Гагин Валерьян Константинович

Гагин Валерьян Константинович (14 июнь 1925 йыл — 27 август 1999 йыл) — рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Гагин Валерьян Константинович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 июнь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған көнө 27 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (70 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Гагин Валерьян Константинович 1925 йылдың 14 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. Авиация-техник училищены тамамлағандан һуң Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша.

1951 йылда Башҡорт театр-художество училищеһының (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) сәнғәт бүлеген тамамлай. Александр Эрастович Тюлькин уның яратҡан уҡытыусыһы һәм остазы була.

Тыуған ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Валерьян Константиновичтың йортонда йыш ҡына дуҫтары-рәссамдар: Борис Домашников, Александр Бурзянцев, Алексей Кузнецов, Александр Шамаев, Леонид Круль, Виктор Позднов, Анатолий Платонов һәм башҡа күптәр булалар.

Валерьян Константинович Гагин бөтә ғүмере буйына РСФСР художество фондының Башҡортостан бүлексәһендә рәссам булып эшләй. Монументаль заказдар ҙа үтәй. Ике йыл дауамында фондтың директоры була.

1995 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

1999 йылдың 27 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғаиләһе: Ҡатыны — Гагина Римма Александровна (12.09.1929 — 18.11.2001). Ҡыҙҙары — Зиновьева (Гагина) Ирина Валерьяновна, Гагина Ольга Валерьяновна (17.08.1955 — 01.10.2004). Ейәндәре — Шерстобитова (Зиновьева) Анастасия Борисовна, Гагин Валериан Валентинович.

Күргәҙмәләр үҙгәртергә

Гагин Валерьян Константинович — 1953 йылдан алып республика, зона һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

http://www.shrb.ru/painting/gagin.htm

http://bfmufa.ru/promotion/megaboss-2013/tssi-oblaka.html 2014 йыл 16 март архивланған.