Галлей кометаһы

сағыу ҡыҫҡа ваҡытта ваҡыт-ваҡыт ерҙән дә күреү мөмкин булған комета

Галлей кометаһы (рәсми атамаһы 1P/Halley) — сағыу ҡыҫҡа ваҡытта ваҡыт-ваҡыт ерҙән дә күреү мөмкин булған комета, 75-76 йыл һайын Ҡояш янына ҡайта . Беренсе булып был кометаның билдәле бер эллиптик орбита буйынса әйләнеүе асыла һәм ваҡыт-ваҡыт Ҡояшҡа яҡынайыуы билдәләнә. Инглиз астрономы Эдмунд Галлейҙың исеме менән Галлей тип атала. Эта-Акварида һәм Ориониданың метеорҙар ағымдары ошо комета менән бәйле. Һәр быуатта тағы ла сағыуыраҡ, оҙайлы миҙгелле бик күп кометалар барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, Галлей кометаһы — ҡыҫҡа миҙгелле берҙән-бер комета, һәм уны ерҙән ябай күҙ менән дә күрергә мөмкин. Ҡытайҙың һәм Вавилондың тарихи сығанаҡтарында теркәлгән боронғо күҙәтеүҙәрҙән башлап, кометаның кәмендә 30 тапҡыр Ҡояшҡа яҡынайыуын күҙәтеү мөмкин булған. Беҙҙең эраға тиклем 240 йылда тәүге тапҡыр Галлей кометаһын күҙәтеү теркәлгән[10]. Һуңғы тапҡыр комета, 1986 йылдың 9 февралендә һыуғояр йондоҙлоғонда перигелий аша үтә; 2061 йылдың 28 июлендә Галлей тағы ла Ҡояшҡа яҡынаясаҡ тип көтөлә, ә артабан — 2134 йылдың 27 мартында.

Галлей кометаһы
Рәсем
Масса 220 тераграмм[1]
Кем хөрмәтенә аталған Эдмунд Галлей[2]
Асыу датаһы б. э. т. 466[3][4]
Родительское тело Ҡояш
Апоцентр 35,08231 астрономическая единица[5] һәм 35,28091967232 ± 1,9476E−8 астрономическая единица[6]
Перицентр 0,58598 астрономическая единица[5] һәм 0,574715797768 ± 1,3505E−7 астрономическая единица[6]
Аргумент перицентра 111,33249 °[5] һәм 112,25779200487 ± 2,0495E−5 °[6]
Орбита эксцентриситеты 0,96714[5] һәм 0,967942791127 ± 7,5272E−9[6]
Наклонение орбиты 162,26269 °[5] һәм 162,18787119083 ± 1,5081E−5 °[6]
Орбитальный период 75,31589 йыл[5] һәм 27 726,150049842 ± 2,2959E−5 тәүлек[6]
Большая полуось орбиты 17,8341 астрономическая единица[5] һәм 17,927817735044 ± 9,8968E−9 астрономическая единица[6]
Долгота восходящего узла 58,42008 °[5] һәм 59,114482936739 ± 1,982600001E−5 °[6]
Средняя аномалия 38,38426 °[5] һәм 274,14049194984 ± 1,2415E−7 °[6]
Абсолютная звёздная величина 5,5[6]
Альбедо 0,04[7][5][6]
Тығыҙлыҡ 850 ± 400 килограмм на кубический метр[8]
Диаметр 11 km[9][6]
Астрономик символ һүрәте
Диаграмма орбиты
Эпоха 2 января 1968 года[d][6]
Время периастра 2 446 470,1488983 ± 1,29621E−5 JD[6]
Временное обозначение 1P/1982 U1[6], 1982i[6], 1P/1909 R1[6], 1909c[6], 1P/1835 P1[6], 1835 III[6], 1P/1758 Y1[6], 1759 I[6], 1P/1682 Q1[6], 1682[6], 1P/1607 S1[6], 1607[6], 1P/1531 P1[6], 1531[6], 1P/1456 K1[6], 1456[6], 1P/1378 S1[6], 1378[6], 1P/1301 R1[6], 1301[6], 1P/1222 R1[6], 1222[6], 1P/1145 G1[6], 1145[6], 1P/1066 G1[6], 1066[6], 1P/989 N1[6], 989[6], 1P/912 J1[6], 912[6], 1P/837 F1[6], 837[6], 1P/760 K1[6], 760[6], 1P/684 R1[6], 684[6], 1P/607 H1[6], 607[6], 1P/530 Q1[6], 530[6], 1P/451 L1[6], 451[6], 1P/374 E1[6], 374[6], 1P/295 J1[6], 295[6], 1P/218 H1[6], 218[6], 1P/141 F1[6], 141[6], 1P/66 B1[6], 66[6], 1P/-11 Q1[6], -11[6], 1P/-86 Q1[6], -86[6], 1P/-163 U1[6], -163[6], 1P/-239 K1[6], -239[6], 1986 III[6] һәм 1910 II[6]
 Галлей кометаһы Викимилектә

1986 йылда Галлей кометаһы Ҡояшҡа яҡын килгән ваҡытта беренсе тапҡыр йыһан аппараттары, шул иҫәптән совет аппараттары «Вега‑1» һәм «Вега‑2» ярҙамында уны тикшереү мөмкин була, тикшеренеүҙәр комета үҙәгенең структураһы, кометаның һәм комета ҡойроғоноң барлыҡҡа килеү механизмдары тураһында мәғлүмәт бирә[11].

Галлей кометаһын асыу үҙгәртергә

Галлей кометаһы — ваҡыт-ваҡыт Ҡояшҡа яҡынайып тороуы иҫбат ителгән тәүге комета. Европала Яңырыу дәүеренә тиклем Аристотелдең, кометалар — Ер атмосфераһындағы тайпылыштар, тигән ҡарашы өҫтөнлөк алған була[12]. Әммә Аристотелгә тиклем дә, унан һуң да бик күп антик философтар кометалар тәбиғәте тураһында ярайһы уҡ дөрөҫлөккә тап ҡилгән фараздар әйтеп ҡалдыра. Мәҫәлән, Аристотелдең үҙенең һүҙҙәре буйынса, Гиппократ Хиосский (беҙҙең эраға тиклем V быуат) һәм уның шәкерте Эсхил, «кометаның ҡойроғо кометаның үҙенә ҡарамай, ләкин ул йыһан киңлегендә аҙашып йөрөгәнендә ҡойроҡто үҙ артынан эйәртеп ала… Башҡа йондоҙҙарҙан айырмалы рәүештә комета бик күп ваҡыт үткәс кенә кире әйләнеп килә, сөнки ул Ҡояштан әкрен генә артта ҡала…»[13]. Был фекерҙә кометаларҙың йыһан тәбиғәте, уның миҙгелле хәрәкәт итеүе һәм хатта комета ҡойроғоноң нисек барлыҡҡа килеүе тураһында раҫлауҙы ла күрергә була, сөнки хәҙерге заман тикшеренеүҙәре был фараздарҙың дөрөҫлөгөн иҫбатлай. Сенека (беҙҙең эраның I быуаты) кометаларҙың йыһан сығышы тураһында ғына түгел, ә уларҙың миҙгел-миҙгел хәрәкәт итеүен дә иҫбатлау юлын тәҡдим итә: «Кометаларҙың элек Ҡояшҡа яҡынайыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бергә йыйырға кәрәк; сөнки беҙгә бик һирәк күренгәнлектән, уларҙың орбиталарын билдәләү мөмкин түгел; уларҙың хәрәкәтендә ҡәтғи тәртип барлығын-юҡлығын… асыҡлау зарур»[14].

 
Галлея кометаһының орбитаһы буйлап хәрәкәте анимацияһы

1680—1681 йылдарҙа ҡалаһынан 24 йәшлек Галлей күк есемдәрен күҙәткәндә сағыу комета (йыш ҡына Ньютон кометаһы тип аталған C/1680 V1 кометаһы) күрә һәм был йыһан есеменең башта Ҡояшҡа яҡынлауын, шунан һуң алыҫлашыуын да күрә, был хәл йыһан есемдәре туп-тура хәрәкәт итә, тигән күҙаллауға ҡаршы килә. Галлей, ошо һорауҙы өйрәнеп, Ҡояш яғынан кометаға тәьҫир иткән үҙәккә ынтылыу көсө Ҡояш менән комета араһы квадратына кире пропорциональ кәмей барырға тейешлеген аңлай. 1682 йылда аҙаҡ уның исеме менән аталған комета пәйҙә булғас, Галлей Роберт Гукҡа: ошондай көс аҫтындағы есем ниндәй кәкре һыҙыҡ буйынса хәрәкәт итергә тейеш, тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Дөрөҫ яуапты белгәнлеген, әммә әйтергә теләмәүен белдерә Гук. Галлей Кембриджға Исаак Ньютонға юллана, ул уның иҫәпләүҙәренә ярашлы есем эллипс буйынса хәрәкәт итә, тигән яуапты бирә[15]. Ньютон есемдәрҙең тартыу көсө тәьҫирендә хәрәкәте проблемаһы өҫтөндә эшләүен дауам итә һәм 1684 йыл аҙағында Галлейға «Есемдәрҙең орбита буйынса хәрәкәте» (лат. De Motu Corporum in Gyrum) тигән трактатын ебәрә. Был асыштан һоҡланған Галлей 1684 йылда 10 декабрендә Лондон король йәмғиәте ултырышында Ньютондың тикшеренеү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләй һәм Ньютондан трактатын баҫтырып сығарыуға рөхсәт һорай. Ньютон был тәҡдим менән ризалаша һәм тикшеренеүҙең дауамын да ебәрергә вәғәҙә бирә. 1686 йылда Ньютон «Тәбиғи фәлсәфәнең математик башланғысы» тип аталған данлыҡлы трактатын Галлейға ебәрә. 1687 йылда был данлыҡлы трактат 120 дана тираж менән Галлей аҡсаһына баҫтырыла[15]. Шулай итеп, кометаларға булған ҡыҙыҡһыныу хәҙерге заман математик физика фәненә нигеҙ һала. Ньютон үҙенең классик трактатында гравитация һәм хәрәкәт закондарын формалаштыра. Әммә уның кометаларҙың хәрәкәте теорияһы өҫтөндәге эше тамамланмаған була. Ул 1680 һәм 1681 йылдарҙа күҙәтелгән ике кометаның бер үк комета булыуын фаразлай, тик үҙ моделе сиктәрендә уларҙы тасуирлай алмай[16]. Был эште уның дуҫы һәм нәшерсеһе Галлей атҡарып сыға: 1705 йылда «Кометалар астрономияһына күҙәтеү» (лат. Synopsis Astronomiae Cometicae) тигән эшендә Юпитер һәм Сатурндың кометаларға гравитацион йоғонтоһон иҫәпләү өсөн Ньютон закондарын файҙалана[16].

 
"Ши цзи"ның беренсе бите

Тарихи яҙмаларҙы өйрәнгәндән һуң Галлей кометаларҙың орбита элементтарының тәүге каталогын төҙөй һәм 1531 (Апиан күҙәтә), 1607 (Йоһанн күҙәтә) һәм 1682 йылдарҙа (уны Галлей үҙе күҙәтә) үткән кометаларҙың юлдарының тап килеүенә иғтибар итә һәм уларҙың 75-76 йыллыҡ арауыҡ менән Ҡояш тирәләй әйләнеүсе бер үк комета булыуын фаразлай. Ул шулай уҡ был кометаның тағы ла 1758 йылда әйләнеп ҡайтасағын да күҙалллай[17].

Галлейҙың фаразы иҫбатлана, 1758 йылдың 25 декабрендә немец крәҫтиәне һәм һәүәҫкәр астроном И. Палич кометаны күреп ҡала. Юпитер менән Сатурндың тартыу көсө йоғонтоһонда килеп тыуған тайпылыш кометаның үтеүен 618 көнгә тотҡарлауы арҡаһында, комета перигелий аша 1759 йылдың 13 мартында ғына үтә[18]. Комета күренгәнгә тиклем ике ай алда уның һуңлаясағын А. Клеро иҫәпләп сығара, уға Ж. Лаланд һәм мадам Н.-Р Лепоттың хисаплауҙары ярҙам итә[15][19][16]. Галлей кометаның кире әйләнеп ҡайтыуына тиклем йәшәй алмай, 1742 йылда вафат була[20]. Кометаның ҡайтыуы Ҡояш тирәләй планеталар ғына түгел, ә башҡа күк есемдәренең дә әйләнә алыуын беренсе тапҡыр раҫлай. Ҡайтыу — Ньютондың күк механикаһын раҫлаусы беренсе уңышлы дәлил һәм ул Ньютон теорияһының алдан күҙҙаллау көсөн дә күрһәтә[21]. Француз астрономы Н. Лакайль 1759 йылда беренсе тапҡыр кометаны Галлей хөрмәтенә Галлей исеме менән атай.

Орбита параметрҙары үҙгәртергә

 
Галлея кометаһының беҙҙең эраға тиклем 164 йылда күренеүе тураһында һөйләүсе Вавилон астрономия табличкаһы


Һуңғы өс йөҙ йылда Галлей кометаһының әйләнеш миҙгеле 75 йылдан 76 йылға тиклем тәшкил итә, әммә беҙҙең эраға тиклем 240 йылдан алып күҙәтеүҙәр осоронда әйләнеш миҙгеле 74 йылдан 79 йылға тиклем барып еткән саҡтары ла булған[22]. Был үҙгәреш эргәләренән осоп үткәндә ҙур планеталарҙың кометаға гравитацион йоғонтоһо менән бәйле. Комета уғата ныҡ һуҙылған эллиптик орбита буйынса 0,967 эксцентриситеты менән әйләнә (0 идеаль түңәрәккә тигеҙ, 1 — параболик траектория буйлап хәрәкәт). Һуңғы ҡайтыуында уның перигелийында Ҡояшҡа тиклемге алыҫлыҡ 0,587 а. е. тәшкил итә (Меркурий һәм Сулпан араһы) һәм афелийҙағы алыҫлыҡ — 35 а. е.-нан артыҡ (Плутондыҡына яҡын). Комета орбитаһы эклиптика яҫылығына ҡарата 162,5 градусҡа ауышҡан (йәғни, Ҡояш системаһындағы есемдәрҙең күпселегенән айырмалы рәүештә, ул планеталар хәрәкәтенә ҡапма-ҡаршы хәрәкәт итә һәм ер орбитаһына ҡарата 180—162,5=17,5 градусҡа ауышҡан). Тап ошо факт 1986 йылда космос аппараттарының комета менән осрашыу ваҡытын һәм урынын һайлауға йоғонто яһай[23]. Кометаның перигелийы эклиптика яҫылығынан 0,17 а. е.-ға юғары күтәрелгән [24]. Орбитаһының эксцентриситеты ҙур булыу сәбәпле, Галлей кометаһының Ергә ҡарата тиҙлеге Ҡояш системаһындағы есемдәр араһында иң ҙуры. 1910 йылда беҙҙең планета янынан үткәндә уның тиҙлеге 70,56 км/с (254016 км/сәғ) була. Комета орбитаһы Ер орбитаһы менән ике нөктәлә яҡынайғанға күрә, Галлей кометаһы барлыҡҡа килтергән саң Ерҙең ике нөктәһенән күҙәтелгән метеор ағымдарын: май айы башында эта-Акваридтарҙы һәм октябрь аҙағында Орионидтарҙы барлыҡҡа килтерә.


Бихисап моделләштереү һөҙөмтәләре Галлей кометаһы үҙенең әлеге мәлдәге орбитаһында 16 000 йылдан 200 000 йылға тиклемге ваҡытта хәрәкәт итеүен раҫлай.

Галлей кометаһының күренеүе үҙгәртергә

Галлей кометаһы орбитаһын тикшереү тарихы[25] математикала һәм күк механикаһында хисаплау ысулдарының үҫешенә бәйле.

1531, 1607 һәм 1682 йылдарҙа кометалар орбиталарының Галлей тарафынан яҙып алынған элементтары[24]
Перигелийҙы үткән Ауышыу Үҙәк оҙонлоғо Перигелий оҙонлоғо Перигелий, а. е.
26.08.1531 162°18' 50°48' 301°36' 0,58
27.10.1607 162°58' 50°21' 302°16' 0,58
15.09.1682 162°24' 49°25' 301°39' 0,57

Галлей кометаһының күренеүе үҙгәртергә

Күҙәтеүҙәр[26][25] Брейди[27] Еманс, Кианг Ландграф Ситарский[28]
2134/03/28.66
2061/07/29.31 2061/07/28.86
1986/02/09.46 1986/02/09.39 1986/02/09.66 1986/02/09.51
1910/04/20.18 1910/04/19.68 1910/04/20.18 1910/04/20.18
1835/11/16.44 1835/11/15.94 1835/11/16.44 1835/11/16.44
1759/03/13.06 1759/03/12.55 1759/03/13.06 1759/03/13.06 1759/03/12.51
1682/09/15.28 1682/09/14.79 1682/09/15.28 1682/09/15.28 1682/09/14.48
1607/10/27.54 1607/10/26.80 1607/10/27.54 1607/10/27.52 1607/10/25.00
1531/08/25.80 1531/08/25.59 1531/08/26.23 1531/08/26.26 1531/08/23.68
1456/06/09.1 1456/06/08.97 1456/06/09.63 1456/06/09.50 1456/06/08.10
1378/11/09 1378/11/10.87 1378/11/10.69 1378/11/10.62 1378/11/09.64
1301/10/24.53 1301/10/26.40 1301/10/25.58 1301/10/25.19 1301/10/25.22
1222/10/0.8 1222/09/29.12 1222/09/28.82 1222/09/28.55 1222/09/29.68
1145/04/21.25 1145/04/17.86 1145/04/18.56 1145/04/18.12 1145/04/20.60
1066/03/23.5 1066/03/19.52 1066/03/20.93 1066/03/20.07 1066/03/22.68
989/09/08 989/09/02.99 989/09/05.69 989/09/04.09 989/09/07.69
912/07/9.5 912/07/16.59 912/07/18.67 912/07/17.00 912/07/19.28
837/02/28.27 837/02/27.88 837/02/28.27 837/02/28.48 837/02/28.31
760/05/22.5 760/05/21.78 760/05/20.67 760/05/20.61 760/05/20.53
684/09/28.5 684/10/6.73 684/10/02.77 684/10/01.43 684/10/02.47
607/03/12.5 607/03/18.20 607/03/15.48 607/03/13.57 607/03/15.04
530/09/26.7 530/09/26.89 530/09/27.13 530/09/25.63 530/09/27.31
451/06/24.5 451/06/25.79 451/06/28.25 451/06/27.23 451/06/27.96
374/02/17.4 374/02/12.56 374/02/16.34 374/02/15.29 374/02/15.35
295/04/20.5 295/04/22.54 295/04/20.40 295/04/20.63 295/04/20.02
218/05/17.5 218/05/27.56 218/05/17.72 218/05/17.71 218/05/17.76
141/03/22.35 141/04/10.24 141/03/22.43 141/03/21.08 141/03/22.53
66/01/26.5 66/02/19.97 66/01/25.96 66/01/21.90 66/01/25.57
−11/10/05.5 −11/10/08.64 −11/10/10.85 −11/10/06.00 −11/10/08.92
−86/08/02.5 −86/07/10.40 −86/08/06.46 −86/08/03.54 −86/08/03.41
−163/10/5.5 −163/06/22.38 −163/11/12.57 −163/10/30.11 −163/10/23.13
−239/03/30.5 −240/11/30.64 −239/05/25.12 −239/04/16.52 −239/03/22.55
−316/10/15.78 −314/09/08.52 −314/05/15.22 −314/02/13.31
−392/04/22.19 −390/09/14.37 −390/04/28.98 −391/12/15.22
−466? −467/07/16.05 −465/07/18.24 −465/04/11.15 −466/12/2.00
−543/04/10.57 −539/05/10.83 —541/12/17.11 −542/04/13.94
−612? −619/10/5.17 −615/07/28.50 —617/09/19.97 −619/10/16.14

Беҙҙең эраға тиклемге йылдар таблицала астрономик иҫәп буйынса күрһәтелгән: беҙҙең эраға тиклем 1 йыл = 0 йыл, беҙҙең эраға тиклемге 2 йыл = −1 йыл һәм башҡалар. 1607 йыл һәм һуңыраҡ ваҡыт өсөн перигелийҙы үтеү даталары —григориан календары буйынса, ә унан алдағы даталар юлиан календары буйынса теркәлә.

Кометаның үҙәге үҙгәртергә

«Вега» (СССР) һәм «Джотто» (Европа космос агентлығы) йыһан аппараттары йыйған мәғлүмәттәр ярҙамында ғалимдар Галлей кометаһы өҫтөнөң структураһы менән беренсе тапҡыр танышыу мөмкинлегенә эйә була. Ҡояшҡа яҡынлағанда Галлей кометаһы өҫтөнән, башҡа кометаларҙағы кеүек үк, һыу, моноксид, углерод оксиды, метан, азот һәм, бәлки, башҡа туңған газдар ҙа түбәнге температурала ҡайнау хәленә етеп, сублимациялана. Был процестар команы (комета) барлыҡҡа килтерә, ул арҡыры киҫелештә 100 000 километрға етеүе ихтимал. Бысраҡ боҙҙоң парға әйләнеүе арҡаһында саң-туҙан бөртөксәләре азат ителә. Комалағы газ молекулалары ҡояш нурҙарын йота һәм аҙаҡ төрлө оҙон тулҡындарҙа (был күренеш флуоресценциятип атала) кире йыһанға сағылдыра, ә саң-туҙан бөртөксәләре ҡояш нурҙарын, тулҡын оҙонлоғон үҙгәртмәйенсә, төрлө йүнәлештәргә тарата. Был ике процесс арҡаһында команы ситтән күҙәтеүсе күрә ала.

Команың күләме ҙур булыуға ҡарамаҫтан, галлей кометаһы үҙәге сағыштырмаса бәләкәй һәм 15×8×8 км үлсәмендәге дөрөҫ булмаған картуфты хәтерләтә. Уның массаһы ла сағыштырмаса бәләкәй — 2,2·1014 кг, уртаса тығыҙлығы яҡынса 600 кг/м³ (сағыштырыу өсөн, һыу тығыҙлығы — 1000 кг/м³), тимәк, кометаның үҙәге бер-береһе менән бик аҙ бәйле булған фрагменттарҙан тора, тигән фекер тыуҙыра[29]. Кометаның үҙәге ныҡлап бергә уҡмашмаған форманан торғанға күрә уның үҙ күсәрендә әйләнеүе лә үтә ҡатмарлылыр, моғайын. Йыһан аппараттары алып ҡайтҡан һүрәттәрҙә Галлей кометаһы өҫтөнөң 25 проценты ғына төшөрөлгән, һәм унда убалар, соҡорҙар, тау һырттары һәм бер кратерҙың булыуы күренә.

Күҙәтеүҙәр тарихы үҙгәртергә

Боронғо заманда Галлей кометаһын күҙәтеү үҙгәртергә

 
1066 йылда кометаның күренеүе. Байёлағы келәм фрагменты, яҡынса 1070 йылда

Беҙҙең эраға тиклем 240 йылда — кометаны беренсе тапҡыр күҙәтеү, ул ҡытайҙарҙың "Ши цзи"анналдарында тасуирлана[10].

 
«Әүлиәләргә баш эйеү» фрескаһы. Джотто ди Бондоне

Беһһең эраға тиклем 164 йыл — В 1985 году Ф. Р. Стефенсон кометаны күҙәтеүҙәр тураһында вавилон табличкаларында үҙе тапҡан мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығара[30]. Атап әйткәндә, Вавилон балсыҡ шына яҙыулы табличкаларҙа бик күп быуаттар буйына планеталарҙың хәрәкәтен һәм башҡа күк ваҡиғаларын — кометалар, метеорҙар, атмосфера күренештәренкүҙәтеү һөҙөмтәләре яҙылған . Улар — яҡынса беҙҙең эраға тиклем 750 йылдан алып беҙҙең эраның 70 йылына тиклемге осорҙо үҙ эсенә алған «астрономик көндәлектәр». Хәҙерге ваҡытта «астрономик көндәлектәрҙең» ҙур өлөшө Британия музейында һаҡлана.

LBAT 380: Көнсығышта Ану юлында, Плеядалар һәм Буға өлкәһендә, көнбайышҡа табан […] пәйҙә булған комета ЕА юлы буйлап үтә.

LBAT 378: Уҡсы янында ЕА [ … юлында ],бер терһәккә Юпитерҙан алда, өс терһәккә төньяҡҡа юғарыраҡ ...

 
«Джотто» зонды

Беҙҙең эраның 66 йылы — комета тураһындағы мәғлүмәт ҡытай хроникаһы «Хоу Ханьшу»ҙа һаҡланған.

 
Планета-ара «Вега» станцияһы
 
1910 йылда Галлея кометаһы
 
NASA фотоһүрәте
 
СССР-ҙың Галлея кометаһын тикшереүгә арналған Почта блогы. 1986 йыл.

Сәнғәттә үҙгәртергә

  • Валерий Леонтьев репертуарында «Галлей кометаһы» йыры бар (муз. Раймонд Паулс, һүҙ. Николай Зиновьев, 1985 йыл).
  • Шундай уҡ исемдәге йырҙы Рондо төркөмө башҡара.
  • 1910 йылда «Зонофон» йәмғиәт оркестры ошондай исемле вальсты башҡара.
  • Композитор Андрей Родионов был йырҙың икенсе вариантын ижад итә[31].
  • 1910 йылда Константин Бальмонт, Александр Блок, Марина Цветаева, Николай Гумилев, башҡа урыҫ шағирҙары Галлей кометаһы образын үҙҙәренең шиғырҙарында киң ҡуллана[32][33].

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  • Комета
  • Большая комета
  • Вега (КА)
  • Джотто (КА)
  • СоПроГ
  • Болот Оорта

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://www.springerlink.com/content/0r3801302547v3x8/
  2. Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ)London: John Murray, 1898.
  3. https://bbc.com/news/science-environment-11255168
  4. https://newscientist.com/article/mg20727774-400-ancient-greeks-spotted-halleys-comet/
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 https://ssd.jpl.nasa.gov/tools/sbdb_lookup.html#/?des=1P
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 6,18 6,19 6,20 6,21 6,22 6,23 6,24 6,25 6,26 6,27 6,28 6,29 6,30 6,31 6,32 6,33 6,34 6,35 6,36 6,37 6,38 6,39 6,40 6,41 6,42 6,43 6,44 6,45 6,46 6,47 6,48 6,49 6,50 6,51 6,52 6,53 6,54 6,55 6,56 6,57 6,58 6,59 6,60 6,61 6,62 6,63 6,64 6,65 6,66 6,67 6,68 6,69 6,70 6,71 6,72 6,73 6,74 6,75 JPL Small-Body Database
  7. Campins H., Fernandez Y. Observational constraints on surface characteristics of comet nuclei (ингл.) // Earth, Moon, and PlanetsSpringer Science+Business Media, 2002. — Vol. 89. — P. 117–134. — ISSN 0167-9295; 1573-0794
  8. Yu.V. Skorov, Rickman H. Gas flow and dust acceleration in a cometary Knudsen layer (ингл.) // Planet. Space Sci.Elsevier BV, 1999. — Vol. 47, Iss. 8-9. — P. 935—949. — ISSN 0032-0633; 1873-5088doi:10.1016/S0032-0633(99)00008-2
  9. Lamy P., Fernández Y. R., Weaver H., Toth I. The Sizes, Shapes, Albedos, and Colors of Cometary Nuclei (ингл.) — 2004. — P. 223—264. — doi:10.2307/J.CTV1V7ZDQ5.22
  10. 10,0 10,1 Stephenson F. R., Yau K. K. C. Far eastern observations of Halley’s comet: 240 BC to AD 1368 (инг.) // Journal of the British Interplanetary Society : journal. — 1985. — Т. 38. — С. 195—216. — ISSN 0007-084X.
  11. Mendis D. A. A Postencounter view of comets (инг.) // Annual Review of Astronomy and Astrophysics (инг.)баш.. — Annual Reviews, 1988. — Т. 26. — С. 11—49. — DOI:10.1146/annurev.aa.26.090188.000303
  12. Аристотель. Метеорологика, I.7
  13. Аристотель. Метеорологика, I.6
  14. Луций Анней Сенека. Естественнонаучные вопросы, VII, III.1
  15. 15,0 15,1 15,2 Марочник, 1985
  16. 16,0 16,1 16,2 Lancaster-Brown, 1985
  17. Lancaster-Brown, 1985, p. 78
  18. Lancaster-Brown, 1985, p. 86
  19. Sagan & Druyan, 1985, p. 74
  20. Lancaster-Brown, 1985, p. 80
  21. Hughes D. W. The History of Halley’s Comet (mis) // Philosophical Transactions of the Royal Society of London, series A. — 1987. — Т. 323. — С. 349—367. — DOI:10.1098/rsta.1987.0091
  22. Yeomans D. K., Rahe J. and Freitag R. S. The History of Comet Halley (mis) // Journal of the Royal Astronomical Society of Canada. — Т. 80. — С. 70.
  23. Аванесов, Мороз, 1988
  24. 24,0 24,1 Левин, Симоненко, 1984
  25. 25,0 25,1 Yeomans D. K., Kiang T. The long-term motion of comet Halley (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxford University Press, 1981. — Т. 197. — С. 633—646.
  26. Kiang T. The past orbit of Halley’s comet (mis) // Memoirs of the Royal Astronomical Society. — 1972. — Т. 76. — С. 27—66.
  27. Brady J. L. Halley’s Comet: AD 1986 to 2647 BC (инг.) // Journal of the British Astronomical Association (инг.)баш.. — British Astronomical Association (инг.)баш., 1982. — Т. 92. — С. 209—215.
  28. Sitarski G. On the nongravitational motion of comet P/Halley (mis) // Acta Astronomica. — 1988. — Т. 38. — С. 253—268.
  29. Sagdeev R. Z., Elyasberg P. E., Moroz V. I. Is the nucleus of Comet Halley a low density body? (инг.) // Nature. — 1988. — Т. 331. — С. 240—242. — DOI:10.1038/331240a0
  30. Stephenson F. R., Yau K. K. C., Hunger H. Records of Halley’s comet on babylonian tablets (инг.) // Nature. — 1985. — Т. 314. — С. 587.
  31. Валерий Леонтьев - Комета Галлея. Дата обращения: 19 февраль 2019. Архивировано 20 февраль 2019 года. 2019 йыл 20 февраль архивланған.
  32. Комета Галлея, май 1910 года. Дата обращения: 19 февраль 2019.
  33. Комета Галлея: паника века. Дата обращения: 19 февраль 2019.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Аванесов Г. А., Мороз В. И. Ядро кометы Галлея // Наука и человечество, 1988. — М.: Знание, 1988. — С. 214—231.
  • Беляев Н. А., Чурюмов К. И. Комета Галлея и её наблюдение. — М.: Наука, 1985. — 272 с. — (Библиотека любителя астрономии). — 100 000 экз.
  • Войцеховский А. И. Виновница земных бед? — М.: Знание, 1990. — 42 с. — (Знак вопроса). — ISBN 5-07-001396-3.
  • Голованов Я. С. Капля нашего мира /Глава «О людях и кометах». (Библиотека журнала «Знамя»). — М.: Правда, 1988. — 464 с. Архивная копия октябрь 2010 9-на Wayback Machine
  • Граффъ К. Комета Галлея. — Одесса: Mathesis, 1910. — 72 с.
  • Колдер Н. Комета надвигается. — М., 1984. — 176 с.
  • Кравчук П. А. Рекорд тәбиғәт. — Л.: Эрудит, 1993. — 216 с. — 60 000 дана — ISBN 5-7707-2044-1.
  • Левин Б. Ю., Симоненко А. Н. Комета Галлея. — М.: Знание, 1984. — 64 с. — (Новое в жизни, науке, технике. Подписная научно-популярная серия «Космонавтика, астрономия»).
  • Марочник Л. С. Свидание с кометой (Библиотечка «Квант»). — М.: Наука, 1985. — 208 с.
  • Марочник Л. С. Экспедиция к комете Галлея. — М.: Знание, 1987. — 64 с. — (Новое в жизни, науке, технике. Подписная научно-популярная серия «Космонавтика, астрономия»).
  • Марочник Л. С. Свидание с кометой. — М.: Терра, 2008. — 320 с.
  • Марочник Л. С., Скуридин Г. А. На встречу с кометой Галлея. — М., 1982.
  • Пономарев Д. Н. Комета Галлея. — М., 1984.
  • Томита К. Беседы о кометах. — М.: Знание, 1982. — 320 с.
  • Graham D. W., Hintz E. An Ancient Greek Sighting of Halley's Comet? // Journal of Cosmology. — 2010. — Vol. 9. — P. 2130—2136. Архивировано из первоисточника 17 октябрь 2010.
  • Lancaster-Brown P. Halley & His Comet. — Blandford Press, 1985. — ISBN 0-713-71447-6.
  • Sagan C. and Druyan A. Comet. — Random House, 1985. — ISBN 0-394-54908-2.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Городецкий М. Л. О комете Галлея, истории, астрономии, физике, и некоторых математиках (неопр.). Архивировано 20 августа 2011 года.
  • Kronk G. W. 1P/Halley (неопр.). Cometography. Архивировано 20 августа 2011 года.
  • Комета Галлея (неопр.). Astronet. Архивировано 20 августа 2011 года.
  • Комета Галлея (неопр.). Кругосвет. Архивировано 20 августа 2011 года.
  • 1P/Halley (неопр.). Jet Propulsion Laboratory. Архивировано 20 августа 2011 года.
  • Marchant J. Ancient Greeks spotted Halley’s comet (неопр.). Newscientist. Архивировано 20 августа 2011 года.