Генерал Скобелев һәйкәле (Мәскәү)

Генерал Скобелев һәйкәлемәскәү монументаль атлы һыны 1877-1878 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы геройы, инфантерия генералы Михаил Скобелевҡа ҡуйылған һәйкәл. Һәйкәл скульптор Петр Самонов проекты буйынса Тверь майҙанында губернатор һарайы алдындав 1911—1912 йылдарҙа ҡуйылған[1]. Һәйкәл асылыу менән Тверь майҙаны «Скобелевский майҙаны» исемен ала. Монумент 1912 йылдың 24 июнендә асыла һәм 1918 йылдың апрелендә большевиктар тарафынан һүтелә[2].

Генерал Скобелев һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1912
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү һәм Тверская площадь[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d] һәм бронза
Һүрәтләнгән объект Михаил Дмитриевич Скобелев[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Карта
 Генерал Скобелев һәйкәле (Мәскәү) Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

 
Һәйкәл асыу, 1912 йыл
 
Һәйкәл асыу, 1912 йыл
Файл:Памятник Скобелеву.jpg
Скобелев һәйкәле, 1912-1918 йылдар
 
Рәссам Александр Герасимов картинаһындағы монумент, 1917 йыл

Башы үҙгәртергә

1907 йылда Мәскәү ҡала думаһы депутаты Шамин Николай генерал Скобелев хөрмәтенә музей булдырыуҙы һорап Дума комиссияһына хат яҙа:

  26 июня текущего года исполнилось 25 лет со дня кончины незабвенного народного героя и великого полководца «Белого генерала» М. Д. Скобелева. <…> Москве, сердцу России, где скончался Михаил Дмитриевич, первой следует стремиться к увековечению памяти великого русского полководца: учредить музей его имени или же заложить ему памятник. Необходимо немедленно озаботиться прибитием мраморной доски к дому, где скончался Михаил Дмитриевич[2].  

Скобелев Мәскәү кешеһе булмағанлыҡтан , был комиссия башта музей асырға рөхсәт бирмәй. Шуға ҡарамаҫтан, Шамин идеяларын иҫкә алып, Скобелевҡа һәйкәл ҡуйырға ризалыҡ бирә һәм уның яҙмаларын Генераль штабҡа ебәрә.

1908 йылдың 26 февралендәге комиссия ултырышында һәйкәл төҙөү өсөн иғәнә йыйыусы итеп Николай академияһы Генераль штабының начальнигы Дмитрий Щербачевты тәғәйенләйҙәр. Скобелев комитеты һәм «Рус инвалид» гәзите аҡса йыйыу менән булыша. Улар бер йыл эсендә 176 000 бит яҙыу биттәре таратҡан[3]. 1909 йылдың ғинуарына ҡарата һәйкәл төҙөү өсөн яҡынса 7500 һум иғәнә йыйыла, әммә 1910 йылдың башына был сумма 65 000 рублей[2] һумға тиклем арта.

Һәйкәл өсөн урын һайлағанда губернатор һарайы алдында туҡталалар[3].

1910 йылдың ғинуарында һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс асыла. Шул уҡ йылдың 25 майына тиклем заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Хәрбиҙәрҙән һәм скульптарҙан торған жюри Самоновтың «За царя и Родину» атлы статуяһы конкурста еңеп сыға. 1910 йылдың 10 авгусында Николай II монументтың проектын тулыһынса раҫлай[3].

Булдырыу үҙгәртергә

Һәйкәл ҡойоу, бөтә бронза эштәре, ҡоролма нигеҙен эшләү, гранит һәм таш деталдәрен эшләү А. Марон заводына йөкмәтелә. Ат һәм өҫтәмә дүрт фигура, ун бер барельеф һәм дүрт дүрт фонарь һынын Самонов 1912 йылдың 21 мартында тамамлай. Һәйкәл моделе ауырлығы 450 бот , бейеклеге 7 аршын тәшкил итә. Шул уҡ йылдың июнендә һәйкәл ҡойоу башлана[2].

Монументты төҙөү 1911 йылдың апрелендә башлана. Уның барышын инженер-полковник Михаил Воронцов-Вельяминов һәм рәссам Иван Кузнецов күҙәткән. Шул уҡ йылдың май айында ҡоролма фундаменттарының әҙерлек буйынса эштәре тамамлана, ә 5 июндә һәйкәл ҡуйыу тантанаһы үтә. Тантанала Мәскәү хәрби округы ғәскәре командующийы генерал Павел Плеве, Мәскәү гарнизоны ғәскәрҙәре вәкилдәре, 4 армия корпусы командиры кавалерия генералы Антон Новосильцов, Мәскәү губернаторы Владимир Джунковский, ҡала башлығы Александр Адрианов һәм губерна һәм өйәҙ дворяндары булған[2]. Мәскәү митрополиты Владимир Ҡотҡарыусы Христос ҡорамынан Тверь майҙанына тиклем тәре йөрөтә һәм монументҡа тәүге нигеҙ ташын һала. Пьедестал ҡуйыу һәм гранит эштәре 1912 йылдың февралендә тамам була[3].

Һәйкәл асыу тантанаһы 1912 йылдың 24 июнендә Скобелевтың вафатына 30 йыл тулған көндә үткәрелә. Тантанала генералдың туғандары һәм хеҙмәттәштәре ҡатнаша. «Коль славен наш Господь в Сионе» тауышы аҫтында тәре йөрөтөлә һәм молебен үткәрелә, артабан һәйкәлдең япмаһы сиселеп төшөрөлә. Тверь майҙаны ошо көндән башлап «Скобелев майҙаны» тип атала, был исемде ул 1918 йылға тиклем йөрөтә[3].

Бөтөрөү үҙгәртергә

 
Генерал Скобелевтың атлы статуяһын һүтеү, 1918 йыл

Октябрь революцияһынан һуң РСФСР Халыҡ комиссарҙары комитетының«Республика һәйкәлдәре тураһындағы» 1918 йылдың 12 апрелендәге ҡарары менән батша заманындағы скульптураларҙы революция эшмәкәрҙәре һындарына алмаштыралар. Скобелевтың атлы шулай емерелгән тәүге һәйкәлдәрҙең береһе була[4].

Һәйкәлде Гужон заводы эшселәре һүтә. 1918 йылдың ноябрендә Скобелев һәйкәле урынында Совет конституцияһына һәйкәл ҡуйыла. 1954 йылдан алып хәҙерге ваҡытта был урында көндәре Юрий Долгорукий һәйкәле тора[5].

2014 йылда «Никулино» паркы территорияһында Генштаб академияһы ҡаршыһында генерал Скобелевҡа яңы һәйкәл ҡуйыла. Ул скульптор Александр Рукавишников һәм архитектор Игорь һәм Антон Воскресенскийҙар проекты буйынса эшләнә. Монумент асыу тантанаһы 9 декабря[6]ҙә үткәрелә.

Бонистикалағы һәйкәл үҙгәртергә

1919 йылда Рәсәйҙең көньяҡ ҡораллы көстәре хөрмәтенә сығарылған 200 һумлыҡ купюраның реверсында генерал Скобелев һәйкәле төшөрөлгән [7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Сергиевская, 2014
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Васькин, 2015
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Рунов, 2013
  4. Александра Баландина. «Убрать царей»: как большевики воевали с памятниками. Газета.ru (12 апрель 2018). Дата обращения: 29 сентябрь 2018.
  5. Сергей Лесков. Царь, извини-подвинься, уступи вождю. Вечерняя Москва (12 апрель 2018). Дата обращения: 29 сентябрь 2018.
  6. В Москве открыт памятник генералу Скобелеву. ТАСС (9 декабрь 2014). Дата обращения: 29 сентябрь 2018.
  7. Кардаков, 1953, с. 96

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә