Гордон шифаханаһы

1887

Иҫтәлекле урын
Санаторий Гордона
Ил Рәсәй флагы
Адрес Таганрог, Фрунзе урамы, 37/39.
Архитектура стиле Эклектика
Төҙөлөшө ???—1887 йылдар

Гордон шифаханаһы — Таганрог ҡалаһында ике этажлы һыу менән дауаланыу бинаһы.

Тарихы үҙгәртергә

Һыу менән дауаланыу урынына (Гордон шифаханаһы) 1896 йылда доктор Н. Г. Диварис нигеҙ һала. Нервы системаһы ауырыуҙары, мәтдәләр алмашыныу ауырыуҙары менән ауырыусылар, хроник сирлеләр, оҙайлы сифилис менән ауырығандар, ревматиктар режим һәм диета менән дауаланыу үтәләр. Дауаханала ҡояш ванналары, массаж, һыу процедуралары һәм дауалау гимнастикаһы менән дауалайҙар, һуңғараҡ — электрофорез, ҡымыҙ һәм кефир менән дә дауалай башлайҙар.

Йәш табип Гордон Давид Маркович Диваристың ярҙамсыһы була. 1905 йылда Гордондар ғаиләһе бөтә шифахананы һатып ала. 1920 йылда шифахана национализациялана, уның элекке эйәһе шифаханала эшләүен дауам итә, вафат булғанға тиклем (1931 йыл) баш табип һәм шифахана директоры вазифаһын биләй. Д. М. Гордон вафат булғандан һуң шифаханаға Гордон исемен бирәләр.

 
Таганрог, санаторий Гордон шифаханаһы, 1917 йылға тиклемге фотография

Шифахана бинаһы үҙгәртергә

Николаевская урамындағы (хәҙерге Фрунзе урамы) бер этажлы флигель 1880-се йылдар аҙағында Алферакинск кварталындағы участкала сауҙагәр С. К. Адабашев аҡсаһына төҙөлә. Һуңғараҡ Маркус Гордон, Г. М. Гордондың атайы, өйө менән күрше участканы һатып ала һәм унда эклектик стилендә ике этажлы бина төҙөтә. Бинаның фронтонын  SANATORIUM тигән яҙыу биҙәп тора. Яңы бина элекке флигель менән үткәүел ярҙамында тоташтырыла. Бинаның йоморайтылған мөйөшлө асимметриялы өс өлөшлө фасады күп һандағы нәфис һылап яһалған биҙәктәр һәм ярымколонналар рәүешендәге биҙәүестәр менән биҙәлгән. Бинаның үҙәк өлөшөнөң дүрт колоннаһы бар. 1887 йылда бинаға икенсе этаж өҫтәп төҙөйҙәр. Бинаның алға сығып торған ике эргә яҡтағы ризалиты бар. Икенсе этаж кимәлендә бинаның ҡушарлы колонналары, геометрик семәрле порталдары бар. Икенсе этажда тәҙрәләр ярым түңәрәк менән тамамланып эшләнгән.

Гордон шифаханаһының ҡымыҙ менән дауалау дауаханаһында 1899 йылда яҙыусы Антон Павлович Чехов дауалана. 1918 йылда йортта округтың хәрби комиссары штабы урынлаша. 1920 йылдан бинала революция музейы һәм Таганрог тыуған яҡты өйрәнеү музейының археология бүлеге эшләй башлай. 30-сы йылдарҙа бинала ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге һәм сан-станция эшмәкәрлек итә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинаны немецтар биләй. Һуғыштан һуң бинаны тағы ла ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге биләй, аҙаҡ —  өлкә физиотерапевтик дауахана.

Хәҙерге торошо үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта бинала Ростов өлкәһе райондары һәм Таганрог ҡалаһы халҡын хеҙмәтләндереүсе дауахана эшләй.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Таганрог. Белешмә. Ростов өлкәһенең инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ департаментының туризмды үҫтереү бүлеге.

Һылтанмалар үҙгәртергә