Гайдым Иван Яковлевич

Гайдым Иван Яковлевич (11 ноябрь 1916 йыл24 июнь 1944 йыл) — 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының рота командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).

Гайдым Иван Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 ноябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Писаревка, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 июнь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (27 йәш)
Вафат булған урыны Шумилинский район[d], Витебская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Бешенковичский район[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Яковлевич Гайдым 1916 йылдың 11 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Писаревка ауылында (хәҙер — Башҡортостандың Әлшәй районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәптең ете класын тамамлай, колхозда тракторист булып эшләй.

1936 йылда Гайдым Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә алына. Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Запасҡа сыҡҡас, Минск ҡалаһында милиция органдарында эшләй.

1942 йылдың 12 ғинуарында Һарытау өлкәһенең Марксштадт районы хәрби комиссариаты тарафынан ҡабаттан армияға алына. Шул уҡ йылдың февраленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1942 йылда Гайдым политсостав курсын, 1943 йылда — рота командирҙары курсын тамамлай. 1944 йылдың июненә гвардия капитаны Иван Гайдым 1-се Балтик буйы фронты 6-сы гвардия армияһы 71-се гвардия уҡсы дивизияһы 213-сө гвардия уҡсы полкы ротаһы менән командалыҡ итә. Белоруссия ССР-ын азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[1].

1944 йылдың 22 июнендә Гайдым ротаһы Белоруссия ССР-ы Витебск өлкәһенең Шумилино ҡасабаһы эргәһендә һуғышта, дошмандың ике контратакаһын кире ҡағып, немец оборонаһын өҙә һәм Ильницы ауылын ала. 24 июндә рота Көнбайыш Двина йылғаһы аша сыға һәм уның көнбайыш ярында плацдармды яулап ала. Немец ғәскәрҙәре бер нисә тапҡыр контратакаға күтәрелә, ләкин, ҙур юғалтыуҙар кисереп, сигенергә мәжбүр була. Был көндәге һуғыштарҙың береһендә Гайдым һәләк була. Белоруссияның Витебск өлкәһе Бешенкович районы Загромадино ауылында ерләнгән[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 июлендәге Указы менән, «рота менән оҫта командалыҡ иткәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн», гвардия капитаны Иван Гайдым үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була[2][3]. Шулай уҡ Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ[4] һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары[5], миҙалдар менән бүләкләнгән.

Хәтер үҙгәртергә

  • Иван Гайдым хөрмәтенә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында урам уның исеме менән аталған[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Советтар Союзы Геройы,
  • Ленин ордены,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Гайдым Иван Яковлевич. «Герои страны» сайты.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 10, л. 105, 106)
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 71, л. 13)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2953, л. 1, 5, 6)
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь. Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Лицом на запад. — Уфа, 1972.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа, 1968.

Һылтанмалар үҙгәртергә