Герме́с (бор. грек. Ἑρμῆς, микен. e-ma-a2[1]) — боронғо грек мифологияһында сауҙа, табыш, аҡыллылыҡ (фәһемлелек), таһыллыҡ һәм һүҙгә оҫталыҡ (оҫта теллелек) аллаһы, сауҙала байлыҡ һәм килем килтерә, атлеттар аллаһы[2]. Батша һарайҙарындағы һөрәнселәрҙе, илселәрҙе, көтөүселәрҙе һәм юлсыларҙы ҡурсалаусы; магия[3], алхимия һәм астрологияның ҡурғаусыһы. Аллалар вәкиле һәм ер аҫты батшалығы Аидҡа үлгәндәрҙең йәнен оҙатып барыусы; үлсәмдәрҙе, һандарҙы һәм азбука уйлап таба һәм кешеләрҙе өйрәтә.

Гермес Эрмий
Гермес
Гермес

Сауҙа аллаһы, аллалар хәбәрсеһе

Мифология

Боронғо грек мифологияһы

Атаһы

Зевс

Әсәһе

Майя

Тормош иптәше

Антианейра[d] һәм Дайра[d]

Балалары

Пан, Гермафродит, Автолик, Миртил, Кефал

Башҡа мәҙәниәттә

Меркурий (Рим мифологияһы)

 Гермес Викимилектә

Риүәйәт үҙгәртергә

Таһыллыҡта, хәйләкәрлектә, урлашыуҙа һәм шаянлыҡ менән мәрәкәселлектә бер кем дә Герместы уҙа алмай.

 
Герма
 
Гермес боронғо грек керамикаһында

Аллалар батшаһы, ун ике Олимпия аллаһының береһе булған Зевс менән титан Атланттың арҙаҡлы төркөм — плеяда булып һаналған ете ҡыҙының олоһо Майяның улы[4][5] (икенсе фараз буйынса, Персефонаның улы[6]), Гермес Грециялағы Пелопоннес ярымуртауындағы Кили́ни[7] (грек. Κυλλήνη) тауы (Аркадия өлкәһе[8]) ҡыуышында айҙың дүртенсе көнөндә[9] тыуа. Икенсе бер фараз буйынса, Беотония өлкәһендәге Керикион тауында тыуа[10].

Гермес ышыҡланып тәрбиәләнгән ҡырағай ағас ҡалдыҡтары һуңыраҡ Танаграла һаҡланған[11]. Тау нимфалары[12] яңы тыуған Герместы Аркадиялағы Тикрены тау шишмәләрендә йыуындыра[13].

Беренсе тапҡыр Гермес биләүҙә ятҡанда уҡ урлаша — бишеген ташлап, Грециялағы Үҙәк Македонияның көньяғындағы Пиерияға юллана һәм унан Аполлон көткән һыйырҙарҙың иллеһен ҡыуып алып китә[14]. Уларҙы тояҡ эҙҙәре буйлап тапмаһындар өсөн малдарҙың аяҡтарына ағас ботаҡтары бәйләй (икенсе вариант — сандалыйҙар кейҙерә), Пелопоннес ярымуртауындағы Пилосҡа килтереп, мәмерйәгә йәшерә. Шул арала Аркадиялағы Хелидорея тауында[15] ҙур гөбөргәйел ҡабығынан (панцирынан) һәм үлтерелгән ике һыйырҙың нәҙек эсәктәренән музыка ҡоралы — лира яһай[16], ул ете ҡыллы була[17].

Аполлон һыйырҙарын эҙләп Пилосҡа килә һәм урындағы кешеләрҙән һорашып, малдарҙы бер малай ҡыуып алып киткәнен белә, әммә бер ниндәй эҙ ҙә таба алмай. Урлашыу кем эше булғанын һиҙенеп, Аполлон Майяға килә һәм Герместы уғрылыҡта ғәйепләй. Әсә уға сәңгелдәктә биләүҙә ятҡан балаһын күрһәтә. Шунан Аполлон сабыйҙы күтәреп Зевсҡа бара, һәм атаһының һорашыуынан һуң Гермес Аполлонға һыйырҙарының ҡайҙа икәнен күрһәтә, ә үҙе яҡынға ултырып лирала уйнай башлай. Был уйын ҡоралының тауышы Аполлонға ныҡ оҡшай, һәм ул Гермесҡа лираны һыйырҙарға алмашырға тәҡдим итә. Гермес, һыбыҙғыла уйна-уйнай, һыйырҙарын көтә башлай. Аполлондың был музыка ҡоралын да үҙенә алғыһы килә, һәм ул алмашҡа үҙенең түрәлек һәм дәрәжә билдәһе булған махсус таяғын — жезлды тәҡдим итә.

Сабый сағында Гермес шаяртып Зевстың хакимлек билдәһе булған скипетрын, Посейдондың өс йәпле ҡоралы «өс теш»ен (урыҫса трезубец), Гефестың ҡыҫҡысын, Афродитаның билбауын, Аполлондың алтын уҡтарын һәм йәйәһен, Арестың ҡылысын урлай[18].

Риүәйәт үҙгәртергә

Гермес Мысырҙа яҙыу тамғалары (хәрефтәр) уйлап таба[19]. Торналар осоуына ҡарап, ул тәүге ете хәрефте уйлап сығара[20]. Йондоҙсоҡтарҙың урынлашыу тәртибен билдәләй һәм күк йөҙөнә дельта хәрефен (Дий исемендәге беренсе) ҡуя — «Өсмөйөш» йондоҙлоғо[21].

Герместың яҡын-тирәһе үҙгәртергә

Герместың һөйгән йәрҙәре үҙгәртергә

  • Апемосина
  • Бримо
  • Дафнис (фараз)
  • нимфа Соса, Агрейҙың әсәһе[22].
  • Ферс (аныҡ түгел)
  • Хрис
  • Персей

Герместың нәҫеле үҙгәртергә

  • Абдер
  • Автолик. Филониданан йә Стилбанан.
  • Агрей. Нимфа Сосанан.
  • Араб. Фрониянан.
  • Атлантий (Гермафродит). Афродитанан.
  • Бун. Алкидамиянан[23].
  • Гарпалик
  • Гигант. Гиериянан.
  • Гермафродит. Афродитанан.
  • Дафнис. Нимфанан.
  • Долоп
  • Евандр. Нимфа Феспиода-Карментанан.
  • Евдор. Полимеланан.
  • Эвномия (Евномия), Пейфо, Родос, Тихе. Афродитанан.
  • Еврест. Апталанан.
  • Еврит менән Эхион. Антианиранан.
  • Ио (фарыз)
  • Керик. Пандросанан.
  • Кефал. Герсанан йә Креусанан.
  • Кидон. Акакаллиданан. (фараз)
  • Лар. Нимфа Лаланан.
  • Ливий. Ливиянан.
  • Лин. Ураниянан (фараз)
  • Миртил. Феобуланан йә Клеобуланан.
  • Норак. Эрифиянан.
  • Палефат. Дельфий ҡанбабаһынан.
  • Пан. Дриопанан йә Орсиноянан, йә Пенелопанан.
  • Полиб (Сикион йә Коринф батшаһы). Хтонофиланан.
  • Приап (фараз)
  • Прилид]. Иссанан.
  • Проном менән Фереспонд (сатирҙар). Ифтиманан.
  • Саон. Ренанан.
  • Силен (фараз)
  • Фарис. Филодамиянан.
  • Эрот. Афродитанан йә Артемиданан (фараз)
  • Эфалид. Евполемиянан[24].

Шулай уҡ:

  • Кефаллен. Калипсонан.
  • Өс ҡыҙ. Гекатанан.
  • Диагор. Олимпия еңеүсеһе.

артабан тағы ла 40-ҡа яҡын исем.

Гермес — Одиссейҙың ҡарт (олатаһының) олатаһы.

Гермес тарафынан үлтерелгәндәр үҙгәртергә

  • Аргос Панопт.
  • Аск (гигант).
  • Батт. Көтөүсе, ташҡа әйләндерелгән.
  • Ипполит (гигант).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. Л., 1986. С. 142.
  2. Мифы народов мира (энциклопедия). М., 1991—92. В 2 т. Т. 1. С. 292—294, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т. 2. С. 118—119; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 6, 2—3 далее.
  3. Тәржемәлә шулай уҡ сихыр һәм тылсым мәғәнәләрен бирә
  4. Гермес // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Гесиод. Теогония 938—939
  6. Гесиод, подложный фр.395 М.-У.
  7. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 162.
  8. Гесиод. Перечень женщин, фр.170 М.-У.; Гимны Гомера III 3
  9. Гимны Гомера III 19
  10. Павсаний. Описание Эллады IX 20, 3
  11. Павсаний. Описание Эллады IX 22, 2
  12. Грек мифологияһында тәбиғәт көстәрен кәүҙәләндергән ҡатын ҡиәфәтендәге аллалар
  13. Павсаний. Описание Эллады VIII 16, 1
  14. Гимны Гомера III 73
  15. Павсаний. Описание Эллады VIII 17, 5
  16. Гимны Гомера III 496
  17. Псевдо-Эратосфен. Катастеризмы 24
  18. Лукиан. Разговоры богов 7, 1-3
  19. Плутарх. Застольные беседы IX 3, 2; Мнасей в схолиях к Дионисию Фракийскому // Фрагменты ранних греческих философов. Ч.1. — М., 1989. С.137
  20. Гигин. Мифы 277; Лукан Анней . Фарсалия V 716 (о журавлях)
  21. Псевдо-Эратосфен. Катастеризмы 20; Гигин. Астрономия II 19
  22. Нонн. Деяния Диониса XIV 90
  23. Бунос // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  24. Обнорский Н. П. Эфалид // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә