Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы

Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы (14 июль 1976 йыл) — спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса 1998 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй гроссмейстеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003).

Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 14 июль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шашкасы
Спорт төрө шашки[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы Георгиева (ҡыҙ фамилияһы Ишморатова) 1976 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған.

1998 йылдан башлап Рәсәй йыйылма командаһына инә.

1999 йылдан алып «Нефтсе» һәм «Башнефть»-Ишембай, «Башнефть»-Өфө профессиональ шашка клубтары өсөн сығыш яһай.

Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында төп программала Рәсәй чемпионы (2001, 2002, 2004)[1]. Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (1997) призеры. Европа (2002) һәм Рәсәй (2009) шашка конфедерацияһы Кубоктарын яулаусы

2003 йылда Гүзәл Георгиеваға «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» исеме бирелә.

Тренерҙары үҙгәртергә

Шашка буйынса Ишембай спорт мәктәбе һәм тренер Юрий Чертоктың тәрбиәләнеүсеһе. 1996 йылдан уның менән шулай уҡ ире Александр Георгиев күнекмәләр үткәрә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ире Александр Георгиев. Ике балаһы бар: Светлана һәм Сергей. Ғаилә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә