Георгий таҫмаһы — символик таҫмаларҙы таратыу буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған йәмәғәт акцияһы. 2005 йылдан алып «РИА Новости» һәм йәштәргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы (РООСПМ) - «Студенттар ойошмаһы» - башланғысы менән үткәрелә.

Георгий таҫмаһы
Рәсем
 Георгий таҫмаһы Викимилектә

Шул ваҡыттан алып йыл һайын үткәрелгән традицион акцияға әүерелә һәм йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар һәм дәүләт бюджеты иҫәбенә 24 апрелдән 12 майға тиклем үткәрелә[1]. 2008 йылда Георгий таҫмалары 30-ҙан ашыу илдә таратыла. Акция үткәрелгән алты йыл эсендә бөтә донъяла 50 миллиондан ашыу таҫма таратыла. Акция үткәреү буйынса иң әүҙем илдәр — Рәсәй, Греция, Франция, Италия, Абхазия, [[Латвия], Бөйөк Британия, АҠШ, Германия, Ҡытай, Вьетнам, Бельгия, Афғанстан, шулай уҡ Молдова һәм Белоруссия[2][3][4][5]

Георгий таҫмаһы тышҡы күренеше һәм төҫө буйынса «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы ҡалыбының таҫмаһына тап килә. Әлеге акция сиктәрендә таратылған таҫмалар Георгий таҫмалары тип атала. Георгий таҫмаһы Екатерина II дәүерендә Рәсәй империяһының юғары наградаһы — Изге Георгий ордены — менән бергә барлыҡҡа килә.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның төп маҡсаты — «бер нәмәгә ҡарамаҫтан яңы быуынға, кем һәм ниндәй хаҡ менән кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һуғышта еңеү яулағанын, кемдең вариҫтары булып ҡалабыҙ, нимә менән һәм кем менән ғорурланырға тейешбеҙ, кемде иҫләргә тейешбеҙ икәнде оноттормаҫҡа»[6].

Акция «Олатайымдың Еңеүе — минең Еңеү», «Бәйлә. Әгәр исеңдә тотһаң!!», «Мин хәтерләйем! Мин ғорурланам!», «Беҙ — Бөйөк Еңеү вариҫтары!», «Еңеү өсөн олатайға рәхмәт!» һәм башҡа лозунгылар аҫтында үткәрелә[6].

Дөйөм мәғлүмәт үҙгәртергә

XVIII быуаттан башлап Георгий таҫмаһы юғары армия наградаһы — Изге Георгий ордены (Георгий тәреһе) өлөшө була. Георгий таҫмаһы I, II һәм III дәрәжә Дан орденының һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалының ҡалыбындағы таҫманы ҡабатлай.

 
Бөйөк Ватан һуышының 70-йыллығына арналған тантанаға килгән илдәр етәкселәренең Билдәһеҙ һалдат ҡәберлегенә һалған тажындағы Георгий таҫмаһы,
2015 йылдың 9 майы

Әлеге таҫманы «Гвардия таҫмаһы» тип исемләү дөрөҫлөккә тап килер ине, тигән фекерҙәр бар, сөнки Георгий таҫмаһының төҫтәре — һары һәм ҡара (1769 йылғы статут) йәки ҡыҙғылт һары һәм ҡара (1913 йылғы статут) ә Гвардия таҫмаһының төҫтәре — алтын-ҡыҙғылт һары һәм ҡара. Ысынында геральдик күҙлегенән ҡыҙғылт һары һәм һары — шул уҡ алтын төҫө. Мәҫәлән, урыҫ полководецы Михаил Кутузов рәссам Роман Волков портретында ҡара-ҡыҙғылт һары Георгий таҫмаһы менән һүрәтләнгән (1813 йыл). Совет власы осоронда Георгий таҫмаһы юҡҡа сығарыла (1917 йылғы «Бөтә хәрбиҙәрҙе хоҡуҡтарҙа тигеҙләү тураһында» декреты) һәм бер тапҡыр ҙа дәүләт наградаларында ҡулланылмай[7]. 1942 йылда хәрби Дан ордены ҡалыбын Гвардия таҫмаһы биҙәй.

«Георгий таҫмаһы» акцияһы 2005 йылда Еңеүҙең 60-йыллығына интернет-проекттары директоры Наталья Лосева башланғысы менән старт ала («Наша Победа. День за днем» проекты) (һуңыраҡ — ОРН ФГУП РИА Новости етәксеһенең беренсе урынбаҫары)[8](һуңғараҡ — ОРН (Берләштерелгән яңылыҡтар редакцияһы) етәксеһенең беренсе урынбаҫары (ФГУП РАМИ «РИА Новости[9][10]. Шулай уҡ акция ойоштороусыһы булып "Студенческая община"ның экс-лидеры, хәҙерге ваҡытта ГАУК «Мосгортур» директоры Василий Овчинников[11],[12] иҫәпләнә. Киң мәғлүмәт саралары фекеренсә, акцияның авторы шәхсән Наталья Лосева[13][14].Тыуған ҡалаһы Новосибирскиҙағы урындағы гәзиткә биргән интервьюһында Лосева ошолай тип белдерә[15]:

  Акция бер ниндәй ҙә географик бәйләүҙәрһеҙ башланғайны. Мин планлаштырғандың барыһы — Новосибирскиға иң яҡын дуҫтарыма һәм туғандарыма бер нисә таҫма ебәреү ине. Әммә акция башлауҙан бер аҙна үткәс тә РИА «Новости» бинаһын штурм менән тиерлек ала башланылар. Тәүлегенә 24 сәғәт бында таҫма алырға теләүселәрҙең сираты торҙо. Кешеләрҙең шул тиклем идеяны аңлауы һәм ҡабул итеүе мине аптыратты.  

«Георгий таҫмаһы» акцияһы кодексы үҙгәртергә

 
Санкт-Петербургта оло йәштәге ҡатын георгий таҫмаһы менән, 2015 йылдың 9 майы.

Георгий таҫмаларын ҡулланыу «Георгий таҫмаһы» акцияһы кодексы регламенты менән билдәләнә, кодекс 10 пункттан тора[16]. Акция дәүләт, урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән финанслана. Акция инициаторҙары фекере буйынса, таҫма бушлай таратылырға тейеш[16].

«Георгий таҫмаһы» акцияһы — сәйәси һәм коммерция булмаған акция.

  1. Акцияның маҡсаты — Еңеү көнө символын булдырыу
  2. Был символ — ветерандарға ҡарата ихтирам белдереү, һуғыш яланында һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү, фронт өсөн барыһын да биргән кешеләргә рәхмәт әйтеү символы.
  3. «Георгий таҫмаһы» геральдик символы түгел, ә Георгий таҫмаһының традицион биколорын сағылдырған символик таҫма,
  4. Акцияла оригиналь Георгий һәм Гвардия наградалары таҫмаларын ҡулланыу тыйыла.
  5. «Георгий таҫмаһы» һатыу-һатып алыу объекты була алмай.
  6. «Георгий таҫмаһы» тауар һәм хеҙмәттәрҙе алға һөрөү өсөн ҡулланыла алмай. Таҫманы тауар ҡабы элементы итеп йәки тауар янына ҡушып биреү сифатында ҡулланыу тыйыла.
  7. «Георгий таҫмаһы» бушлай таратыла. Таҫма сауҙа учреждениеһы клиентына тауар йәки хеҙмәттәр өсөн алмашҡа бирелмәй.
  8. Сәйәси маҡсаттарҙа ниндәй ҙә булһа партиялар йәки хәрәкәттәр «Георгий таҫмаһын» ҡуллана алмай.
  9. «Георгий таҫмаһы»нда бер йәки ике яҙыу булыуы мөмкин: таҫманы етештергән ҡала/дәүләт исеме. Башҡа яҙыуҙар таҫмала тыйыла[17].

Тарихы үҙгәртергә

2005 үҙгәртергә

Таҫма тәүге тапҡыр 2005 йылдың яҙында таратыла. Активистар таҫмаларҙы метро станциялары янында, сауҙа үҙәктәрендә таратларар йәки уларҙы парковкала торған автомобилдәрҙең антенналарына бәйләп ҡуялар[18]. Таҫма тантаналы сараларҙың, мәктәптәрҙә ветерандар менән традицион осрашыуҙарҙың, Рәсәй Федерацияһының күп кенә ҡала байрамдарының атрибуты булып китә. Акцияға Бөйөк ватан һуғышы ветерандары фатиха бирә, әммә акцияның ҡатнашыусылары башлыса йәштәр була[19]. Бөтәһе 800 мең таҫма таратыла.

Георгий таҫмалары сит илдәге Рәсәй илселектәренең күпселегенә ебәрелә.

2006 үҙгәртергә

2006 йылда акция сиктәрендә Рәсәйҙең 900-ҙан ашыу ҡалаһында, яҡын һәм алыҫ сит ил дәрҙә 4 миллиондан ашыу Георгий таҫмаһы таратыла. Акцияла Израиль, АҠШ, Канада, Фарсы ҡултығы илдәре, Европаның күп кенә ҡалалары ҡатнаша. Прогресс М-57 космос карабы Еңеү көнө символын Халыҡ-ара космос станцияһына алып барып еткерә[19]. Акцияға партнерҙар булараҡ BP һәм МТК заправкалау селтәрҙәре, Рәсәй һаҡлыҡ банкы, «Интеррос» холдингы ҡушылалар.

From-UA интернет-изданиеһы һәм «Славян донъяһы» Үҙәге башланғысы менән «Георгий таҫмаһы» акцияһы тәүге тапҡыр Украинала үткәрелә.

2007 үҙгәртергә

2007 йылдан алып «Георгий таҫмаһын» Еңеү көнөндә Ҡыҙыл майҙандағы парадтар ваҡытындаил етәкселәренең пиджак лацкандарында күрергә мөмкин, мәҫәлән, Владимир Путиндың һәм Дмитрий Медведевтың[20][21].

2007 йылда урыҫ диаспоралары булған бөтә илдәрҙә лә үтә. Акцияға Советтар Союзына ҡағылышы булмаған илдәр ҙә ҡушыла. Бөтә донъя буйынса 10 миллиондан ашыу таҫма таратыла[19].

2007 йылда тәүге тапҡыр Словакияла һәм Чехияла үтә, ойоштороусыһы Slovnik.org. интернет-порталы.

Ҡайһы бер интернет-сайт ҡулланыусыларына[22] Георгий таҫмаһын аватарка сифатында ҡулланырға тәҡдим итәләр.

2008 үҙгәртергә

 
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Георгий таҫмаһын бәйләйҙәр. 2009 йыл

2008 йылда Рәсәйҙең бөтә төбәктәре тиерлек акцияла ҡатнаша башлай. Төбәк һәм урындағы хакимиәттәре, «афгансылар» ветеран ойошмалары һәм предприятелар 2 миллион самаһы Георгий таҫмаһына заказ бирәләр[23]. Ҡарасай-Черкесияла — миллион ярым, Төньяҡ Осетияла - 20 мең, Коми Республикаһында — 400 меңдән ашыу таҫма, 1,8 миллиондан ашыу таҫма Санкт-Петербург ҡалаһында таратыла[6].

Яҡын һәм алыҫ сит илдәр иҫәбенән иң әүҙем ҡатнашыусылар — Греция, унда 20 меңдән ашыу таҫма таратыла, шулай уҡ Украина, Үзбәкстан, Эстония, Латвия, Франция, Италия, Германия, Бельгия, [Молдавия]] (Приднестровье), Исландия, Бөйөк Британия, АҠШ, Ҡытай, Вьетнам, Афғанстан, Мексика (бөтәһе 30-ҙан ашыу ил ҡатнаша).

Мәскәүҙә беренсе тапҡыр «Георгий таҫмаһы» Хәрби кино фестивале үткәрелә[6].

2008 йылда Эстония Дәүләт телерадиоһыгың урыҫ телле редакцияларына «Георгий таҫмаһы» акцияһы тураһында телгә алыу тыйыла[24].

2009 үҙгәртергә

Февраль айында хәҙерге Рәсәй тарихында иң иң масссауи патриотик халыҡ акцияһына арналған фотография күргәҙмәһе үткәрелә[6]. Псков өлкәһендә аҡ мәрмәрҙән эшләнгән хәтер ғибәҙәтханаһы асыла. Эстән ғибәҙәтхана Георгий таҫмаһы рәүешендә яһалған постаментта Георгий тәреһе меннә биҙәлгән. Ошондай туғыҙ ғибәҙәтхана төҙөлгән.

2010 үҙгәртергә

«Георгий таҫмаһы» акцияһы Героой-ҡалаллары буйынса Бөйөк Ватан һуғышының 65-йыллығына арналған автопробегтың символы була. Һәр ҡалала югереүҙә ҡатнашыусылар таҫмалар тарата.

2011 үҙгәртергә

«Георгий таҫмаһы» бик ҙур таҫмаларға һәм хатта һүрәттәрҙә сағылдырыла. Мәҫәлән, Амурҙа оҙонлоғо 8 метр һәм киңлеге 50 сантиметр булған таҫманы студенттар үҙаллы тегәләр һә, шарҙарға беркетеп, һауаға осоралар. Томск ҡалаһында ике ҙур Георгий таҫмаһын тегәләр. Железногорскиҙа граффити оҫталары ҡала үҙәгендә бик ҙур таҫманы эшләйҙәр.

9 майҙа Карелия таможня хеҙмәткәрҙәре Рәсәй-Финляндия сиген үтеүсе туристарға таҫмалар тарата.

«Георгий таҫмаһы» проекты сиктәрендә 11-18 июндә Севастополь — Балаклава — Артек — Севастополь маршруты буйынса «Диңгеҙ корпусы — герой — ҡалалар 2011» халыҡ-ара крейсер яхталарының елкәнле регатаһы үткәрелә.

2012 үҙгәртергә

27 апрелдә Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәге (ВВЦ) майҙансыҡтарындағы ВВЦ «Йәштәр ҡалаһы» спорт-ял сараһы үтә, шулай уҡ унда волонтерҙар таҫмалар тарата[25].

Проект «Rap info» РИА новости проекты Еңеү көнөнә бағышланған махсус тапшырыу әҙерләй. Ойоштороусылар эшләгән тарих видеодәресен акцияһы сайтында ҡарап була ине.

Бөтә донъя бйынса 7 миллиондан ашыу таҫма таратыуҙан тыш, «виртуаль» таҫмалар бүләккә алыу мөмкинлеге тыуа. «Синыфташтар» (OK.ru) социаль селтәре таҫма һүрәтен фотографияға урынлаштырыу буйынса бушлай сервис аса. Бөтәһе бындай таҫма 22 мллион урынлаштырыла.

Георгий таҫмалары Еңеү көнөндә никахлашҡан йәштәргә, шулай уҡ ғаилә тормошо юбилейын билдәләгән ирле-ҡатындарға тапшыралар.

20 меңдән ашыу таҫма Рәсәй МВД-на тапшырыла, уларҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 4 майҙан алып тәртип боҙоусыларға һәм теләгән бөтә автомобиль йөрөтөүселәргә тараталар. Ленточка тапшырҙы, 20 меңдән ашыу булған Рәсәй эске эштәр министрлығы, 5 майҙа хеҙмәткәрҙәре менән боҙоуҙарҙы туҡтатыуға һәм уларҙы таратырға теләүселәр барыһы ла ябай стационар постары н автолюбитель ДПС Мәскәүҙә.

2013—2015 үҙгәртергә

 
Алматыла йәштәр Еңеү көнөндә Георгий таҫмалары менән. (Ҡаҙағстан). 2013 йыл
 
Георгий таҫмалары биралаү урында күрһәтелгән реклама реклама стендә. Мәскәү, 2015 йыл

Акция сиктәрендә 2014 йылдың 5 майында «Еңеү энергияһы» проекты сиктәрендә Смоленскиҙа иң оҙон Георгий таҫмаһын күреп булды. Таҫманың оҙонлоғо яҡынса 400 метр, киңлеге — 36,5 сантиметр. Сарала 500-ҙән ашыу волонтер ҡатнаша[26].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Комментарийҙар
Сығанаҡтар
  1. Закон Санкт-Петербурга «О бюджете Санкт-Петербурга на 2008 год и на плановый период 2009 и 2010 годов» 2011 йыл 27 апрель архивланған.
  2. Более 300 тысяч «георгиевских ленточек» раздадут на Кубани. РИА Новости (13 апрель 2010). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 19 февраль 2012 года.
  3. Проведение международной акции «Георгиевская ленточка» в Республике Беларусь. Представительство Россотрудничества в Республике Беларусь. Дата обращения: 2 май 2015. Архивировано из оригинала 18 май 2015 года. 2015 йыл 18 май архивланған.
  4. В Молдавии к юбилею Победы волонтеры начали раздавать Георгиевские ленточки / Новости / Русский век
  5. В Молдове стартовала акция «Георгиевская ленточка» — Конгресс русских общин Республики Молдова
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 История акции 2012 йыл 13 февраль архивланған. // Официальный сайт акции «Георгиевская ленточка»
  7. Декрет СНК РСФСР «Об уравнении всех военнослужащих в правах» от 16 декабря 1917 года
  8. Наталья Лосева: я была в шоке от того, как люди поняли и приняли идею — Электронный город (Новосибирск). Дата обращения: 26 декабрь 2008. Архивировано из оригинала 8 май 2009 года. 2009 йыл 8 май архивланған.
  9. Открытие фотовыставки «Георгиевская ленточка» в Москве | Библиотека изображений «РИА Новости»
  10. Александр Привалов. О. Журнал Эксперт (14 май 2007). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 21 май 2007 года. 2007 йыл 21 май архивланған.
  11. Московские новости / Премия Московских новостей. Дата обращения: 16 февраль 2015. Архивировано из оригинала 16 февраль 2015 года. 2015 йыл 16 февраль архивланған.
  12. Василий Овчинников назначен директором Московского агентства организации отдыха и туризма
  13. Георгиевская ленточка превращается в инструмент пиара и аксессуар одежды (фото) — Общество — Gazeta.Spb
  14. Ковровское телевидение — КОВРОВ-ТВ — Первый городской телеканал — Георгиевская ленточка. Дата обращения: 17 май 2009. Архивировано из оригинала 28 февраль 2014 года. 2014 йыл 28 февраль архивланған.
  15. Статья «Я была в шоке от того, как люди поняли и приняли идею» на портале «Электронный город» от 9 мая 2007 года, http://www.cn.ru/news/245451/ 2009 йыл 8 май архивланған.
  16. 16,0 16,1 Кодекс «Георгиевской ленточки». Дата обращения: 5 июнь 2016. Архивировано из оригинала 31 май 2016 года. 2016 йыл 31 май архивланған.
  17. Опубликован Кодекс (ru-RU), ИА REGNUM. 7 май 2018 тикшерелгән.
  18. «Повяжи Георгиевскую ленточку». Итоги и будущее акции | online конференции | Лента новостей «РИА Новости». Дата обращения: 15 май 2011. Архивировано из оригинала 14 октябрь 2010 года. 2010 йыл 14 октябрь архивланған.
  19. 19,0 19,1 19,2 Вся правда о «Георгиевской ленточке» // РИА-Новости, 23/04/2007
  20. Военный парад в честь 63-й годовщины Победы в Великой Отечественной войне, «РИА Новости»
  21. А. Сердюков, М. Фрадков, В. Путин, «РИА Новости»
  22. Например, NoNaMe: Операция «Георгиевская ленточка»
  23. Около 2 млн «георгиевских ленточек» заказали в регионах России. РИА Новости (3 апрель 2008). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 19 февраль 2012 года.
  24. Русскоязычным редакциям Гостелерадио Эстонии запретили упоминать акцию «георгиевские ленточки». REGNUM (24 апрель 2009). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 19 февраль 2012 года.
  25. Анонс Российской газеты о Городе молодежи
  26. Смоленские энергетики в честь празднования Дня Победы представят самую протяжённую Георгиевскую ленту в России

Һылтанмалар үҙгәртергә