Гней Помпей Страбон

Гней Помпе́й Страбо́н (лат. Gnaeus Pompeius Strabo; б. э. т. 132 йылдан алдараҡ Италияның Пицен тораҡ пунктында тыуа, — вафаты б. э т. 87 йыл, Рим, Рим республикаһы) — боронғо Рим сәйәси эшмәкәре һәм Помпейҙарҙың плебей нәҫеленән сыҡҡан хәрби начальник, Гней Помпей Бөйөктөң атаһы б. э. т. 89 йылда консул.

Гней Помпей Страбон
лат. Cnaeus Pompeius Strabo
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Боронғо Рим
Римский преномен Гней[d]
Римское родовое имя Pompeius[d]
Римский когномен Страбон[d]
Тыуған көнө б. э. т. 135
Тыуған урыны Пицен[d], Италия
Вафат булған көнө б. э. т. 87
Вафат булған урыны Рим, Римская республика[d]
Үлем сәбәбе инфекционное заболевание[d]
Атаһы Секст Помпей[d][1]
Әсәһе билдәһеҙ[1]
Бер туғандары Sextus Pompeius[d][1]
Хәләл ефете Луцилия[d][1]
Балалары Гней Помпей Великий[d][1], Pompeia[d][1] һәм Pompeia[d][1]
Нәҫеле Помпеи[d]
Древнеримский род Помпеи[d]
Һөнәр төрө политик Древнего Рима
Биләгән вазифаһы народный трибун[d], претор[d], квестор[d], древнеримский сенатор[d][2] һәм консул[d][2]
Эра поздняя Римская республика[d]
 Гней Помпей Страбон Викимилектә

Карьераһын Тит Альбуций етәкселегендә Сардинияла квестуранан башлай (б. э. т. 104 йылдар тирәһендә). 90-сы йылдарҙа Македония провинцияһында претор һәм наместник була. Гней Помпей Союздаштар һуғышы осоронда карьераһы буйынса юғары күтәрелеүгә өлгәшә. Б. э. т. 90 йылда Пицендалегат сифатында ул баш күтәргән италиктарға ҡаршы һуғыш башлай һәм бер нисә еңеүгә өлгәшә. Ошоға бәйле Страбон киләһе йылына консул булып һайлана һәм тотош төньяҡ йүнәлештә командалыҡты үҙ ҡулына алыуға өлгәшә. Ул баш күтәреүселәрҙең ике армияһын тар-мар итә, Аускулға үтеп инергә тырышҡан боласыларҙың ике армияһын ҡыйрата һәм оҙаҡ ҡына ҡамауҙы тотҡандан һуң ҙур ҡаланы яулап ала, шуның менән триумфҡа өлгәшә. Б. э. т. 88 йылда сенат уны командалыҡ итеүҙән ситләтергә теләй, ләкин Помпей армияһын үҙ ҡулында тота. Б. э. т. 87 йылда, сираттағы граждандар һуғышы башланғас, Страбон Римде Луций Корнелий Цинна һәм Гай Марийҙан һаҡлауға баҫа. Тәүге мәлдә икенсе консульт вазифаһын алыу өсөн Цинна менән союз төҙөргә ниәтләй, әммә бындай килешеүҙең булмаясағын аңлап, әүҙем оборонаға тотона. Помпей үҙ армияһының ҙур ғына өлөшө менән бергә эпидемиянан һәләк була; бына шул факт Римдең ҡолауына килтерә.

Антик авторҙар Гнейҙы үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртҡан һәм бөтәһе лә күрә алмаған кеше булараҡ һүрәтләй. Помпей Страбон миһырбанһыҙ кеше була, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә ҡанһыҙлығын күрһәтергә тырыша. Помпей дәрәжә һәм дан ярата, карьераһы буйлап үрләү өсөн үҙенең дуҫтары һәм хеҙмәттәштәренең үле кәүҙәләре аша ашаҡларға әҙер була. Союздаштар һуғышы осоронда Пиценды буйһондорғандан һуң Помпей Страбон «Carnifex» — «Итсе» ҡушаматын ала (римлеләр килгәндән һуң баш күтәргән райондар яндырылған ерҙе хәтерләтә: унда йәшәгәндәр үлтерелә, бик аҙҙары ғына ҡол сифатында ҡалыу мөмкинлеген ала).

Историографияла Страбон республикаға түгел, ә тик командирына ғына тоғро булған «клиенттар армияһын» төҙөгән рим полководецтарының береһе тип таныла. Ул Римдең берҙән-бер хакимы ла була алыр ине, тигән фекер ҙә бар.

Биографияһы үҙгәртергә

Килеп сығышы үҙгәртергә

Гней Помпей Помпейҙарҙың плебей нәҫеленә ҡарай. Был нәҫел вәкилдәренең исемдәре б. э. т. II быуаттан башлап сығанаҡтарҙа күренә башлай. Pompeius номены, Кампанияла Помпей топонимы кеүек үк сығышлы, ләкин Везувий тирәләй урынлашҡан ҡала менән Помпейҙың ниндәй ҙә булһа бәйлелеге тураһында бер нимә лә билдәле түгел.[3].

Был нәҫелдән тәүге консул Квинт (б. э. т. 141 йыл) була, ул — фараздар буйынса, Руфа Помпейҙарының олатаһы. Гней Помпей Страбондың был нәҫелдең ҡайһы тармағына ҡарауы аныҡ ҡына билдәле түгел. Капитолий фастарына ярашлы, уның атаһы һәм олатаһы ярашлы рәүештә Секст һәм Гней преноменын йөрөтә[4]. Һуңғыһы тик ейәненең шәжәрәһендә генә атап үтелә[5]; Секст Помпей б. э. т. 118 йылда Македония наместнигы була һәм кельттар менән һуғышта һәләк була[6]. Бәлки, шағир-сатирик Гай Луцилийҙың һеңлеһе Кесе Гнейҙың ҡатыны йәки әсәһе булғандыр (икенсе бер фараз буйынса, Луцилия бер быуынға йәшерәк була, һәм ул Гнейҙың әсәһе түгел, ә ҡатыны була))[7]. Кесе гнейҙың Секст исемле ҡустыһы була, ул үҙ заманының интеллектуалы тип иҫәпләнә[8].

Гней Помпейҙың Пиценда бик ҙур ер биләмәләре хужаһы булыуы билдәле [9]. Шул уҡ ваҡытта был төбәктә йәшәгән Рим граждандары Велин трибына ҡарай, ә Помпей Крустумин трибы кешеһе була[10]. Антиковед Э Пайс фаразлауынса, Страбондың Пицендағы биләмәләре тик Союздаштар һуғышы осоронда ғына хасил була, әммә башҡа белгестәр был фараздың нигеҙһеҙ булыуын раҫлап кире ҡаға.

Гней Помпей исеменең өсөнсө өлөшө булған Страбон (Strabo — «Ҡылый күҙле»), — был уның шәхси ҡушаматы, Гней үҙенең ашнаҡсыһы Меногонға (ҡушаматы Страбон була) бик оҡшағынға күрә, уны ла Страбон тип атайҙар[11][12].

Карьераһының башы үҙгәртергә

Виллий законы талаптарынан сығып, тикшеренеүселәр Гней Помпей б. э. т. 130 йылда тыуыуы ихтимал, тип раҫлай; бәлки б. э. т. 132 йылдыр, тип тә ҡуялар[13]. Гней Помпей үҙенең карьераһын, традицияға ярашлы, квестор вазифаһына һайланыуҙан башлай. Был ваҡиға сама менән беҙҙең эраға тиклем 104 йылда, уртауға пропретор Тит Альбуций хакимлыҡ иткәндә була , һәм Гней Сардиния үҙ бурыстарын үтәгән саҡ була[14] Тит Альбуцийҙы Римға ҡайтҡандан һуң, власты үҙ файҙаһына файҙаланыуҙа ғәйепләп, хөкөмгә тарттыралар, Помпей ҙа уға ҡаршы ла һөйләргә теләй, әммә сенат, был субординацияны боҙоуға ҡарай, тип ризалашмай[15].

Һуңыраҡ Страбон Македонияның преторы һәм, атаһы кеүек үк, пропретор вәкәләттәренә эйә булған наместник була. Был турала тик бер генә сығанаҡ бар — Афина Акрополендә Гней хөрмәтенә ырып яҙылған яҙманың табылыуы[15]. Яҙмала аныҡ даталар күрһәтелмәгән; наместниклыҡ яҡынса б. э. т. 93 йәки 92 йылдарына ҡарауы ихтимал, тип билдәдәнелә[16][17]. В Друман үҙ ваҡытында Гней Помпей Сицилия наместнигы булған, тип фаразлай, ләкин һуңынан тикшеренеүселәр был фаразды хата тип иҫбатлай[15]. Бәлки, Македонияла Страбонға провинцияның төньяҡ сиктәрендә көн иткән варвар ҡәбиләләре менән һуғышырға тура килгәндер; нисек кенә булмаһын, Союздаштар һуғышы башланған осорға уның полководец тәжрибәһе булыуына бер кем дә шикләнмәй[17].

Союздаштар һуғышы: легат үҙгәртергә

Файл:Bell Soc 91 88.png
Союздаштар һуғышы осоронда Италия

Италиктар Римгә ҡаршы баш күтәргәс (б. э. т. 91 йыл аҙағы), Гней Помпей консул Публий Рутилий Лупа командалығындағы легат итеп тәғәйенләнә[18]. Публий Рутилий Лупа Италияның төньяғындағы хәрби хәрәкәттәргә етәкселек итә, уның ҡул аҫтындағы биш легат араһында шулай уҡ Гай Марий һәм Квинт Сервилий Цепион да була. Помпейға Рим өсөн ҙур стратегик әһәмиәткә эйә булған Пицендағы ихтилалды баҫтырыу йөкмәтелә, сөнки был төбәк аша Цизальпийский Галлия менән бәйләнеш тотола. Страбон был вазифаға урындағы иң эре ер биләүсе һәм ҙур клиентела хужаһы булараҡ тәғәйенләнә[19][20].

Б. э. т. 90-сы йылдарынан һуңғы сығанаҡтарҙа Гней Помпей тураһында бик күп мәғлүмәт һаҡланған[15]. Уның армияһы бер нисә ай элек ихтилалды башлап ебәргән Аускул ҡалаһың ҡамауға ала. Уға ҡаршы оборонаны марстар преторы Тит Лафрения тота. Ҡалаға ярҙамға Веттий Скатон етәкселегендәге пелигналар һәм Гай Видацилий командалыҡ иткән пицентиндар килә. Страбон дошмандың уға ҡаршы эркелеп килгән бихисап көстәренән Фалерна тауына табан сигенә һәм был алышта еңелә. Ул Фирм ҡалаһына инеп ҡаса, Лафрений уның ғәскәрен ҡамауға ала; ә Скатон менән Видацилий, Помпей тар-мар ителде, тип уйлап, китә. Әммә легат үҙ армияһын урындағы халыҡ иҫәбенә тулыландырыуға, дисциплинаны нығыныуға һәм хәлде яйға һалыуға өлгәшә[21][17].

Страбондың Фирмды ни тиклем ваҡыт һаҡлай алыуы билдәһеҙ. Аҙаҡ уға ярҙамға көньяҡтан легат Сульпиций[22][23] килә; шундай гипотеза бар: Страбонға ярҙамға киләсәктә халыҡ трибуны булып киткән Публий Сульпиций килгән, тигән фараз да йәшәй, әммә К. Цикориустың ғилми хеҙмәте баҫылып сыҡҡандан һуң бында һүҙ Сервий Сульпиций Гальбе тураһында бара, тип иҫәпләнелә [17]. Рим ғәскәрҙәре, ике яҡтан ҡатнаш хәрби хәрәкәт ҡулланып, Тит Лафренийҙы тар-мар итә. Был алышта Сульпиций армияһының хәл иткес роль уйнауы таныла[17]. Лафрений яуҙа һәләк була[12]; уның ғәскәре ҡалдыҡтары Аускула ҡалаһына ҡаса, уларҙы Цезарийҙарҙың береһе (б. э. т. 91 йылда консул булған Секст Юлий, тип фаразлана) ҡамауға ала. Ә Помпей тағы ла бер һуғышта пицентиндарҙы еңә. Был хәбәрҙе алғандан һуң Оим сенаторҙары оло байрам ойоштора[24][25].

Союздаштар һуғышы: консул һәм проконсул үҙгәртергә

Дөйөм алғанда Римға уңай булмаған кампания баррышында яуланған еңеү Гней Помпейға киләһе йылына консул булып һайланыу мөмикнлеген бирә (б. э. т. 89 йыл)[19][26]. Тағы ла бер плебей, коллегам булып, Луций Порций Катон, уның коллегаһы булып китә[27]. Хәҙер Страбон бөтә төньяҡ стратегик йүнәлештә командалыҡ итеүҙе башҡарырға тейеш[21] һәм уның ҡул аҫтында 75 мең һалдат була[28] (дөрөҫ, историографияла, ул йылда Италияла Рим ғәскәрҙәренең дөйөм һаны шул һанда булған, тип таныла[29]). Хәрби советта составына Пицен да ингән Велина трибаһы ағзалары күпселекте тәшкил итә. Бына улар — консуляр Луций Марций Филипп, үҙ карьераһын башлаған аристократтар Луций Юний Брут Дамасипп һәм Луций Сергий Катилина[30], италий аристократияһы вәкилдәре Луций Инстей, Луций Веттий, Гай Тарквиций (ошо исемлек нигеҙендә тикшеренеүселәр, Помпей һәм италийҙарҙың юғары ҡатламы араһында бәйләнеш булған, тигән һығымтаға килә). Был кампания башындаСтрабон штабында 16-йәшлек һыбайлы Марк Туллий Цицерондың булыуы ла билдәле[31]. Йыл аҙағына тиклем үк ул, Кампанияға, Луций Корнелий Сулла армияһына күсерелә[17].

Төп хәрби хәрәкәттәр Аускул районында йәйелеп китә, сөнки ундағы халыҡ үҙ ерен римлеләрҙән һаҡлауын дауам итә. Гней Помпей Веттий Скатон менән һөйләшеүҙәр ойоштороп ҡарай, әммә был бер ниндәй ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй. Марстарҙың армияһы ҡалаға ярҙамға килергә тырыша, ләкин Страбон уны тар-мар итә; Орозий мәғлүмәттәре буйынса, был һуғышта 18 мең италик һәләк була, ә тағы 3 меңе әсирлеккә эләгә. Марстарҙың 4 мең яугиры тауҙарға ҡыҫырыҡлана һәм һауа торошооң насар булыуы арҡаһында бөтәһе лә һәләк була[32]. Шул уҡ көндө римлеләр Видацилий етәкселегендәге пицентин ғәскәре менән осраша, уларҙы ҡыйрата, ләкин ҡырып бөтөрә алмай. Аускулда тыуып үҫкән Гай Видацилий һигеҙ когортаһы менән ҡалаға бәреп инә, әммә яуҙың ни менән тамамланасағын аңлағас, үҙ-үҙенә ҡул һала. Ниһайәт, б. э. т. 89 йылдың ноябрь айында бер йыл буйы дауам иткән ҡамауҙан һуң Аускул һөжүм итеп яулап алына[12][33].

Ошо еңеүе өсөн Гней Помпей почетлы император исеменә лайыҡ була. Бер версия буйынса, был хәл марстар һәм пицентиндар менән ике һуғыштан һуң[34][35], икенсе версия буйынса — ҡаланы баҫып алған һуң була[36]. Беҙҙең эраға тиклем 89 йылдың 17 ноябре тигән дата ҡуйылған яҙма буйынса, Страбон бер турма испан һыбайлыларына Рим гражданлығын, шулай уҡ фалерҙар, мунсаҡтар һәм икеләтә паек (duplex frumentum) бирә,[37]. Ул замандарҙа провинция кешеләренә исемләп гражданлыҡ биреү бик һирәк күренеш була; шуға күрә лә тикшеренеүселәр Гней Помпейҙың үҙ армияһы яугирҙарына ҡарата шундай ҙур йомартлыҡ күрһәтеүен билдәләп үтә[17].

Беҙҙең эраға тиклем 89 йылдың 25 декабрендә Страбон Римда аускулдар һәм пицентиндарҙы (de Asculaneis Picentibus) еңеү триумфын байрам итә. Союздаштар һуғышы осоронда был берҙән-бер триумф була. Антик авторҙар шуны ла яҙып ҡалдыра: Рим урамдары буйлап үткән әсирҙәр араһында бала күтәргән бер ҡатын да була. Уның ҡулындағы сабый аҙаҡ күренекле полководец, римлеләр араһынан беренсе булып парфяндарҙы еңгән Публий Вентидий Басс була[38][39][40].

Был осорҙа Рим ҡаты финанс көрсөгө шарттарында йәшәгәнгә күрә, сенат бик бай Аускул табышына иҫәп тотҡан була. Ләкин Гней Помпей һуғыш осоронда яулап алынған байлыҡты үҙендә ҡалдырыуҙы хуп күрә. Формаль йәһәттән уның быға хоҡуғы була, әлбиттә: Хәрби табыш полководецтың ҡарамағында ҡалырға тейеш, әммә артабан ул уны йәмәғәт ихтыяжы өсөн — ғибәҙәтханаларҙы биҙәү, яугирҙәрга таратыу өсөн ҡулланырға бурыслы була[41] Шуға ҡарамаҫтан, Страбондың табышты тулыһынса үҙендә ҡалдырыуы ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Тикшеренеүселәр уйынса, Гней Помпей табышын офицерҙары һәм һалдаттарына таратҡан, шуның менән артабанғы йылдарға уларҙың уға тоғролоғон яулағандыр[17].

Страбондың йоғонтоһон киңәйтеү ул тәҡдим иткән законды (Lex Pompeia de Transpadanis) ҡабул итеүгә булышлыҡ итергә тейеш була, уға ярашлы По йылғаһынан төньяҡта урынлашҡан общиналарҙың ҡайһы берҙәре (фаразланыуынса, шул йылғаның көньяғындағы ҡайһы бер лигур общиналары ла[42]) латин гражданлығын ала[43][44]. Шулай уҡ ул ихтилалға ҡушылмаған италиктарға һәм билдәле бер ваҡыт эсендә ҡорал һалған баш күтәреүселәргә гражданлыҡ алыуға хоҡуҡ биргән Lex Julia һәм Le Plautia-Papiria закондарын ғәмәлгә ашыра башлай. Был саралар һөҙөмтәһендә Помпей үтә ҙур клиенттар армияһы патроны һәм тотош Пиценда һәм Транспадан Галлияһы[45] хакимы булырға тейеш була.

Веллей Патеркул Гней Помпейҙың икенсе тапҡыр консулат булырға дәғүәләшеүе тураһында хәбәр итә[46]. Шуға ҡарамаҫтан б. э. т. 88 йылда Луций Корнелий Сулла һәм Квинт Помпей Руфконсулдар итеп һайлана һәм, ғөмүмән, Страбондың үҙ кандидатураһын күрһәтеү-күрһәтмәүе билдәһеҙ. Гней Помпейҙың вәкәләттәре оҙайтыла, һәм ул Италияның[16] төньяғында һуғышыуын дауам итә. Матиас Гельцер[10] фаразлауынса, нәҡ ошо йылдарҙа вестиндар һәм пелигналар уға ҡорал һала, был турала Ливийҙың эпитоматоры ла хәбәр итә[47].

Антик тарихты өйрәнеүселәр, б. э. т. 88 йыл башына Страбон судҡа тарттырыла, тип фаразлай. Италиктар ихтилалына ярҙам итеүселәргә яза биреүҙе билдәләгән Lex Varia законына бәйле Гней Помпей ғәйепләнә. Был факт Помпей һәм нобилитеттың байтаҡ өлөшө араһында дошмандарса мөнәсәбәт булын раҫлай[48]; ләкин Помпей аҡлана һәм ҡайтанан армияға командалыҡ итеү вазифаһына ҡайта[49].

Гней Помпей һәм Сулла үҙгәртергә

Ихтилалға күтәрелгән италиктарҙы буйһондорғанға тиклем үк Римда эске сәйәси көрәш граждандар һуғышына (б. э. т. 88 йыл) әйләнә. Халыҡ трибуны Публий Сульпиций яңы граждандарҙы трибалар буйынса таратырға тәҡдим итә, шул сағында уларҙың теләһә ниндәй тауыш биреүҙә лә отасағы көн кеүек асыҡ була. Шул саҡта Митридат менән һуғыш башлана, һәм трибун армияға командалыҡ итеүҙе консул Сулланан тартып алырға һәм Гай Марийға тапшырырға тәҡдим итә. Сулла был ҡарар менән килешә алмай, үҙенең армияһын Римға йүнәлтә, ҡаланы баҫып ала һәм бөтә яңы закондарҙы ғәмәлдән сығара. Тиҙҙән Сульпиций үлтерелә, ә Марийға Италиянан ҡасырға тура килә[50][51].

Тиҙҙән илдә килеп тыуған хәл Страбонға ла ҡағыла. Римда уның бер нисә ай элек кенә оҙайтылған вәкәләттәрен туҡтатыу һәм уның армияһын Сулланың союздашы Квинт Помпей Руфҡа тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Валерий Максим фаразынса, сенат шундай ҡарар сығара[52], ә Аппиан буйынса — ҡарарҙы халыҡ йыйылышы сығара[53]. Тикшеренеүселәрҙең берәүҙәре беренсе версияны ҡабул итә[54][55][56], ә икенселәре — икенсеһен[57][58]. Авл Геллий фаразынса, бында һүҙ Помпейҙы Римға ҡайтарыу тураһында бара[59], күрәһең, трибун уның мәнфәғәттәрен сағылдырған була[26]. Гай Геренний Страбондың отставкаһы тураһында ҡарарғавето һала, ләкин сенат тейешле ҡарар ҡабул итә[55][60].

Страбонға хәлдәрҙең был яҡҡа үҙгәреүе, әлбиттә, оҡшамай. Әммә үҙенең ризаһыҙлығын күрһәтмәй, киреһенсә, риза булыуын белдерә. Әммә уның урынына килгән Помпей Руф икегсе көндө үк һалдаттар тарафынан үлтерелә. Страбон командалыҡҡа ҡайтанан ҡайтарыла, ул Руфтың кем тарафынан үлтерелеүен әллә ни тикшереп тә тормай. Веллей Патеркул[61] һәм эпитоматор Тит Ливий[62] Руф Помпейҙың үлемен Страбондың ойоштороуына шикләнмәй. Күп кенә тикшеренеүселәр был фекерҙе дөрөҫө тип таный[12][58][16][63].

Сулла был хәбәрҙе ишеткәндән һуң бары тик үҙен күберәк тән һаҡсылары менән уратып алыу менән сикләнә. Ә сенаттың Страбоонға йоғонто яһарлыҡ ресурстары ла булмай. Сулла Италияға күсеп киткәндән һуң Страбондың позициялары тағы ла көсәйә төшә[64].

Октавий һуғышы үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем 87 йылда Римдәге сәйәси көрәш тағы ла граждандар һуғышына әүерелә, Марк Туллий Цицерон уны Октавий һуғышы[65][66] тип атай. Консулдарҙың береһе, Луций Корнелий Цинна, Публий Сульпицийҙан һуң яңы граждандарҙы бөтә трибалар буйынса таратып урынлаштырырға тырышып ҡарай, әммә коллегаһы Гней Октавия һәм тотош сенат яғынан ҡаршылыҡҡа осрай. Ул Римдән ҡаса һәм Ноланы ҡамауҙа тотоҡан армияны үҙ яғына сығыуға күндерә; Италияның күп кенә общинадары был фетнәне яҡлап сығыш яһай. Шул саҡ Октавияй һәм Цинна урынына һайланған Луцийң Корнелий Мерула Римды яҡлау өсөн Помпейҙы саҡыра[67]. Помпей үҙ армияһы менән килә һәм уны Коллин ҡапҡалары янына урынлаштыра [25].

Антик авторҙар билдәләүенсә, унда нисек кенә булһа ла Римде яҡлау теләге булмай: ул үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға тырыша һәм Цинна менән дуҫлашыуға ла әҙер була, шуға ла Цинна аҙаҡ килеп еңеүгә өлгәшән[68].

Орозий Помпейҙы кейеген эҙәрлекләүсе һунарсы менән тиңләйә[69]. Ғалимдар фекеренсә, Страбон менән Цинна араһында һөйләшеүҙәр башлана[70]. Гней Помпей, шундай союзға инеп, икенсе консулатты яулап алыуға иҫәп тота, фетнәселәр араһында Союздаштар һуғышы буйынса арҡалашы Брут Дамасипптың булыуы ла өмөтөн арттыра. Әммә оҙаҡламай ҡыуылған Гай Марийҙың Циннаға килеп ҡушылыуы хәлде үҙгәртә: тап уның икенсе консул буласағы асыҡтан-асыҡ күренә: сөнки Цинна өсөн Помпей менән союзға ҡарағанда Гай Марий менән союз отошлораҡ була. Нәҡ шул ваҡытта Луций Корнелий Страбонды үлтерергә тырыша[16]. Плутарх буйынса, Помпейҙың Циннаға һатылған офицерҙар төркөмө, командующийҙың палаткаһын яндырырға ниәтләй, шул уҡ ваҡытта уларҙың береһе Кесе Гнейҙы (һуңынан Бөйөк) үлтерергә тейеш була. Бынан бер нәмә лә килеп сыҡмай, әммә Помпейҙар өсөн хәүефле хәл килеп тыуа.

Помпейҙың иҫән-һау булыуы асыҡланғандан һуң фетнә лә тамамлана, һәм ни бары 800 генә кеше Марий һәм Цинна яғына сыға[17].

Был ваҡиғаларҙан һуң Страбон, ниһайәт, әүҙем хәрби хәрәкәттәргә күсә. Тәүҙә Помпей Квинт Серторий менән һуғыша; алыш ҡараңғы төшкәнсе дауам итә, ул бер кемдең дә еңмәүе менән тамамлана, ике яҡтан да 600-әр яугир яу яланында ятып ҡала[71]. Ф. Мильтнер фаразлауынса, Помпей тулы көсөнә һуғышмай: ул Серторийҙы бер ниндәй ауырлыҡһыҙ еңә алыр ине, әммә ул Цинна менән килешергә теләй һәм уға ҡарата сенаттың гарантияһы булмай[12]. Һуңыраҡ Гней Октавий Яңыкүл убаһы районында Марийға ҡаршы контрһөжүм башлағас, Страбон уға ярҙамға алты когортын ебәрә, һуңынан төп көстәре менән үҙе лә килеп етә[10]. Граний Лициниан яҙғанса, Помпей Октавийҙың тиҙ арала еңеүгә өлгәшеүенә юл ҡуймай, сөнки һуштың тиҙ арала тамамланыуы мөмкин була[72]; тикшеренеүселәр был хәбәргә ҡарата төрлө фекерҙә була[16].

Артабан Страбон хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай, шул уҡ ваҡытта Рим аслыҡтан яфа сигә. Октавийҙан йәшерен рәүештә Помпей Цинна менән һөйләшеүҙәрен яңырта[73]. Әммә уңышҡа өлгәшә алмай. Тиҙҙән Римде яҡлаған армия сафтарында тағун эпидемияһы башлана; Помпейҙың 11 мең һалдаты ошо сирҙән ҡырыла, Помпей үҙе лә ошо эпидемия мәлендә вафат була. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, Страбонды йәшен ата[74][75][76][77].

Вариҫтары үҙгәртергә

Бер фараз буйынса, сатирик шағир Гай Луцилийҙың һеңлеһе Луцилия Гней Помпейҙың ҡатыны була[78]. Страбондың ике балаһы була: Гней Помпей, һуңыраҡ Бөйөк атамаһын ала, Помпейҙың ҡыҙы Гай Меммийҙың ҡатыны була[79] .

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Digital Prosopography of the Roman Republic (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Broughton T. R. S. The Magistrates of the Roman Republic (ингл.)Society for Classical Studies, 1951. — ISBN 0-89130-812-1, 0-89130-811-3
  3. Pompeius, 1952, p. 2050
  4. Капитолийские фасты
  5. Pompeius 5, 1952, p. 2054
  6. Pompeius 17, 1952, p. 2059
  7. Syme R., 1939
  8. Pompeius 18, 1952, p. 2059—2060
  9. Плутарх, 1994
  10. 10,0 10,1 10,2 Gelzer M., 1942
  11. Валерий Максим, 1772, IX, 14, 2
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 Pompeius 45, 1952
  13. Sumner G., 1973, p. 21; 104—105
  14. Broughton R., 1951, p. 560
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 Pompeius 45, 1952, p. 2254
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 Помпей Страбон в гражданской войне, 2002
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 17,6 17,7 17,8 Помпей Страбон и его армия, 2007
  18. Broughton R., 1952, p. 29
  19. 19,0 19,1 Gelzer M., 1942, p. 8
  20. Pompeius 45, 1952, p. 2254—2255
  21. 21,0 21,1 Pompeius 45, 1952, p. 2255
  22. Аппиан, 2002, XIII, 47
  23. Орозий, 2004, V, 18, 25
  24. Тит Ливий, 1994, Периохи, 74
  25. 25,0 25,1 Короленков А., Смыков Е., 2007
  26. 26,0 26,1 Leach P., 1978
  27. Broughton R., 1952, p. 32
  28. Веллей Патеркул, 1996
  29. Brunt P., 1971, p. 437—438
  30. Mattingly H., 1975, p. 262—266
  31. Цицерон
  32. Орозий, 2004, V, 18, 18—19
  33. Егоров А., 2014, с. 73
  34. Gelzer M., 1942, p. 11
  35. Pompeius 45, 1952, p. 2256
  36. Stevenson G., 1919
  37. ILS 8888
  38. Валерий Максим, 1772, VI, 9, 9
  39. Авл Геллий, 2008, XV, 4
  40. Дион Кассий, XLIII, 51, 4—5
  41. Gelzer M., 1942, p. 14
  42. Помпей Страбон и его армия, 2007, с. 133
  43. Асконий Педиан
  44. Плиний Старший
  45. Помпей Страбон и его армия, 2007, с. 133—134
  46. Веллей Патеркул, 1996, II, 21, 2
  47. Тит Ливий, 1994, Периохи, 76
  48. Gelzer M., 1942, p. 15
  49. Pompeius 45, 1952, p. 2258
  50. Короленков А., Смыков Е., 2007, с. 174—189
  51. Егоров А., 2014
  52. Валерий Максим, 1772
  53. Аппиан, 2002
  54. Gelzer M., 1942, p. 17
  55. 55,0 55,1 Seager R., 2002, p. 3
  56. Van Ooteghem J., 1954
  57. Badian E., 1955
  58. 58,0 58,1 Моммзен Т., 1997
  59. Авл Геллий, 2007
  60. Keaveney A., 1982
  61. Веллей Патеркул, 1996, II, 20, 1
  62. Тит Ливий, 1994, Периохи, 77
  63. Егоров А., 2014, с. 76
  64. Помпей Страбон в гражданской войне, 2002, с. 320
  65. Цицерон, 2015, О природе богов, II, 14
  66. Цицерон, О дивинации, I, 4
  67. Егоров А., 2014, с. 76—77
  68. Помпей Страбон в гражданской войне, 2002, с. 321
  69. Орозий, 2004, V, 19, 10
  70. Егоров А., 2014, с. 77
  71. Орозий, 2004, V, 9, 11
  72. Граний Лициниан, 19F
  73. Граний Лициниан, 21F
  74. Аппиан, 2002, XIII, 68
  75. Плутарх, 1994, Помпей, 1, 2
  76. Граний Лициниан, 22F
  77. Орозий, 2004, V, 19, 18
  78. Syme R., 1939, p. 30
  79. Pompeius 18, 1952

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Smithbio