Герцогиня София Вермландская

Уның Король Ғали йәнәптәре принцесса София, герцог ҡатын Вермландская (швед. Prinsessan Sofia hertiginna av Värmland, ҡыҙ фамилияһы София Кристина Хелльквист швед. Sofia Hellqvist Kristina; 6 декабрь 1984 йыл, Швеция) — швед моделе, принц Карл Филипптың ҡатыны, король Карл XVI Густав һәм королева Сильвияның килене.

Герцогиня София Вермландская
швед. Prinsessan Sofia hertiginna av Värmland[1]
швед. Sofia Kristina Hellqvist[1]
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Sofia Kristina Hellqvist[1][2]
Титул герцогиня[d] һәм шаһбикә[d]
Тыуған көнө 6 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (39 йәш)
Тыуған урыны Danderyd Hospital[d], Дандерюд[d][1]
Дата крещения 26 май 1985[1]
Атаһы Эрик Хелльквист[d][2][1]
Әсәһе Мария Ротман[d]
Хәләл ефете Карл Филипп, принц Швеции[d][1][2][3][…]
Балалары Александр, герцог Сёдерманландский[d][1][2], Габриэль, герцог Даларнский[d][1][2] һәм Юлиан, герцог Халландский[d]
Нәҫеле Бернадоты[d][1]
Туған тел швед теле
Яҙма әҫәрҙәр теле швед теле һәм инглизсә
Һөнәр төрө модель, аристократ, инструктор йоги
Префикс титула Королевское высочество[d][1]
Социаль синыф член королевской семьи[d]
Күҙ төҫө көңгөрт ҡара[d]
Сәс төҫө көрән сәс[d][1]
Масса 55 килограмм
Ҡатнашыусы wedding of Prince Carl Philip, Duke of Värmland, and Sofia Hellqvist[d][1][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Серафимов орден Гражданских заслуг кавалер Большого креста ордена Исландского сокола великий офицер ордена Почётного легиона
Бейеклеге/буйы 170 сантиметр
 Герцогиня София Вермландская Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

София 1984 йылдың 6 декабрендә Эрик һәм Мари Хеллквист ғаиләһендә тыуа. Уның ике апаһы бар. улар бөтәһе лә Альвдаленда үҫә. Бейеү, комедия һәм фортепиано дәрестәре ала. Гимназияны тамамлап, Стокгольмға күсеп килгәс, ҡыҙ официант һәм модель булып эшләй. 20 йәшендә Швециялағы билдәле ирҙәр журналы Slitz өсөн топлессҡа төшә. һәм һөҙөмтәлә «Мисс Slitz» титулына эйә була. Был фотомодель өлкәһендәге уңышынан һуң уны Paradise Hotel реалити-шоуға саҡыралар. Уны тамамлағандан һуң ул Америкаға йәшәргә китә. Унда ул йогаға өйрәнә һәм тиҙҙән үҙенең йога үҙәген аса. Аҙаҡ йога өсөн үҙенең кейем линияһын булдыра. 2009 йылда, принц менән осрашҡанға тиклем, ул Ганаға волонтер сифатында юлланырға ҡарар итә, унда ул балалар йорто төҙөргә ярҙам итә. Буласаҡ ире менән осрашҡандан һуң, әммә мөнәсәббәттәре башланғанға тиклем, 2010 йылда София балалар хәйриә фонды «Уйын майҙансығы». ойоштора.

2010 йылдың апрель айынан алып принц Карл Филипп менән осраша[4][5], ә 2014 йылдың июнендә уларҙың йәрәшеүҙәре тураһында иғлан ителә.

2015 йылдың 13 июнендә Король һарайы сиркәүендә никахлашыу тантанаһы үтә[6].

2015 йылдың 15 октябрендә хәбәр ителеүенсә, парҙар 2016 йылдың апрель айында тәүге баланы көтәләр тип иғлан ителә[7]. 2016 йылдың 19 апрелендә Дандерюд дауаханаһында уларҙың улы, Александр Эрик Хубертус Бертиль, герцог Седерманландский тыуа[8]. Сабыйҙың ауырлығы 3595 грамм, буйы 49 см[9].

2017 йылдың 23 мартында парҙар икенсе бала көткәне билдәле була. Шулай уҡ, ул 2017 йылдың сентябрендә донъяға киләсәк тип хәбәр ителә. 2017 йылдың 31 авгусында принцесса София икенсе ул таба—принц Габриэль Карл Вальтер, герцог Даларнский.

Наградалары үҙгәртергә

  • Серафимовтар ордены Дамаһы[10]
  • Король Карл XVI Густав II класлы ғаилә ордены Дамаһы[11]
  • Швеция короле Карл XVI Густавтың 70 йәш тулыуы айҡанлы Иҫтәлекле миҙал (2016 йыл, 30 апрель)
  • Ыласын ордены Ҙур тәре Дамаһы(Исландия, (2018)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 Swedish Royal Court - HRH Princess Sofia: Biography
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Lundy D. R. Sofia Kristina Hellqvist // The Peerage (ингл.)
  3. 3,0 3,1 Swedish Royal Court - The Prince Wedding
  4. Hovet erkänner att Carl Philip och Sofia är ett par | Svensk Damtidning 2013 йыл 14 май архивланған.
  5. Squires, Nick. Swedish prince has relationship with glamour model, 'The Daily Telegraph' (8 April 2010). 19 июнь 2010 тикшерелгән.
  6. Yle следит за свадьбой шведского принца Карла Филипа. // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 13 июнь 2015. (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2016)(Тикшерелгән 13 июнь 2016)
  7. The Prince Couple is expecting a child. Дата обращения: 15 октябрь 2015. 2015 йыл 12 ноябрь архивланған.
  8. Alexander blir hertig över Södermanland
  9. Prins Carl Philip och Prinsessan Sofia har fått en son - Sveriges Kungahus (швед.). www.kungahuset.se. Дата обращения: 20 апрель 2016. 2016 йыл 17 сентябрь архивланған.(швед.). www.kungahuset.se. 20 апрель 2016 тикшерелгән.
  10. Фотография
  11. Фотография

Һылтанмалар үҙгәртергә