Германия короллеге

хәҙерге заман Германияһы территорияһындағы урта быуат дәүләттәрен билдәләү өсөн ҡулланылған тарихнамә термины

Германия Короллеге (лат. Regnum Teutonicorum) — хәҙерге заман Германияһы территорияһындағы урта быуат дәүләттәрен билдәләү өсөн ҡулланылған тарихнамә термины. Был термин ғәҙәттә Көнсығыш-Франк короллегене тарихындағы 919—962 йылдар йәиһә Изге Рим Империяһы (Герман-рим империяһы) составындағы герман территорияларына ҡарата ҡулланыла.

Германия Короллеге
лат. Regnum Teutonicorum
Флаг Герб
Флаг Герб

1004 йылда Изге Рим империяһы составындағы Германия
1004 йылда Изге Рим империяһы составындағы Германия

 
919 — 962
Телдәр

немец теле, рәсми - латин теле,

Аҡса берәмеге

денарий (пфенниг)

Халҡы

5 млн кеше

 Германия короллеге Викимилектә

Короллектең барлыҡҡа килеүе үҙгәртергә

843 йылғы Верден килешеүе буйынса Франк империяһы император Людовик I Хаҡтың (Благочестивый) өс улы араһында бүленә. Өлкәне император Лотарь I Урта (Срединный) Короллек тип йөрөтөлгән батшалыҡҡа, Людовик II Немец — Көнсығыш Франк короллегенә, ә Карл II Таҙ (Лысый) Көнбайыш Франк короллегенә эйә булған.

Людовик II Немецтың нәҫелдәре X быуат башына тиклем Көнсығыш Франк короллегенә идара иткән. Ошо ваҡыт эсендә улар Лотарингия иҫәбенә дәүләтенең биләмәһен киңәйткән. 870 йылғы Мерсен килешеүе буйынса Людовик II Немец үҙенең биләмәләренә Лотарингияның көнсығыш өлөшөн ҡушҡан, ә 880 йылда Рибмон килешеүе буйынса Кесе Людовик III үҙенең биләмәләренә Лотарингияның көнбайыш өлөшөн дә ҡушҡан.

Германия Короллеге ҡәбилә составы буйынса бер төрлө ярым бойондороҡһоҙ дәүләт берәмектәренән торған биш эре — Саксония, Бавария, Франкония, Швабия һәм Лотарингиянан герцоглыҡтарҙан торған. Кескәй Людовик IV хакимлыҡ иткән осорҙа, король власының механизмдары көсһөҙләнгәндә, ҡәбилә герцогогтарының власы һиҙелерлек көсәйгән. Был хәл короллектең көньяҡ-көнсығыш сиктәренең обороналау системаһын тулыһынса юҡ итеүсе венгрҙарҙың өҙлөкһөҙ баҫып алыуы менән ҡатмарлашҡан. Тышҡы хәүефте сағылдырыу һәм дәүләт власын яҡлау буйынса башланғыс төбәк хакимдарына — Бавария, Саксония һәм Франция герцогтарына күскән.

911 йылда, король Людовик IV-нең вафатынан һуң, Каролингтарҙың көнсығыш франк тармағы һүнеп ҡала. Боронғо герман йолаһы буйынса, тәхеткә төп дәғүә итеүсе Көнбайыш Франк короллеге короле Карл III Хәйләһеҙ (Простовалый) була, әммә герман юғары ҡатламы, үҙ герцогтары араһынан яңы король һайлап алырға теләп, уның хоҡуҡтарын танырға теләмәй. Тәүҙә тажды улар араһында иң ҡеүәтлеһе — Саксония герцогы Оттон I Яҡтыға (Светлейший) тәҡдим иткәндәр, әммә 75 йәшлек герцог тәхеттән баш тартҡан. Һөҙөмтәлә, 911 йылдың ноябрендә Форхгаймда яңы король итеп Франконияның герцогы Конрад I һайлана. Уны һайлау Саксонияла, Баварияла һәм Швабияла хуплау тапҡан. Әммә Конрад I-нең оҙаҡҡа һуҙылмаған идараһы арҡаһында үҙәк власть герцоглыҡтарҙағы хәлдәр торошон контролдә тотоуҙан туҡтаған, ә Лотарингия Көнсығыш Франк короллегенән айырыла һәм Көнбайыш Франк короллеге хакимлығына күскән.

Конрад I 918 йылда мәрхүм була, һуңынан 919 йылдың майында Саксония герцогы Генрих I Ҡош тотоусы (Птицелов) яңы король итеп һайлана.

Әммә феодалдарҙың бер өлөшө Генрихты танымаған, Бавария герцогы Арнульф I Яуызды (Злой) король итеп һайлаған. Был факт тураһында йылъяҙмала тәүге тапҡыр «Германия Короллеге» (лат. regnum teutonicorum) тигән төшөнсә телгә алына: «Арнульф, Бавария герцогы, шуға күрә Көнсығыш Короллеге менән идара итергә һайланды» (лат. Baiuarii sponte se reddiderunt Arnolfo duci et regnare ei fecerunt in regno teutonicorum), шуға күрә 919 йыл йыш ҡына Көнсығыш-Франция короллеге урынында Яңы дәүләт — Германия Короллеге барлыҡҡа килгәән тип иҫәпләнә.

Арнульф Яуыз ҡарамағындағы биләмә Бавария һәм уның эргә-тирәһеләй йыйылған, ә 921 йылда Арнульф Яуыз Генрих I Птицеловт король тип танырға мәжбүр булған. Генрих I һәм уның тоҡомдары «Германия Короллеге» атамаһын ҡулланмаған, ләәкин шул уҡ 921 йылда Бонн килешеүенә ҡул ҡуйғанда Генрих I көнсығыш франктарҙың короле (лат. rex Francorum orientalium) тип аталған.

Людольфингтар осоронда Германия Короллеге үҙгәртергә

921 йылға Генрих I Птицелов Бавария һәм Швабия герцогтарының үҙенең король статусын таныуына өлгәшә. Шул уҡ йылда Генрих Бонн ҡалаһында Көнбайыш Франк короле Карл Простоватый менән килешеү төҙөй, өҫтәүенә Карл уны «дуҫы, көнсығыш короле» тип атай, ә Генрих уны «Алла мәрхәмәте менән көнбайыш франктар короле» тип атай. Шундай яғымлы булыуына ҡарамаҫтан, Лотарингияны Германияға ҡушыу өсөн Генрих көнбайыш өйәҙҙәрендәге низағ менән файҙаланған: тынғыһыҙ һәм тиктормаҫ Лотарингия герцогы Гизельберт тынысландырылған һәм Генрихҡа әсирлеккә эләккән. Генрих уны герцог титулынан мәхрүм итмәгән, 928 йылда хатта үҙенең ҡыҙы Герберганы уға кейәүгә биргән. Һәм шуның менән мөһим аҙым яһалдған: герман ҡәбиләләре, федерация характерында булыуға ҡарамаҫтан, тотош берҙәм дәүләткә берләшкән.

Генрих I идара иткән осорҙа славяндар ултырған ерҙәрҙе яулап алыу иҫәбенә Германия Короллеге биләмәһен көнсығышҡа табан киңәйтеүгә өлгәшкән. Баҫып алынған биләмәләр урынында ул үҙенең биләмәләрен славяндарҙан һаҡлау өсөн бер нисә маркаға (административ берәмек) нигеҙ һалған. Шулай уҡ Генрих Германияны венгрҙар һәм даттарҙың һөжүменән дә һаҡлай алған.

Генрих I 936 йылда вафат булған. Уның икенсе никахтан өлкән улы — Бөйөк Оттон I вариҫы булған.

Идара итеүенең тәүге йылдарында Оттонға герман аҡһөйәктәренең ихтилалдарын баҫтырырға тура килгән. Ул идара иткән осорҙа Германия короллеге ярайһы уҡ нығынған: венгрҙарҙың сапҡындары сағылдырыла (955 йылда Лех йылғаһындағы алыш), Эльба буйы һәм Мекленбургтың славян ерҙәре яғына әүҙем экспансия башланған. Еңеүҙәр славян илдәренә, Венгрия һәм Дания Короллектәренә энергиялы миссионерлыҡ эшмәкәрлеге менән оҙатылған. Сиркәү Германияла король власының төп таянысына әүерелгән. Көнсығыш-Франк короллегенең территориаль структураһы нигеҙен тәшкил иткән ҡәбилә герцоглыҡтары Оттон I осоронда үҙәк власҡа буйһонған. 960-сы йылдар башына Оттон Бөйөк Карл империяһының бөтә вариҫтары араһында иң ҡеүәтле хаким була һәм мәсихселәр сиркәүен һаҡлаусы репутацияһына эйә булған.

951 йылда Оттон I Италия урта короллегенә поход яһаған, уға Италия короле Лотарь II-нең йәш тол ҡатыны Адельгейда Бургундскаяны, Изге Рим империяһы императрицаһын, маркграф Беренгар II Иврейскийҙың ҡулға төшөрөүе сәбәпсе булған. Беренгар Оттонға ҡаршылыҡ күрһәтә алмай һәм хатта тотҡонлоҡтан ҡасҡан әсир ҡатынды ла һаҡлап ҡала алмай. Италияла Адельгейда яҡлылар булған, өҫтәүенә, ул бик яҡшы сифаттарға эйә булған, шунлыҡтан тол ҡалған Оттон уға үҙе менән никахҡа инергә тәҡдим иткән. Шул уҡ йылда Павияла уларҙың туйы үткән. Германия короле Беренгарҙы бер ҡыйынлыҡһыҙ еңеп сыҡҡан, ул, үҙенең Оттонға буйһоноуын күрһәтер өсөн, Магдебургка килгән, һәм Италия Короллегендә лен алған.

Әммә 1961 йылда Оттон Италияға икенсе поход яһарға мәжбүр булған, сөнки Беренгар оҙаҡ ваҡыт Германия короле вассалы хәлен күтәрә алмаған. Италияға Оттонды Беренгар тарафынан ҡыҫырыҡланған Рим папаһы Иоанн XII саҡырған. Оттон ғәскәр менән Италияға килгәс, Беренгарҙың ҡеүәте шундуҡ юҡ булған: ул туплаған ғәскәр таралған, Оттон ҡаршылыҡһыҙ Рим стенаһына килеп еткән.

Оттон бик яҡшы ҡабул ителгән: йәкшәмбе, 962 йылдың 2 февралендә, тантаналы осрашыуҙан һуң папа уға Изге Пётр соборында император тажын тапшырған, ә Оттон папаларҙың элекке сиркәү биләмәләрен кире ҡайтарырға вәғәҙә иткән. Был дата Изге Рим империяһының ойошторолоу көнө тип иҫәпләнә. Оттон, күрәһең, яңы империя асырға ниәтләмәһә лә һәм үҙен Бөйөк Карлдың вариҫы итеп кенә ҡараһа ла, ғәмәлдә, император тажының Германия монархтарына күсеүе Германияның Көнбайыш Франк короллегенән (Франция) тулыһынса айырылыуын һәм немец һәм Төньяҡ Италия территориялары нигеҙендә, Рим империяһы вариҫы һәм христиан сиркәүенең ҡурсалаусыһы булараҡ сығыш яһаусы яңы дәүләт берәмеге формалашыуҙы аңлатҡан.

Изге Рим империяһы составында Германия Короллеге үҙгәртергә

Италияға дәғүә итә башлағас, Оттон I үҙен франк короле тип кенә түгел, ә Бөйөк Карл кеүек, «франк һәм лангобард короле» (Rex Francorum et Langobardorum) тип атай башлаған. Император булып киткәндән һуң, Оттон I «римлеләр һәм франктар императоры» (лат. imperator augustus Romanorum et Francorum) титулын файҙалана (латин графикаһында көйөнсә). Уның вариҫтары үҙҙәрен Рим императорҙары тип атаған. Шулай итеп, Көнсығыш Франк короллеге тарҡалған. Шуға ҡарамаҫтан, күп тарихсылар «Германия Короллеге» термины менән Изге Рим империяһының немец өлөшөн атай.

Шуға ярашлы, немец феодалдары һайлаған, император булып китмәгән королдәрҙе йыш ҡына Германия королдәре (Rex Teutonicus) тип атайҙар. Әммә Оттон II Рыжий рәсми рәүештә 982 йылдан бирле, атаһы Генрих II Святой тере саҡта уҡ, «француз һәм лангобард короле» итеп һайланған һәм «рим императоры» тип атала башлаған.

Ә артабанғы королдәрҙе, тәхеткә ултырғанға тиклем, ғәҙәттә, «рим королдәре» (Rex Romanorum) тип йөрөткәндәр.

Икенсе тапҡыр, инде йылъяҙмала түгел, ә рәсми документта «Германия Короллеге» (Regnum Teutonicorum) тигән һүҙбәйләнеш XI быуатта барлыҡҡа килгән. Уны рим папаһы Григорий VII Изге Рим империяһы короле Генрих IV менән конфликт ваҡытында папа курияһы ҡулланған. XII быуатта «Германия Короллеге» исеме йыш ҡына сит ил сығанаҡтарында, ә Фридрих I Барбароссанан башлап — герман дипломатик документтарында телгә алына башлаған.

«Германияла король» тигән рәсми титулды (лат. Rex Germaniae, нем. König in Germanien) тәүге тапҡыр XVI быуатта Италияға императорлыҡ дәрәжәһен алыу маҡсаты менән походтарҙан баш тартҡан Изге Рим императоры Максимилиан I үҙенә ала — ул Римға таж кейеү өсөн килә алмай, һәм папа Юлий II уға «һайланған император» титулы менән файҙаланыуҙы рөхсәт иткән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә