Генетика

организмдарҙың нәҫелсәнлек һәм үҙгәреүсәнлек ҡанундарын өйрәнеүсе фән.

Гене́тика (от грек. γενητως — тыуҙырыусы[1][2][3]) — нәҫелсәнлек һәм үҙгәреүсәнлек тураһында фән.

Генетика
Нигеҙләү датаһы 1900
Рәсем
Нигеҙләүсе Грегор Иоганн Мендель[d], Де Фриз, Хуго, Корренс, Карл һәм Чермак-Зейзенегг, Эрих
Өйрәнеү объекты геном[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 87 661
 Генетика Викимилектә
Фрагмент ДНК

Инеш һүҙ үҙгәртергә

Башта генетика нәҫелсәнлек һәм үҙгәреүсәнлек закондарын бары фенотипик мәғлүмәттәр нигеҙендә генә өйрәнә.

Организмдарҙың нәҫелсәнлек һәм үҙгәреүсәнлек ҡанундарын, сәбәптәрен, төпкөл эстәлеген асыҡлау ген нәҫелсәнлектең элементар берәмеге булыуын, нәҫелсәнлектең хромосомалар тәғлимәтен асыу, цитология, молекуляр биология һәм башҡа фәндәр методтарын ҡуллана башлау менән генә мөмкин була.

Хәҙерге көндә гендарҙың ДНК йәки РНК молекулаларының айырым урындары булып, уларҙа бөтә генетик мәғлүмәттең кодланыуы һәм һаҡланыуы иҫбат ителгән.

Эукариот организмдарҙың ДНК молекулаһы хромосоманың эсендә төрөлгән һәм күҙәнәк ядроһы эсендә һаҡлана. Шулай уҡ, митохондрияларҙың һәм хлоропластарҙың (үҫемлектәрҙә) үҙ ДНК-лары бар.

Прокариоттарҙа ДНК молекулаһы йомоҡ ҡулса хәлендә (бактериальная хромосома, или генофор) һәм цитоплазма эсендә ята. Йыш ҡына прокариоттарҙа вағыраҡ ДНК молекулалары — плазмидтар ҙа була.

Өйрәнеү объекты буйынса генетиканы үҫемлектәр, хайуандар, микроорганизмдар , кеше генетикаһына һәм башҡаларға бүлеп йөрөтелә.

Өйрәнеү методтары буйынса фән молекуляр генетикаға, экологик генетикаға, популяциялар генетикаһына һәм башҡаларға айырып ҡрала.

Генетиканың ҡаҙаныштары медицинала, ауыл хужалығында, микробиологик сәнәғәттә, гендар инженерияһында киң ҡулланыла.[4].

Грегорь Менделдең эштәре үҙгәртергә

1865 йылда монах Грегорь Мендель [Августин]] монастырендә (Брно), хәҙерге Чехия) биләмәһендә) урындағы тәбиғәт өйрәнеүселәр йәмғиәте ултырышында сығыш яһай.

Доклады «Үҫемлек гибридтары менән тәжрибәләр» тип атала. Унда Мендель ҡауыштырыу методын ҡулланып, үҙе асҡан нәҫелсәнлек закондары тураһында сығыш яһай. Тәжрибәләре ярҙамында һәр нәҫел үҙсәнлеге артында нәҫел факторы тороуын, нәҫел факторҙары үҙ-ара ҡушылмауын, ә айырым берәмектәр булып, нәҫелдән нәҫелгә күсеүен иҫбат итә.

Фәнгә был асыштар Мендель закондары булып инеп китһәләр ҙә, танылыу өсөн 35 йыл кәрәк булып сыға. Иҫ китмәле асыштарҙы ҡабул итергә замандаштары өлгөрөп етмәгән булып сыға.

Классик генетика үҙгәртергә

XX быуат башында Карл Корренс, Эрих Чермак һәм Гуго Де Фриз үҫемлектәрҙе гибридлаштырыу буйынса тәжрибәләре тураһында сығыш яһайҙар.

Мендель закондарын бары яңынан асҡан ғына булһалар ҙа, хеҙмәттәре баһалап бөткөһеҙ. Ғалимдар закондарҙы һәр береһе айырым, бер-береһенән бәйһеҙ аса; Мендель закондарының дөрөҫлөген иҫбатлай; генетика фәненә нигеҙ һалына.

1900 йыл генетика фәненең тыуған йылы булып тарихҡа инә. Фәнгә исем инглиз натуралисы Уильям Бэтсон тарафынан бирелә (1905 йылда шәхси хат менән һәм 1906 йылда йәмәғәтселек алдында). 1909 йылда Дания ботанигы Вильгельм Йогансен «ген» төшөнсәһен ҡулланышҡа индерә.

Генетиканың үҫешенә «нәҫелсәнлектең хромосомалар тәғлимәте» ныҡ йоғонто яһай. Америка генетигы Томас Ханта Моргана һәм уның уҡыусылары дрозофилала (Drosophila melanogaster) үткәрелгән тәжрибәләре ярҙамында нәҫел үҙсәнлектәренең бәйле күсеүе осраҡтарын аса. Шуның нигеҙендә гендарҙың урынын күрһәтеп, хромосомалар картаһын төҙөйҙәр. Хромосомаларҙың эләгешеү төркөмдәрен асыҡлайҙар (1910—1913 йй.).

Молекуляр генетика үҙгәртергә

Молекуляр генетиканың үҫеше 1940—1950-х йылдарҙан башланып китә.

ДНК молекулаларының төҙөлөшен асыҡлауға өлгәшәләр, нәҫел мәғлүмәте йөрөтөүен иҫбатлайҙар. ДНК коды, кодтың триплетлы булыуын, аҡһым синтезлау механизмын асалар.

Мендель закондары үҙгәртергә

  1. Беренсе быуын гибридтарының бер төрлөлөге.
  2. Билдәләрҙең тарҡалыу законы.
  3. Билдәләрҙең нәҫелгә үҙ-ара бәйһеҙ күсеү законы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Genetikos (γενετ-ικός). Henry George Liddell, Robert Scott, A Greek-English Lexicon. Perseus Digital Library, Tufts University.
  2. Genesis (γένεσις). Henry George Liddell, Robert Scott, A Greek-English Lexicon. Perseus Digital Library, Tufts University.
  3. Genetic. Online Etymology Dictionary.
  4. . — 3-е изд. — Большая российская энциклопедия, 1999. — ISBN 5852702528.