Грахов Николай Леонидович

шағир, тәржемәсе, йырҙар авторы һәм башҡарыусы

Грахов Николай Леонидович (26 ноябрь 1946 йыл) — Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп рус телендә ижад итеүсе балалар шағиры һәм яҙыусыһы, йырсы-шағир (бард), журналист һәм тәржемәсе, 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Бельские просторы» журналының шиғриәт бүлеге мөдире. А. Н. Толстой исемендәге халыҡ-ара (2006), Степан Злобин (2014[2]) һәм Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда «автор йырына» нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Грахов Николай Леонидович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 26 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (77 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Леонидович Грахов 1946 йылдың 26 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1967 йылда автортанспорт техникумының төҙөлөш бүлеген «техник-төҙөүсе» һөнәре буйынса тамамлағас, СССР Ҡораллы көстәренә хәрби хеҙмәткә алына. Әрме сафында хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә була, ярты йыллыҡ мәктәп бөтөрә, элемтәсе (радиомеханик) вазифаһын башҡара. Запасҡа ҡайтарылғас, Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресының 2-се идаралығында техникумда алған һөнәре буйынса хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

1985 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының киске бүлеген «отлично»ға диплом яҡлап тамамлай һәм Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһына эшкә саҡырыла.

Китаптары үҙгәртергә

рус телендә:

  • Я просто здесь живу: Стихи. — Уфа: Башкнигоиздат, 1985.
  • Я живу в Уфе: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1986.
  • Зеленый патруль: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1987.
  • Я буду нефтяником: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1987.
  • Пернатые друзья: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1988.
  • Маленькие помощники: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1989.
  • Пионерский дворец: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1990.
  • Вот это да: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1990.
  • Жили—были в сказке: Стихи для детей. — Уфа: Китап, 1994.
  • Старый дом: Стихи. — Уфа: Китап, 1996.
  • Лошадь Матильда и другие истории: Стихи и сказка для детей. — Уфа: Китап, 2004.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)
  • Сайт журнала «Бельские просторы» 2015 йыл 12 август архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)

Һылтанмалар үҙгәртергә