Гейдар Алиев үҙәге

Гейдар Алиев үҙәге (әзерб. Heydər Əliyev Mərkəzi) — Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла Гейдар Алиев проспектында төҙөлгән мәҙәни үҙәк. Үҙ эсенә аудиториум (конференс-үҙәк), музей, күргәҙмә залдары, административ офистарҙы алған комплекслы ҡоролма. Әзербайжандың өсөнсө президенты Гейдар Алиев исемен йөрөтә. Үҙәк проекты 2007 йылда архитектор Заха Хадид тарафынан эшләнә. Гейдар Алиев үҙәге директоры — Анар Алекперов[2]. Үҙәк хәҙерге Баҡының символдарының береһе тип һанала.

Гейдар Алиев үҙәге
Нигеҙләү датаһы 10 май 2012
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Гейдар Алиев
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Бетон һәм Быяла
Архитектор Архитектурное бюро Захи Хадид[d] һәм Заха Хадид[d]
Архитектура стиле футуризм[d]
Рәсми асылыу датаһы 10 май 2012
Майҙан 101 801 квадрат метр
Адрес via Niyazi 5 һәм 1 Heydar Aliyev Ave, Baku 1033, Azerbaijan[1]
Рәсми сайт heydaraliyevcenter.az
Карта
 Гейдар Алиев үҙәге Викимилектә

2014 йылда донъяла иң матур бина тип таныла һәм Design of the Year премияһына лайыҡ була[3].

Үҙәк тарихы үҙгәртергә

Үҙәк Әзербайжан Республикаһы президенты Илһам Алиевтың 1886-сы указына ярашлы 2006 йылдың 29 декабрендә ойошторола. Ул Гейдар Алиевтың дәүләт ҡоролошо һәм әзербайжанлыҡ идеологияһы философияһын фундаменталь өйрәнеү өткәһендәге эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек алып барырға, шулай уҡ әзербайжан тарихы, теле, мәҙәниәте, милли һәм рухи ҡиммәттәрен һәр яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш була[4].

Файл:Строительство Культурного центра Гейдара Алиева.jpg
Октябрҙә мәҙәни үҙәк төҙөлөшө, 2011

Хәҙер үҙәк биләгән территорияла элек Саттархан исемендәге завод була. Уның майҙаны 16 гектар тәшкил итә. Завод икенсе урынға күсерелә, территория таҙартыла һәм төҙөлөш эштәре башлана[5]. 2007 йылдың 10 сентябрендә бинаға нигеҙ һалына[4]. Әзербайжан Республикаһы президентының указы менән 2012 йылдың 8 октябрендә «Гейдар Алиев үҙәге тураһында положение» раҫлана.

Төҙөлөш 101,801 квадрат метр майҙанда алып барыла[6][7]. Уның барышы донъяның иң ҡыйыу инженер ҡоролмаларына һәм архитектура шедеврҙарына бағышланған Discovery һәм Science Channel каналдарында Build It Bigger тапшырыуы сығарылыштарында яҡтыртыла. Тапшырыу барышында алып барыусы Дэниел Форстер Гейдар Алиев үҙәге тураһында: «Был — мәҙәни үҙәк кенә түгел, был донъяла үҙ урыныңды раҫлау ысулы».

Үҙәк 2012 йылдың 10 майында, Гейдар Алиевтың тыуыуына 89 йыл тулғанда асыла. тантанала Әзербайжан Республикаһы президенты Илһам Алиев, уның ҡатыны Мехрибан Алиева һәм ғаилә ағзалары ҡатнаша[5].

2013 йылда Гейдар Алиев үҙәге проекты Сингапурҙа үткән Донъя архитектураһы фестиваленә тәҡдим ителә.

Архитектураһы үҙгәртергә

Бинаның майҙаны 57,519 квадрат метр[6]. Уның проектында ғөмүмән тура һыҙыҡтар ҡулланылмай[7]. Формаһы буйынса ул өҙкә күтәрелгән тулҡынды хәтерләтә. Бындай структура постмодерн стилен сағылдырып ҡына ҡалмай, дауамлылыҡ һәм сикһеҙлекте күрһәтә. Бина һыҙаттары үткән менән киләсәктең бәйләнешен символлаштыра.

Төҙөлөш барышында дөйөм оҙонлоғо 90 километр булған тимер конструкция ҡулланыла. 4 гектар тәшкил иткән ҡыйығын монтажлағанда махсус составлы һәм төрлө дәүмәлле, төрлө геометрик — өсмөйөш, тура мөйөш, трапеция, параллелограмм фигураһындағы 12027 панель ҡулланыла[7].

Бинаның аҡ төҫө яҡты киләсәкте сағылдыра һәм бындағы ҡайһы бер элементтарҙы айырып күрһәтеү маҡсатында файҙаланыла[7]. Комплексҡа бинанан тыш ер аҫты парковкаһы һәм 13,58 гектар майҙанлы парк инә[7]. Үҙәк территорияһында ике декоратив быуа һәм яһалма күл бар.

Ҡоролма интерьеры үҙгәртергә

Үҙәктең төп бинаһы өс бүлектән тора: Гейдар Алиев музейы, күргәҙмә залдары һәм «Аудиториум». Күргәҙмә залдарының туғыҙ ҡатлы бүлегендә күргәҙмә салондары, административ офистар, шулай уҡ кафе һәм ресторандар урынлашҡан. Дүрт ҡатлы «Аудиториум» Аудиториумдан, ике конференц-залдан, рәсми осрашыуҙар өсөн бүлмәләрҙән һәм Медиа-үҙәктән тора[7]. Шулай уҡ үҙәктә тәбиғи декоратив ағастарҙан һәм сәскәләрҙән ландшафт биләмәһе булдырылған. Бинала төрлө интерактив мәғлүмәт кибеттәре ҡуйылған, улар аша ҡунаҡтар Үҙәк һәм бында үткәрелгән саралар тураһында мәғлүмәт ала ала[5].

Күргәҙмә залдары үҙгәртергә

«Әзербайжан шедеврҙары» үҙгәртергә

 
«Әзербайжан шедеврҙары» күргәҙмә залы

Мәҙәни үҙәктең беренсе ҡатында «Әзербайжан шедеврҙары» күргәҙмәһе эшләй[8]. Бында илдең тарихы һәм уның мәҙәни мираҫын сағылдырған үҙенсәлекле экспонаттар, күрһәтелә. Күргәҙмәлә Әзербайжан тарихындағы бөтә осорҙар ҙа сағылыш таба, уның мәҙәниәтенең төрлө өлкәһенә ҡараған экспонаттар күрһәтелә.

Күргәҙмәлә Гобустандың ҡаялағы һүрәттәре өлгөләре, Әзербайжанда археологик ҡаҙыу эштәре барышында табылған тәңкәләр, биҙәүестәр, Урта быуаттарға ҡараған балсыҡ һәм баҡыр әйберҙәр, боронғо Ҡөрьән, Библия һәм Тора китаптары. Шулай уҡ экспонаттар араһында Әзербайжандың төрлө өлкәләренең халыҡ кейемдәре өлгөләре, шулай уҡ төрлө төрҙәге Әзербайжан келәмдәре бар. Боронғо музыка ҡоралдарын күрергә, һәр ҡоралдың яңғырашын ишетергә мөмкин.

 
 
 
 
 
 
 
 
 
 

«Мини-Әзербайжан» үҙгәртергә

 
«Мини-Әзербайжан» күргәҙмә залында

Мәҙәни үҙәктең икенсе ҡатында «Мини-Әзербайжан» проекты сиктәрендә Әзербайжандың баш ҡалаһында һәм төрлө райондарға урынлашҡан 45 архитектура һәм тарихи бинаһының макеты ҡуйылған. Килеүселәр һәр йорт, уның архитекторы, архитектура стиле тураһында әзербайжан һәм инглиз телендә мәғлүмәт ала[8].

Экспонаттар араһында урта быуаттар һәйкәлдәре (Ҡыҙ ҡалаһы, Мөмүнә ҡатын төрбәһе һ.б.), XIX быуатта — XX быуат башында төҙөлгән биналар (Баҡы вокзалы, Филармония, Исмаилиә бинаһы һ.б.), совет осоро (Әзербайжан хөкүмәте йорто, Йәшел театр), XXI быуат (Баҡы кристал залы, Towers Flame һ.б.), шулай уҡ төҙөләсәк биналар макеттары (Олимпия стадионы, Әзербайжан Нефть фонды һ.б.) бар. Уларҙың тулы исемле «Мини-Әзербайжан» мәҡәләһендә бирелә.

Киләсәктә тағы ла дың 5 архитектура һәйкәле макетын эшләү планлаштырыла[9].

Файл:Макет Девичьей башни.jpg
Файл:Макет Шушинская мечеть.jpg
Файл:Макет Дома правительства Азербайджана.jpg
Файл:Макет Площади Государственного флага.jpg
Файл:Макет Культурного центра Гейдара Алиева.jpg

«Әзербайжанға рәхим итегеҙ» үҙгәртергә

Файл:Фотографии достопримечательностей Азербайджана в Центре Гейдара Алиева.jpg
«Әзербайжанға рәхим итегеҙ» залында

Өсөнсө ҡатта урынлашҡан «Әзербайжанға рәхим итегеҙ» экспозиция залы шулай уҡ республиканы популярлаштырыуға йүнәлтелә[5]. Бында дәүләттең тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте һәм тәбиғәте күрһәтелә[10]. Күргәҙмәлә илдең төрлө өлкәләрендә урынлашҡан тәбиғәт һәм архитектура ҡомартҡыларының фотоһүрәттәрен күрә ала. Мәҫәлән, бында Нахичевандағы Мөмүнә ҡатын төрбәһен, Киш ауылындағы сиркәүҙе, Ширваншаһтар һарайын, Янардағты һ. б. күрергә мөмкин.

Әзербайжан аш-һыуы фотоһүрәттәре үҙгәртергә

Дүртенсе ҡатта урынлашҡан залда фотоһүрәттәр аша Әзербайжандың кулинария сәнғәте күрһәәтелә. Бында Францияла йәшәгән һәм эшләгән билдәле Америка фотографы Петер Липпмандың эштәре ҡуйылған[5]. Фотоһүрәттәрҙән киң таралған былау, долма, кюфт-бозбаш, чурек һәм лаваш, төрлө тәм-том (пахлава, шекербур) һәм хатта традицион «армуда» стаканындағы сәй кеүек милли аш-һыу менән танышырға була.

Файл:Фотографии азербайджанских блюд (плов и долма) в Центре Гейдара Алиева.jpg
Файл:Фотографии азербайджанских блюд в Центре Гейдара Алиева.jpg
Файл:Фотографии азербайджанских сладостей в Центре Гейдара Алиева.jpg

Гейдар Алиев музейы үҙгәртергә

Файл:Культурный центр Гейдара Алиева, Музей Гейдара Алиева.jpg
Гейдар Алиев музейына инеү урыны

Бинаның беренсе ҡатында, музейға ингән ерҙә, Гейдар Алиев Әзербайжан менән идара иткән 1969 — 2003 йылдарҙа хеҙмәт ҡулланылышында булған машиналар урынлашҡан. Музейҙы ойошторғанда Әзербайжан тарихының төрлө осорҙарына, Гейдар Алиевтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирелә. Өс ҡатлы музей бинаһында Гейдар Алиевтың тормош юлы фото һәм видеоматериалдар ярҙамында күҙ алдына баҫтырыла. Музей ү формаһын буйынса ғына түгел, йөкмәтенһе буйынса ла айырыла. Етәксенең 1923 — 2003 йылдарҙағы тормош юлы менән бер рәттән килеүселәр иғтибарына дәүләттең төрлө тарихи осорҙарында ижтимағи-сәйәси тормошонда, мәҙәниәт, иҡтисад, спорт өлкәләрендә барған мөһим ваҡиғалар ҙа тәҡдим ителә. Алиевтың совет власы ваҡытындағы эшмәкәрлек аспекттары музейҙың «Һүрәттәрҙә сағылдырылған тормош», «Әзербайжандың ижтимағи-сәйәси тормошо», «Беҙҙең дәүләтселек, мираҫ, ҡаҙаныш» бүлектәрендә виртуаль формала бирелгән. Һәр темаһы буйынса мәғлүмәт инглиз һәм әзербайжан телдәренә тәржемә ителә[5].

Музей бүлектәренең береһе булып Аливетың төрлө илдәр етәкселәре менән осрашыуын күрһәткән мультимедиа залы тора. Мәҫәлән, шундағы глобуста күрһәтелгән илгә ҡул менән ҡағылыуға артҡы планда Гейдар Алиевтың башҡа дәүләттәр башлыҡтары менән осрашыуы һәм уға бирелгән бүләктәр пәйҙә була. Шулай уҡ музейҙа бүләктәрҙең төп нөсхәләре лә ҡуйылған. Залда Алиевтың хәрби һәм граждан кейемдәре, уның эш өҫтәле, ьттөрлө йылдарҙа лайыҡ булған орден һәм миҙалдары ҡуйылған[5].

Үткәрелгән саралар үҙгәртергә

2012 йылдың 29 июнендә Гейдар Алиев үҙәгендә рәсми рәүештә Кранс Монтана форумы асыла. Сарала Әзербайжан президенты Илһам Алиев, Грузия президенты Михаил Саакашвили, Македония президенты Георге Иванов, Черногория президенты Филипп Вуянович, шулай уҡ сит илдән килгән йәмәғәт эшмәкәрҙәре, парламентарийҙар, зыялылар һәм эшлекле даирәләр вәкилдәре ҡатнаша[11].

2012 йылдың 3 июлендә Лондонда үткән ХХХ Йәйге Олимпия уйындарына Әзербайжан делегацияһын оҙатыу тантанаһы үтә[12].

2013 йылдың 2-3 ноябрендә Үҙәктә Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Бертман етәкселегендә Мәскәүҙең «Геликон-Опера» музыкаль театры сығыш яһай[13].

2014 йылдың 2 декабрендә «Ҡарабах тауышы» музыкаль альбомының презентацияһы үтә. Гейдар Алиев фонды, Йәштәр һәм спорт министрлығы ярҙам иткән проекттың маҡсаты — Әзербайжан мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү.

Күргәҙмәләр үҙгәртергә

«Тормош, матурлыҡ һәм үлем» үҙгәртергә

Файл:Картины Энди Уорхола в Культурном центре Гейдара Алиева 2.jpg
Энди Уорхол эштәре күргәҙмәһе. 21 июнь — 9 сентябрь, 2013

2013 йылдың 21 июнендә ҮҙәктәАмерика рәссамы Энди Уорхолдың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Тормош, матурлыҡ һәм үлем» тип аталған күргәҙмәһе асыла. Тәүге тапҡыр Әзербайжанда үткән күргәҙмәгә рәссамдың йөҙҙән ашыу әҫәре ҡуйыла, шулай уҡ Уорхолдың ҡыҫҡа метражлы фильмдары күрһәтелә. Бында авторҙың данлыҡлы фотолары, донъяның кино, музыка, мода һәм башҡа йондоҙҙарҙың портреттары ҡуйыла. 6 августа, рәссамдың тыуған көнөндә, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар күргәҙмәгә бушлай инә ала[14], сара 9 сентябргәтиклем дауам итә[15].

«Быуат артылышында» үҙгәртергә

2013 йылдың 1 октябрендә Әзербайжандың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһының вице-президенты Таһир Сәләховтың «Быуаттар артылышында» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асыла. Ул авторҙың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышлана. Күргәҙмәгә рәссамдың төрлө ваҡытта төшөрөлгән, шулай уҡ келәмгә эшләнгән100-ҙән ашыу эше ҡуйыла[16].

Филателияла үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.google.com/maps/place/Heydar+Aliyev+Centre/@40.3958984,49.8678151,15z/data=!4m5!3m4!1s0x0:0xa8c2cbf267a83fbd!8m2!3d40.3958984!4d49.8678151
  2. About Us — Structure // Официальный сайт Культурного центра.
  3. Центр Гейдара Алиева в Баку — лучшее в мире здание
  4. 4,0 4,1 Центр Гейдара Алиева // Официальный сайт Фонда Гейдара Алиева.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Ильхам Алиев принял участие в церемонии по случаю 89-й годовщины со дня рождения великого лидера и 8-й годовщины начала деятельности Фонда Гейдара Алиева // Официальный сайт президента Азербайджана. — 10 мая 2012.
  6. 6,0 6,1 Heydar Aliyev Centre // Официальный сайт Захы Хадид. Архивировано из первоисточника 24 август 2013.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Architectural symbol // Официальный сайт Культурного центра.
  8. 8,0 8,1 Ильхам Алиев ознакомился с созданным в Центре Гейдара Алиева Музеем Гейдара Алиева // Официальный сайт президента Азербайджана. — 9 мая 2013.
  9. Наиля Абдуллаева, В.Т. Выставочный зал «Мини-Азербайджан» в Центре Гейдара Алиева // www.1news.az. — 15 августа 2013.
  10. "Welcome to Azerbaijan" Exhibition hall, 3rd floor (инг.) // Официальный сайт Культурного центра.
  11. Ильхам Алиев принял участие в официальном открытии Форума Кранс Монтана // Официальный сайт президента Азербайджана. — 29 июня 2012.
  12. Ильхам Алиев принял участие в церемонии проводов азербайджанской делегации, которая примет участие в ХХХ летних Олимпийских играх в Лондоне // Официальный сайт президента Азербайджана. — 3 июля 2012.
  13. The Enduring Love Gala Concert and Siberia Opera to perform for the first time in Baku
  14. August 6 has been announced as an Open Day for the exhibition "Andy Warhol. Life, Death and Beauty" (инг.) // Официальный сайт Культурного центра.
  15. The opening ceremony of Andy Warhol: Life, Death and Beauty has been held at the Heydar Aliyev Center (инг.) // Официальный сайт Культурного центра.
  16. Tahir Salakhov’s solo exhibition will be launched at the Heydar Aliyev Center

Һылтанмалар үҙгәртергә