [a]   алеф a 1
Β β βῆτα βήτα бета (вита) [b] [v]   бет b bh, b, v 2
Γ γ γάμμα γάμμα
γάμα
гамма [g]/[n] [ɣ], [ʝ]   гимель g gh, g 3
Δ δ δέλτα δέλτα дельта [d] [ð]   делт d dh, d 4
Ε ε εἶ ἒ ψιλόν έψιλον эпсилон [e]   хе e 5
Ζ ζ ζῆτα ζήτα дзета (зита) [dz], һуңыраҡ [zː] [z]   заин z 7
Η η ἦτα ήτα эта (ита) [ɛː] [i]   хет e, ē i 8
Θ θ θῆτα θήτα тета (фита) [tʰ] [θ]   тет th 9
Ι ι ἰῶτα ιώτα
γιώτα
йота [i] [iː] [i], [j]   йод i 10
Κ κ κάππα κάππα
κάπα
каппа [k] [k], [c]   каф c k 20
Λ λ λάβδα λάμβδα λάμδα
λάμβδα
лямбда (лямда) [l]   ламед l 30
Μ μ μῦ μι
μυ
мю (ми) [m]   мем m 40
Ν ν νῦ νι
νυ
ню (ни) [n]   нун n 50
Ξ ξ ξεῖ ξῖ ξι кси [ks]   самех x x, ks 60
Ο ο οὖ ὂ μικρόν όμικρον омикрон [o]   аин o 70
Π π πεῖ πῖ πι пи [p]   пе p 80
Ρ ρ ῥῶ ρω ро [r], [r̥] [r]   реш r, rh r 100
Σ σ ς σῖγμα σίγμα сигма [s]   шин s 200
Τ τ ταῦ ταυ тау (тав) [t]   тав t 300
Υ υ ὖ ψιλόν ύψιλον ипсилон [y], [yː]
(иртәрәк [u], [uː])
[i]   вав u, y y, v, f 400
Φ φ φεῖ φῖ φι фи [pʰ] [f] барлыҡҡа
килеүе
билдәһеҙ
ph ph, f 500
Χ χ χεῖ χῖ χι хи [kʰ] [x], [ç] ch ch, kh 600
Ψ ψ ψεῖ ψῖ ψι пси [ps] ps 700
Ω ω ὦ μέγα ωμέγα омега [ɔː] [o]   аин o, ō o 800

Архаик хәрефтәр үҙгәртергә

Түбәндә күрһәтелгән хәрефтәр классик грек алфавитына кермәй, әммә уларҙың өсәүһе (дигамма, коппа, сампи) грек иҫәпләү системаһында, ә икәүһе (коппа һәм сампи) хәҙерге ваҡытта ла ҡулланыла (дигамма Византия империяһы осоронда стигма менән алыштырыла. Ҡайһы бер архаик грек диалекттарҙа барлыҡ был хәрефтәрҙең өнлө мәғәнәһе булған һәм улар һүҙҙәрҙе яҙғанда ҡулланылған.

Хәреф Финикия
өлгөһө
Атамаһы Латин
транслитерацияһы
Әйтелеше Һан мәғәнәһе
урыҫ архаик классик
 
 * (варианттар)
  Вав дигамма
(вав)
ϝαῦ δίγαμμα w [w] 6
    хет хета ἧτα ἧτα h [h] -
    цаде[4] сан ϻάν σάν s [s] -
  цан ś [ts] < *kw
 
 * (варианттар)
  коф коппа ϙόππα κόππα q [k] 90
 
 * (варианттар)
  цаде сампи - σαμπῖ ss [ts], [sː], [ks], 900

* Был символдар күпселек компьютерҙарҙа дөрөҫ күренмәй, сөнки улар тик яңыраҡ ҡына Юникодҡа индерелгәндәр[5].

  •   — дигамма варианты, «памфилий дигаммаһы»
  •   — «цан». «Памфилий дигаммаһы»н хәтерләтә. Бик һирәк осрай, аркадий-крит диалектында яҙылған бер генә яҙма буйынса билдәле. Ғәҙәттә «сан» нигеҙендәге төбәк варианты тип иҫәпләнә. Протогрек */kʷ/ урынына ҡулланыла; [ts] йәғни [tʃ] тип аңлатыла. Башҡа диалекттарҙа уға /t/ йәки /s/ тура килә.
  •   — «архаик сампи»

Башҡа телдәр өсөн ҡулланылған хәрефтәр үҙгәртергә

Ҡайһы бер саҡтарҙа, мәҫәлән грек алфавитын грек теленән айырлған телдәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылғанда, өндәрҙе сағылдырыу өсөн уға өҫтәмә хәрефтәр индерелгән. Ваҡыт үтеү менән был осраҡтарҙа йыш ҡына айырым алфавиттар (мәҫ. этруск, копт йәки кириллица) барлыҡҡа килгәндәр. Әммә һирәк ҡайһы саҡта алфавит нигеҙҙә грек булып ҡалған һәм был осраҡта тейешле хәрефтәр киңәйтелгән грек яҙыуының бер өлөшө булараҡ иҫәпләнергә мөмкин.

Хәреф Финикия
өлгөһө
Тел Атама Латин
транслитерацияһы
Әйтелеше Һан
мәғә-
нәһе
урыҫ урындағы хәҙерге
    цаде бактрия шо - σω sh - -

Айырым осраҡтар үҙгәртергә

Төрлө ваҡытта грек алфавитында фонемалар йәки аллофон /j/ булған, төрлө сәбәптар арҡаһында уларҙы айырым билдә менән яҙыу зарурлығы юғала. XIX быуатта ғына, һуңғы алмашыныуҙарҙы аңлау өсөн, ғалимдар боронғо грек алфавиты фонемаларын тергеҙә.

Грек хәрефтәренең кириллик транслитерацияһы үҙгәртергә

Грек хәрефе йәки
уларҙың комбинацияһы
Лат. суррогаты Урыҫ. 1 Урыҫ. 2 Иҫке слав.
α a, ā а а
αι ae э/е е є
αυ au ав/ау ав аѵ
β b б в в
γ g г г
γγ ng нг гг
γκ nc нк гк
γξ nx нкс гѯ
γχ nch нх гх
δ d д д
ε e э/е е є
ει i и і
ευ eu эв/ев/эу/еу ев єѵ
ζ z з з
η ē э/е и и
θ th т ф ѳ
ι i, ī и і
κ c к к
λ l л л
μ m м м
ν n н н
ξ x кс ѯ
ο o о о
οι oe э/е и и
ου u у ѹ
π p п п
ρ r, rh р р
σ,ς s с с
τ t т т
υ y, ȳ и/ю/в и/в ѵ
φ ph ф ф
χ ch х х
ψ ps пс ѱ
ω ō о ѡ
ʽ h г   ҅

Грек лигатураһы үҙгәртергә

Ҡулъяҙмаларҙа һәм баҫмаларҙа грек лигатураһы киң ҡулланыла:

   

Фәндәрҙә ҡулланыу үҙгәртергә

Фәндәрҙә ғәҙәттә тик формаһы буйынса латин хәрефтәренә тап килмәгән хәрефтәрҙе ҡулланалар (таблицала формалары латн хәрефтәренә тап килгәндәре алһыу төҫ менән күрһәтелгән):

Α Β Γ Δ Ε Ζ Η Θ Ι Κ Λ Μ Ν Ξ Ο Π Ρ Σ Τ ϒ Φ Χ Ψ Ω
α β γ δ ε ζ η θ ι κ λ μ ν ξ ο π ρ σ τ υ φ χ ψ ω

Фәндәрҙә шулай уҡ хәрефтәрҙең вариатив формалары ҡулланыла: Υ урынына ипсилон ϒ, θ урынына тета ϑ һ. б.

  • Астрономия: йондоҙлоҡтарҙа иң сағыу йондоҙҙарҙы билдәләү өсөн.
  • Математика: алмашыныусыларҙы, коэффициенттарҙы, константаларҙы, ғәмәлдәрҙе (ҡушыу — Σ, ҡабатлау — П һ. б.) билдәләү өсөн.
    • Геометрия: мөйөштәрҙе, яҫылыҡтарҙы, ҡайһы саҡта фигураларҙы билдәләү өсөн.
  • Физика: күп кенә физик дәүмәлдәрҙе, константаларҙы, элементар киҫәксәләрҙе, нурланыуҙы һ. б. билдәләү өсөн.
  • Химия: органик берләшмәләре исемлегендә бәйләнеш дәржәһен билдәләү өсөн.
  • Биология: заттарҙың төркөмдәге социаль дәрәжәһен билдәләү өсөн.
  • Лингвистика: фонетик транскрипцияла өндәрҙе билдәләү өсөн.

Һандрҙы яҙыу өсөн ҡулланыу үҙгәртергә

Грек хәрефтәре һандарҙы яҙыу өсөндә ҡулланылған. Классик ионик системала алфавиттың тәүге 9 хәрефе 1 алып 9 тиклемге цифрҙарға, артабанғы 9 хәреф 10 ҡабатлаусыға һәм һуңғы 9 хәреф 100 ҡабатлаусыға тура килә. Шунлыҡтан алфавиттың 24 хәрефенә тағы ла өс хәреф — дигамма, коппа һәм сампи өҫтәлә.

Грек иҫәпләү системаһы хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған, әммә ул сикле рәүештә, мәҫәлән китап бүлектәрен рим иҫәпләү системаһы һымаҡ билдәләр өсөн файҙаланыла.

Хәреф Мәғәнә Хәреф Мәғәнә Хәреф Мәғәнә
α 1 ι 10 ρ 100
β 2 κ 20 σ 200
γ 3 λ 30 τ 300
δ 4 μ 40 υ 400
ε 5 ν 50 φ 500
ϝ йәғни ϛ йәғни στ 6 ξ 60 χ 600
ζ 7 ο 70 ψ 700
η 8 π 80 ω 800
θ 9 ϟ 90 ϡ 900

HTML һәм Юникод үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «Грек алфавиты» мәҡәләһе бар