Гомер һорауы

Боронғо Грецияла яҙылған «Илиада» һәм «Одиссея» эпик поэмаларының авторлығына һәм Гомер шәхесенә ҡараған мәсьәләләр тупланмаһы

Гомер һорауы —  Боронғо Грецияла  яҙылған «Илиада» һәм «Одиссея» эпик поэмаларының авторлығына һәм  Гомер шәхесенә ҡараған  мәсьәләләр тупланмаһы.  Был мәсьәләләр  немец ғалимы   Ф. А. Вольфтың 1795 йылда сыҡҡан «Гомерға пролегоменалар» («Prolegomena ad Homerum»)[1] тигән китабында айырыуса киҫкен күтәрелә.  Был китаптың донъя күреүе антиклыҡ осорон өйрәнеүҙә тәнҡит барлыҡҡа килеүен раҫлай[2]. Вольфҡа тиклем шик белдергән башҡалар ҙа була, улар араһында Джамбаттиста Вико был поэмаларҙы  бер-береһенән кәм тигәндә йөҙ йыл айырыуы һәм уларҙың айырым халыҡ йырҙарынан хасил булыуы тураһында фараз әйтә.

Гомер һорауы
Кем хөрмәтенә аталған Гомер
Төп тема Гомер

«Илиада» менән  «Одиссея»ға хәҙерге заман ысулдарын ҡулланып үткәрелгән тарихи-географик һәм тел анализы уларҙың яҡынса беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта ижад ителгәнен раҫлай, хәйер, уларҙы беҙҙең эраға тиклем IX йәки к VII быуатҡа ҡаратырға тырышыуҙар ҙа бар. Был әҫәрҙәр, моғайын,  Грецияның ионий ҡәбиләләре йәшәгән  Кесе Азия яр буйында йә шул тирәләге берәй утрауҙа яҙылғандыр.  

Төрлө ғалимдар төрлө фекер әйтһә лә, берәү ҙә Гомерҙы буш  (йәки йыйылма) исем тип ҡарамай. Һорауҙың асылы шунда: «Илиада» менән «Одиссея»ны бер  шағир яҙғанмы, әллә улар ике авторҙың әҫәреме? Хәҙерге заман компьютер анализы ике текстың да авторы бер кеше булғанын раҫлаһа ла, һорау асыҡ көйө ҡала.

«Одиссея»ның авторы, йорт-ҡаралтының ентекле һүрәтләнеүенә ҡарап, ҡатын-ҡыҙ булғандыр, тигән версия ла бар  (Самуэль Батлер, Эндрю Долби). Ҡайһы берәүҙәр  Фантасияны (беҙҙең эраға тиклем ~XII быуат) автор тип иҫәпләй, ул  II быуаттан бирле  Троя һуғышы һәм  Одиссейҙың мажаралары тураһындағы хикәйәттәр авторы булараҡ телгә алына килә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә