Георгий Победоносец сиркәүе (Киреевка)

1850

Православие ғибәҙәтханаһы
Георгий Победоносец сиркәүе
Ил Рәсәй
Конфессия Православие
Епархия Шахты һәм Миллерово епархияһы 
Төҙөлгән ваҡыты 1850
Бөгөнгө хәле эшләүсе

Георгий Победоносец сиркәүеРостов өлкәһе Октябрь районы Артемовск биләмәһенең Киреевка ауылы сиркәүе. Урыҫ Православие сиркәүе Шахты һәм Миллерово епархияһының Түбәнге Дон мәнфәғәтенә ҡарай.

Адресы:Ростов өлкәһе, Октябрь районы , Киреевка утары , Ленин ур., 9-сы йорт.

Тарих үҙгәртергә

Киреевка утарындағы Георгий Победоносец сиркәүе 1850 йылда төҙөлгән һәм изгеләндерелгән. Яңы таш сиркәүгә нигеҙ һалыусы һәм төҙөүселәр Киреево-Кадамовский һәм Сидоров—Кадамовский утары казактары.

1899 йылда сиркәүҙә асылған сиркәү-мәхәллә мәктәбе асылған[1].

Октябрь революцияһы ваҡытында һәм унан һуңғы йылдарҙа сиркәүҙә дин әһеле Гавриил хеҙмәт иткән, 1918 йылда уны таш сығарыу карьерында Киреевка утары менән Даниловка ҡасабаһы араһында таш менән бәреп үлтергәндәр.

1937 йылда ауыл Советы ҡарары буйынса йортто складҡа әүерелдергәндәр, унда ашлыҡ һәм картуф һаҡлағандар. Бөтә сиркәү кәрәк-яраҡтарын ауыл кешеләре өйҙәренә таратып алғандар.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 19421943 йылдарҙа сиркәү бинаһында немецтар хәрби әсирҙәр өсөн төрмә яһағандар. Ауыл азат ителгәс, сиркәүҙе мәхәллә ҡарамағына тапшырғандар.

1944 йылда район башҡарма комитеты, ауыл халҡы менән килешеү төҙөп, сиркәүҙе мәхәллә кешеләренә биргән. Ул ваҡытта сиркәүҙең руханийы-Петр Сергеевич Ячменников, старостаһы Иван Ильич Просандеев булған.

1950-се йылдарға сиркәүҙә ремонт үткәрелгән, түбәһе ремонтланған, уны тимерменән япҡандар һәм буяғандар. Сиркәүҙең үҙен дә тоташ буяғандар. 1960-се йылдарҙа сиркәүҙең эске стеналарына дини һүрәттәр төшөрөлгән туҡыма йәбештергәндәр. Шул уҡ йылдарҙа иконостас яңыртылған.

2013 йылдың 27 апрелендә Шахты епархия идарасыһы Преосвященный Игнатий сиркәүҙе Изге ыҙа сигеүсе Георгий Победоносец хөрмәтенә изгеләндергән. Яңы изгеләндерелгән Хоҙай йортонда Изге Иоанн Златоустҡа бағышлап литургия үткәргән.

Дин әһелдәре үҙгәртергә

  • Оксёнов Фёдор Лупович (19181919).
  • Һуғыштан һуң — Фёдор Капитонович.
  • Василий Кузин (19551957).
  • Иоан Есин (19571960) .
  • Спиридон Тарасов һуңыраҡ — Курск һәм Белгородск архиепискобы Ювеналий (19631967).
  • Протоиерей Георгий Болоцков 1991 йылдан алып сиркәүҙә хеҙмәт итә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә