«ГУЛАГ архипелагы» — әҙәби-тарихи әҫәр Александр Исаевич Солженицындың СССР-ҙа 1918 йылдан алып 1956 йылға саҡлы дауам иткән репрессиялар осоро тураһындағы художестволы-тарихи әҫәре. 257 тотҡондоң хаттарына, хәтирәләренә һәм йәнле хикәйәләүҙәренә һәм авторҙың шәхси тәжрибәһенә нигеҙләнеп яҙыла.

Архипелаг ГУЛАГ
Беренсе тулы совет баҫмаһы. Мәскәү: Совет яҙыусыһы — Яңы донъя. 1989 йыл
Беренсе тулы совет баҫмаһы. Мәскәү: Совет яҙыусыһы — Яңы донъя. 1989 йыл
Жанр

Художество тикшеренеү тәжрибәһе

Автор

Александр Исаевич Солженицын

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1958—1968
өҫтәмә эшләнгән: 1969—1979

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1973—1975 (Көнбайышта)
1989—1990 (СССР)

Электрон версия

ГУЛАГ — «Главное управление лагерей» һүҙбәйләнешенән алынған аббревиатура . «ГУЛАГ Архипелагы» атамаһы, бәлки, А. П. Чеховтың «Сахалин утрауы» китабына аллюзиялыр[1]

Яҙылыу һәм нәшер итеү тарихы үҙгәртергә

«ГУЛАГ архипелагы» әҫәрен Солженицын СССР-ҙа 1958 йылдан алып 1968 йылға тиклем осорҙа (1968 йылдың 2 июнендә тамамланған) йәшерен рәүештә яҙған, беренсе томы 1973 йылдың декабрендә Парижда баҫылып сыҡҡан.

1973 йылдың 23 авгусында автор сит ил хәбәрселәренә ҙур интервью бирә. Шул уҡ көндө Дәүләт Хәүефһеҙлеге Комитеты яҙыусының ярҙамсыларының береһе Ленинградта йәшәүсе Елизавета Воронянскаяны ҡулға ала. Допрос барышында уны «ГУЛАГ архипелагы» китабының бер дана ҡулъяҙмаһы ҡайҙа икәнлеген әйтергә мәжбүр итәләр. Өйгә ҡайтҡас, ул аҫылына. 5 сентябрҙә Солженицын был турала белә һәм "Архипелаг"ты көнбайышта («ИМКА-Пресс» эмигрант нәшриәтендә) баҫтыра башларға ҡуша. Ошо ваҡытта яҙыусы СССР етәкселегенә "Советтар Союзы юлбашсыларына хат"ы аша мөрәжәғәт итә. Хатында ул коммунистик идеологиянан баш тартырға һәм СССР-ҙы рус милли дәүләтенә әйләндереү аҙымдарын яһарға саҡыра. Август аҙағынан башлап көнбайыш матбуғатында диссиденттарҙы, атап әйткәндә, Солженицынды яҡлаған бик күп мәҡәләләр баҫыла.

СССР-ҙа диссиденттарға ҡаршы көслө пропаганда кампанияһы йәйелдерелә. 31 августа «Правда» гәзитендә «беҙҙең дәүләт һәм ижтимағи ҡоролошобоҙға яла яғыусылар» Солженицынды һәм А. Д. Сахаровты ғәйепләүсе бер төркөм совет яҙыусыларының асыҡ хаты баҫылған. 24 сентябрҙә Дәүләт Хәүефһеҙлеге Комитеты Солженицындың элекке ҡатыны аша, "ГУЛАГ архипелагы"н сит илдә сығарыуҙан баш тартыу шарты менән, яҙыусыға «Раковый корпус» повесын СССР-ҙа рәсми баҫтырыуҙы тәҡдим итә. Әммә Солженицын, «Раковый корпус» әҫәрен баҫтырыуға ҡаршы түгеллеген әйтһә лә, властар менән йәшерен килешеү төҙөү аша үҙен улар менән бәйләргә теләмәй. Бының менән бәйле ваҡиғаларҙың төрлөсә һүрәтләнеше Солженицындың «Быҙау имән менән һөҙөшкән» китабында һәм Решетовская үлгәндән һуң баҫылып сыҡҡан Н. Решетовскаяның «АПН — мин — Солженицын» тигән иҫтәлектәрендә бирелә: Решетовская КГБ-ның һәм ролен инҡар итә һәм Солженицын менән властарҙың килешеүенә өлгәшергә шәхси инициативаһы буйынса теләгәнен раҫларға тырыша. 1973 йылдың декабрь һуңдарында "ГУЛАГ архипелагы"ның беренсе томы донъя күреүе тураһында иғлан ителә. Совет киң мәғлүмәт сараларында Солженицындың исемен, «әҙәбиәт власовсыһы» ярлығы тағып, хыянатсы тип бик көслө тупланған ҡара яғыу кампанияһы башлана. Улар, «ГУЛАГ архипелагы»ның иғтибарҙан ситтә ҡалған реаль йөкмәткеһенә түгел, (1918—1956 йылдарҙағы совет лагерь-төрмә системаһын художестволы тикшереү), ә Солженицындың, имеш, «һуғыш ваҡытында Тыуған илгә хыянат иткән полицайҙар һәм власовсылар» менән теләктәшлегенә баҫым яһай.

Был хеҙмәте өсөн мәғлүмәтте Солженицынға, тәүге баҫмаларҙа күрһәтелгәнсә, 227 кеше биргән. 2007 йылдағы баҫмала (Екатеринбург, У-Фактория нәшриәте) тәүге тапҡыр «был китапты яҙғанда, хикәйәләүҙәре, хаттары, мемуарҙары һәм төҙәтмәләре файҙаланылған архипелаг шаһитттарының», 257 кешенең, исемлеге асылған. Текстың ҡайһы бер фрагменттарын Солженицындың таныштары (Г. П. Тэнно[2] һәм В. В. Иванов[3]) яҙған. В. В. Иванов әйткәнсә, «ГУЛАГ архипелагы» буйынса эшкә Солженицын В. Т. Шаламов һәм Ю. М. Даниэлды йәлеп итергә тырыша, ләкин улар менән уртаҡ фекергә килә алмай.[4].


Китапты һатҡандан килгән гонорарҙар һәм роялти Солженицын Фондына күсерелә, артабан ул аҡса, сәйәси тотҡондарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам маҡсатында, йәшерен рәүештә СССР-ға ебәрелә.

1970 йылда Солженицынға бирелгән әҙәбиәт өлкәһендәге Нобель премияһы «ГУЛАГ архипелагы» менән бәйле түгел, сөнки был ваҡытта әҫәр баҫылмаған ғына түгел, хатта иң яҡын кешеләре өсөн дә сер булған, тигән уйҙырмалар таралһа ла, премия биреү формулировкаһы түбәндәгесә: «Урыҫ әҙәбәтенең кире ҡаҡҡыһыҙ традицияларына эйәргәндә күрһәткән әхлаҡи көсө өсөн» тип яңғырай.»[5].

СССР-ҙа «Архипелаг» тулыһынса (автор һайлаған бүлектәр «Новый мир» журналының 1989 йылғы 7—11-се һандарында тәү тапҡыр баҫылып сыҡҡан) 1990 йылда баҫыла. Һуңғы өҫтәмәләрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе һәм ҡайһы бер аҙ ғына төҙәтмәләрҙе автор 2005 йылда индерә һәм Екатеринбургта (2007 йыл) һәм артабан сыҡҡан баҫмаларҙа иҫәпкә алынған. Был баҫмаға тәүге тапҡыр Н. Н. Сафонов ҡатнашлығында Г. Левицкая менән А. А. Шумилин эшләгән һәм А. Я Разумов[6] мөхәррирләгән һәм өҫтәгән исемле күрһәткес төҙөлгән.

«ГУЛАГ архипелагы» һүҙбәйләнеше уртаҡлыҡ исемгә әйләнә, публицистикала һәм художестволы әҙәбиәттә йыш ҡулланыла, беренсе сиратта 1920-се — 1950-се йылдарҙағы СССР пенитенциар системаһына[7] ҡарата йыш ҡулланыла. «ГУЛАГ архипелагы»на (А. И. Солженицындың үҙенә) мөнәсәбәт, совет осорона, Октябрь революцияһына, репрессияларға, В. И. Ленин һәм И. В. Сталин шәхестәренә киҫкен сәйәси мөнәсәбәт һаҡланғанлыҡтан, XXI быуатта ла үтә ҡаршылыҡлы булып ҡала.

2009 йылдың 9 сентябрендә «ГУЛАГ архипелагы» әҫәрен мәктәптә өлкән кластарҙа мотлаҡ өйрәнеү өсөн әҙәбиәт программаһына индерҙеләр[8].


2008 йылда Францияла китапты төҙөү тарихы, был ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан кеше яҙмыштары хаҡында «"ГУЛАГ архипелагы"ның йәшерен тарихы» (фр. L’Histoire Secrète de l’Archipel du Goulag, 52 минут) (режиссёрҙар Николя Милетич (Nicolas Miletitch) һәм Жан Крепю (Jean Crépu)) тигән документаль фильм төшөрөлгән[9].

Тасуирлама үҙгәртергә

«ГУЛАГ архипелагы» әҫәре өс томдан тора. Беренсе том ике бүлекле: "Төрмә сәнәғәте" һәм "Мәңгелек хәрәкәт". Икенсе том да ике бүлекле: "Холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт", "Йән һәм сәнскеле сымдар". Өсөнсө том өс бүлеккә эйә: "Каторга", "Һөргөн", "Сталин юҡ". Бүлектәрҙең һан иҫәбе үтәнән-үтә ҡоролған. Әҫәрҙә шулай уҡ автор аңлатмаһы менән төрмә-лагерь әйтем-һүҙбәйләнештәре, ҡайһы бер совет ҡыҫҡартыуҙары һәм һүҙбәйләнештәре исемлектәре, иллюстрациялар бар.

Йөкмәткеһе үҙгәртергә

Солженицындың «ГУЛАГ архипелагы» әҫәрендә СССР-ҙа лагерҙар булдырыу тарихы, лагерҙарҙа хеҙмәт иткән һәм хөкөм ителгән кешеләр һүрәтләнә. Автор лагерь хеҙмәткәрҙәре Эске эштәр министрлығы училищеларынан, хәрби комиссариат аша саҡыртылып килә, ә тотҡондар ҡулға алынып һәм хөкөм ителеп эләгә тип билдәләй.

1917 йылдың ноябренән башлап, Рәсәйҙә кадеттар партияһы закондан тыш тип иғлан ителгәндән һуң, күпләп ҡулға алыуҙар башлана, һуңынан эсерҙар һәм социал-демократтар ҡулға алына. Ауылда ҡаршылыҡ тыуҙырған 1919 йылғы Продразверстка ике йыл дауамына һуҙылған тотҡондар ағымына килтерә. 1920 йылдың йәйенән Соловкиға офицерҙарҙы оҙатҡандар. 1921 йылда Хеҙмәтсән крәҫтиәндәр союзы етәкләгән тамбов крәҫтиән ихтилалын тар-мар иткәндән һуң да ҡулға алыуҙар дауам итә, баш күтәргән Кронштадт матростары Архипелаг утрауҙарына оҙатыла, Асығыусыларға Йәмәғәт Ярҙамы Комитеты, социалистик сит ил партия ағзалары ҡулға алына.

1922 йылда Контрреволюционерҙарға һәм спекулянттарға ҡаршы көрәш буйынса Ғәҙәттән тыш Комиссия дин мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Патриарх Тихонды ҡулға алғандан һуң, патриарх өндәмәләрен таратҡандарға ҡағылған процестар уҙа. Бик күп митрополиттар, архиерейҙар, протоирейҙар, монахтар, дьякондар ҡулға алынған.

20-се йылдарҙа «ижтимағи сығышын йәшергән өсөн», «элекке ижтимағи хәле» өсөн ҡулға алалар. 1927 йылдан ҡоротҡостарҙы эҙәрлекләйҙәр, 1928 йылда Мәскәүҙә Шахта эшен[10] тыңлағандар, 1930 йылда аҙыҡ-түлек сәнәғәте ҡоротҡостартарын, Промпартия[11] ағзаларын хөкөм иткәндәр. 1929-30 йылдарҙа раскулачить иткәндәрҙе, «ауыл хужалығы ҡоротҡостарын», агрономдарҙы лагерҙарға 10 йылға ултыртҡандар. 1934—1935 йылдарҙа Киров ағымы менән бәйле «таҙартыуҙар» ойошторолған.

1937 йылда партия, совет идаралығы, Эске эштәр халыҡ комиссариаты етәкселегенә һөжүм яһала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында лагерҙарға паника ойоштороусылар, һуңынан — Советтар Союзында йәшәүсе немецтар, немец әсирлегендә булғандар һәм унан ҡасҡандар ағыла. Оккупацияланған территорияларҙа булған ватандаштарҙы, немец, япон, урыҫ эмигранттарын ҡулға алалар. 1945 һәм 1946 йылдарҙа Архипелагҡа гитлеровсылар һәм уларҙың ҡуштандары ойошторған власовсылар, милли частар мосолмандары, казак-красновсылар оҙатыла.

Һуғыштан һуң, 1948—1949 йылдарҙа, алдағы осорҙа 10 йыл ГУЛАГ ыҙаһын кисереп өлгөргәндәр һәм «яңынан хөкөм ителгәндәр», «халыҡ дошманы балалары» срок тултырыуын дауам иткән. Сталин идаралығының һуңғы йылдарында йәһүдтәр, «табиптар эше»[12] буйынса хөкөм ителгәндәр ағымы билдәләнгән.

Автор тотҡондар көнкүрешен, уларға хас образын һүрәтләй, уларҙы ғәйепләп ултыртыу сәбәбе буйынса күп айырым миҫалдар килтерә (А. П. Скрипникова, П. Флоренский, В. Комов һ.б. биографиялары).

Икенсе томдың «ГУЛАГ-тағы музалар» тигән 18-се главаһында автор яҙыусылар һәм әҙәби ижад тураһында үҙенең күҙаллауын белдерә. Уның күҙаллауҙары буйынса, йәмғиәт «юғары һәм түбәнге, идара итеүсе һәм буйһоноусы ҡатламға» бүленә. Шуға ярашлы, донъя әҙәбиәтенең дә дүрт өлкәһе бар. «Юғарыларҙы, йәғни үҙҙәрен, үҙҙәренекен һүрәтләүсе юғары ҡатламға ҡараған яҙыусылар беренсе өлкәлә. Икенсе өлкә яҙыусылары: юғарылар түбән ҡатламды, уларҙың хәлен төрлө яҡлап һүрәтләй. Өсөнсө өлкәлә: түбәндәгеләр юғарыларҙы һүрәтләй. Дүртенсе өлкәлә: түбәндәгеләр — түбәндәгеләрҙе, йәғни үҙҙәрен үҙҙәре һүрәтләй». Дүртенсе сфераға классификация авторы бөтә донъя фольклорын индерә. Әҙәбиәт асылына ҡағылғанда: ' «Дүртенсе сфераға ҡараған яҙма ('пролетар', 'крәҫтиән') — бөтөнләйгә яралғы ғына, тәжрибәһеҙ, уңышһыҙ, сөнки бында берәмек кенә тәжрибәнең етмәгәнлеге күренә» '. Өсөнсө өлкә яҙыусылары йыш ҡына ҡуштандарса ярамһаҡланыу менән ағыулана. Икенсе өлкә яҙыусылары донъяға тәкәббер ҡарай һәм түбәндә торған кешеләрҙең уй-кисерештәрен аңлай белмәй. Тәүге өлкәлә художество техникаһына, «фекер дисциплинаһы»на эйә булған юғары ҡатлам яҙыусылары эшләгән. Был өлкәләге бөйөк әҙәбиәтте шәхси тормошонда тәрән бәхетһеҙлектә йәшәгән йәки тәбиғәттән ҙур талантҡа эйә булған яҙыусылар ғына булдыра алған.

Авторҙың фекере буйынса, репрессия йылдарында донъя тарихында тәүге тапҡыр ҙур масштабта йәмғиәттең юғары һәм түбәнге ҡатлам тәжрибәһе ҡушыла. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙгә «Архипелаг» айырым ижади мөмкинлек бирә, әммә шул уҡ ваҡытта был дәүерҙә ҡушылған тәжрибәне йөрөтөүселәрҙең күбеһе һәләк була[13].

Тәржемә үҙгәртергә

«ГУЛАГ архипелагы» төгәл нисә телгә тәржемә ителеүе күрһәтелмәй. Ғәҙәттә «40 телдән артығыраҡҡа» тигән дөйөм баһа килтерелә[14].

Баҫмаға ҡарата реакция үҙгәртергә

СССР-ҙа үҙгәртергә

Лев Тимофеев, шул ваҡытта «Йәш коммунист» журналы редакцияһы хеҙмәткәре, КПСС ағзаһына кандидат, ә һуңынан - диссидент, хәтерләй: «ГУЛАГ архипелагы» <…> минең нимә яҙырға мөмкин, нимә — ярамай тигән күҙаллауҙарымды бөтөнләй баштан аяҡ ҡуйҙы. Был бит эске цензор булған! Һәм бына шул эске цензор "ГУЛАГ архипелагы"н уҡығандан һуң юҡҡа сыҡты. Һәм бына шул саҡта мин яҙа башланым»[15].

Репрессии үҙгәртергә

.

Репрессиялау үҙгәртергә

1974 йылда Одесса университетының тарих факультетын тамамлаған Глеб Павловский «ГУЛАГ архипелагы»н таратҡаны өсөн КГБ күҙәтеүенә эләгә һәм эшһеҙ тороп ҡала[16].

«Ағымдағы ваҡиғалар хроникаһы» журналы редакцияһы мәғлүмәте буйынса, «ГУЛАГ архипелагы»н таратҡаны өсөн, 1978 йылдың 7 авгусында — 5 йылға ҡаты режимлы төрмәгә һәм 2 йылға һөргөнгә — тигән беренсе хөкөм ҡарары Г. М. Мөхәмәтшинға ҡарата сығарыла[17].

Баһалама үҙгәртергә

Ыңғай үҙгәртергә

Тарихсы Владимир Козлов яҙған «Билдәһеҙ СССР. 1953—1985 йй. халыҡ менән властың ҡаршы ҡуйылыуы» китабында: «1970 йылда «ГУЛАГ архипелагы», универсаль тоталь яуызлыҡ символы Александр Солженицындың бөйөк китабы арҡаһында, донъяның тарихи һәм мәҙәни тәжрибәһе ҡаҙанышына әйләнде. Фәҡәт Солженицын ғына (нигеҙҙә, шаһиттарҙың телдән һөйләп биргән күрһәтмәләре буйынса) 1930—1940 йылдарҙағы тотҡондар берләшмәһенең конфликтлы тарихын тергеҙә һәм махсус лагерҙар тотҡондарының 1953—1954 йылдарҙағы ҡоласы буйынса тиңдәше булмаған ихтилалдарының барышын һәм ахырын һүрәтләй. Билдәле осраҡтарҙа уның хеҙмәтен тәүге диңгеҙ гиҙеүселәр карталары менән сағыштырырға мөмкин: теге йәки был конкрет мәғлүмәт күпмелер дәрәжәлә төгәл булмауы һәм легендаға оҡшауы менән айырылһа ла, Солженицындың хеҙмәте ГУЛАГ тарихын „terra incognita“ хәленән реаль, интеллектуаль аңлайышлы арауыҡҡа, донъя тарихы фактына әйләндерҙе[18].».

Фәйләсуф Григорий Померанц «Мәҙәниәт» гәзитендә: |«… мин утыҙ йыл буйы уның[Солженицындың] идеялары менән бәхәсләшәм …, әммә "Архипелаг"тың автобиографик бүлектәренә һоҡланып туя алмайым. Мин уларҙың башҡа бөйөк тәүбәләр менән бер рәттә ҡалыуына инанам.[19]

Шағир Иосиф Бродский "Яуызлыҡ географияһы"нда: «Ғүмере өсөн хәүефле булһа ла, индивидуум үҙенә шаһиттар мәғлүмәтен йыйыу муллығына юл ҡуйған һәм Нюрнберг процесы ойошторған. Ғәйепләү материалдары һәм ғәйепләү нәҡ шуны — А. Солженицындың «ГУЛАГ архипелагы»ның үҙен — күрһәтә. Китап уҡыусы был процеста күҙәтеүсе сифатында ҡатнаша[20].» ".

Тәнҡит үҙгәртергә

Солженицынды күп тапҡыр, бигерәк тә 1970-се йылдарҙа «Архипелаг» баҫылып сыҡҡандан һуң, йыш, Бөйөк Ватан һуғышы барышында дошман яғына сыҡҡан Урыҫ азатлыҡ армияһына РОА теләктәшлек күрһәтеүҙә һәм шуның менән бәйле совет хәрби әсирҙәре яҙмышы буйынса фекерҙәре өсөн тәнҡитләйҙәр[21].

Солженицынды, йәнәһе, СССР-ға ҡаршы америка атом ҡоралын ҡулланырға саҡыра, тип тәнҡитләгәндәр[22]. Уның быны раҫлаусы сығыштары табылмай, әммә "Архипелаг"та ул тотҡондарҙың надзирателдәргә йүнәлтелгән ҡурҡытҡыс һүҙҙәрен килтерә:

... эҫе төндә Омск ҡалаһында, беҙҙе, тирләп бешкән, быуланған "ит"те, ҡамыр кеүек баҫҡылап, воронокка этеп-төртөп кереткәндә, беҙ төпкөлдән надзирателдарға ҡысҡырҙыҡ: «Көтөгөз, ҡара йыландар! Күрһәтер һеҙгә Трумэн! Түбәгеҙгә атом бомбаһы ташлар!» Һәм надзирателдар ҡурҡыштарынан өндәшмәне. Беҙҙең уларға баҫым арта барҙы, һәм, беҙ һиҙемләгәнсә, хәҡиҡәт беҙҙең яҡта ине. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең йөрәктәр әрнеүҙән шулай ныҡ һығылғайны, хатта үҙебеҙҙе лә йәлләү тойғоһо һүнгәйне, йәлләттәр менән янырға әҙер инек. Сөнки беҙ, юғалтыуҙан ҡурҡырлыҡ бер нимәбеҙ ҙә юҡ, тигән ахырғы сиккә еткерелгәйнек.
Әгәр шул асып бирелмәһә — 50-се йылдар Архипелагы тураһында мәғлүмәт тулы булмаҫ ине[23].

1990 йылда әҫәр СССР-ҙа баҫылып сыҡҡандан һуң, демографтар, бер яҡтан, Солженицын килтергән репрессияланғандарҙың һаны баһаһы һәм, икенсе яҡтан, архив мәғлүмәттәре һәм демографтар иҫәбе (1985 йылдан асылған архивтарға нигеҙләнгән) араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарға күрһәтә башлағандар. Солженицындың И. А. Курганов мәҡәлһенән алған мәғлүмәттәре күҙ уңында тотола: 1917 йылдан 1959 йыл арауығында «террор ҡырыуы, баҫым, аслыҡ, лагерҙарҙа үлемдең артыуы һәм тыуым түбәнәйеүе дефицитын индереп» (дефициттан тыш — 55 миллион) 66,7 миллион кеше һәләк булған[24].

Тарихсы Земсков Виктор Николаевич «ГУЛАГ документтары буйынса, 1939 йылдың халыҡтың төрмәләрҙән кире ағымын айырып сығарыу бик ҡатмарлы, ә А. И. Солженицын былай тип яҙған: „1939 йылда төрмәләрҙән кире сығарылыш — Эске эштәр Органдары тарихында аҡылға һыймаҫлыҡ осраҡ, уның тарихындағы ҡара тап! Ләкин шуның менән бергә, был антиағым бик ҙур ҙа булмаған, алдан алынғандарҙың бер-ике процентҡа яҡыны ғына …“» тип билдәләгән. Октябрь революцияһының Үҙәк Дәүләт архивы документтарына ярашлы, тип күрһәтә Земсков, 1939 йыл дауамында «ГУЛАГтан 327,4 мең кеше (223,6 меңе — лагерҙарҙан һәм 103,8 меңе — колонияларҙан) иреккә сығарылған, ләкин был осраҡта аталған цифрҙар әллә ни күп нимә аңлатмай, сөнки шуларҙан нисә проценты срогынан алда сығарылыуы һәм күпме „халыҡ дошманы“ аҡланыуы тураһында күрһәтмәләр юҡ». Беҙгә 1941 йылдың 1 ғинуарына Колымала 34 мең иреккә сыҡҡан лагерлы, шуларҙың 3 меңе (8,8 %) тулыһынса аҡланған булған. Шул уҡ ваҡытта ул 1939 йылдағы антиағымды НКВД тарихында булмаған хәл тип баһалаусы Солженицындың хаҡлы булыуын таный, сөнки НКВД-ның урындағы органдары һәм власть органдары «көн һайын, сәғәт һайын һис шикһеҙ „синфи көрәш“ уртаһында ҡайнаған» һәм хатта «„халыҡ дошмандарын“ табыу һәм зарарһыҙландырыу буйынса үҙенә күрә бер ярыш ойошторған»; был "эш"тә артта ҡалыу һәм «шул сәбәптән „халыҡ дошманы“ исемлегенә эләгеү мөмкинлеге бысраҡ эште башҡарыусыларҙың баш өҫтөндә гел эленеп торған һәм үҙҙәренә лә бик яманһыу эҙемтә менән янаған». Шуның өсөн дә «органдарға кеше ғәйеплеме-юҡмы — барыбер булған»; «етерлек һанда „йәшерен дошманды“ ҡулға алырға һәм, имеш, органдар „синфи көрәште“ әүҙем алып баралар тигән фекерҙе нығытырға — уларҙың төп маҡсаты шул булған». Земсков фекеренсә, «такая деятельность НКВД бындай эшмәкәрлеге, бигерәк тә 1937—1938 йй. осоронда, иҫ китмәле ҡот осҡос һәм әхлаҡһыҙ кешелекһеҙ булған, ләкин 20-30-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән „синфи көрәш ҡанундары“ төшөнсәһе буйынса синфи дошманды тиҙ арала юҡ итеү эше әхлаҡ нормаларына тура килә тип һаналған».[25]

Башҡа мәғлүмәттәр үҙгәртергә

  • «Архипелаг ГУЛАГ» занимает 15-е место в списке «100 книг века по версии Le Monde». Причём среди книг, опубликованных во второй половине века, он занимает 3-е место.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • «ГУЛАГ архипелагы» шаһиттары

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Стилистическая фигура,содержащая явное указание или отчетливый намек , а также упоминание общеизвестного реального факта www.bolshoyvopros.ru›442744-chto-takoe-alljuzija.html ru.wikipedia.org›Аллю́зия (лат. allusio «намёк, шутка») — стилистическая фигура, содержащая указание, аналогию или намёк на некий литературный, исторический...
  2. Гл. 7. Ч. 5. Белый котёнок // Архипелаг ГУЛАГ. — М.: АСТ-Астрель, 2010. — Т. 3. — С. 143—174. — ISBN 978-5-17-065170-2.
  3. По сообщению Вяч.
  4. Саед-Шах А. Заповедная зона особого режима. Прогулка с академиком и писателем Вячеславом Вс. Ивановым по Переделкину // Новая газета. — 29.8.2005.
  5. The Nobel Prize in Literature 1970.
  6. Солженицына Н. От редактора // Солженицын А. И. Архипелаг ГУЛАГ. — М.: АСТ-Астрель, 2010. — Т. 3. — С. 628—629. — ISBN 978-5-17-065170-2.
  7. ru.wikipedia.org› Пенитенциа́рная (уголо́вно-исполни́тельная) систе́ма (от лат. poenitentia — раскаяние) — государственный институт, ведающий исполнением уголовных наказаний, наложенных на граждан в соответствии с законом.
  8. «Архипелаг ГУЛАГ» включен в школьную программу : Общество : Новости : Солженицын. Сайт об Александре Исаевиче Солженицыне. Книги Солженицына, рассказы, крохотки 2010 йыл 17 ноябрь архивланған.
  9. «Тайная история «Архипелага ГУЛАГ» в Домжуре. Документальное кино: интервью, мастер-классы, показы и события. Kinote; LeopART (8 апрель 2013). Дата обращения: 9 апрель 2013.
  10. ru.wikipedia.org› Ша́хтинское дело — дело 1928 года в Шахтинском районе Донбасса по обвинению большой группы руководителей и специалистов угольной промышленности из ВСНХ, треста «Донуголь» и шахт во вредительстве и саботаже
  11. ru.wikipedia.org› Де́ло Промпа́ртии — крупный судебный процесс в СССР по делу о вредительстве в промышленности, состоявшийся 25 ноября — 7 декабря 1930 года. Весной 1930 года, после ряда забастовок рабочих на шахтах...
  12. ru.wikipedia.org›Дело врачей (Дело врачей-вредителей или врачей-отравителей, в материалах следствия Дело о сионистском заговоре в МГБ)...
  13. Текст книги Архипелаг ГУЛАГ
  14. Мария Агранович, Наталия Ячменникова. По школьным островам «Архипелага» // Российская газета.
  15. Глеб Морев. Лев Тимофеев: «Мой внутренний цензор был убит чтением „Архипелага ГУЛАГ“» Судьба «последнего диссидента» СССР.
  16. Глеб Морев. Глеб Павловский: «Идея заняться политикой диалога в Бутырке была плохая»
  17. s:Хроника текущих событий/37/05
  18. Козлов В. А. Неизвестный СССР. Противостояние народа и власти 1953-1985 гг.. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2006. — (Архив). — ISBN 5-224-05357-9.
  19. Померанц Г. С. Как сбывалась душа // Культура : газета. — 15.04.1998.
  20. Brodsky J. The Geography of Evil. Review of From Under the Ruble by A.Solzenicyn et al; The Gulag Archipelago III, IV by A. Solzenicyn; On Socialist Democrasy by R. Medvedev // Partisan Review. — Vol. 44. — № 4. — Winter 1977. — P. 637—645. Цит. по: Иосиф Бродский. География зла. Пер. с англ. В. Куллэ // Литературное обозрение. — 1999. — № 1.
  21. Дюков А. Р. Милость к падшим: советские репрессии против нацистских пособников // Великая оболганная война-2. Нам не за что каяться!: сб. / ред.-сост. А. Дюков. — М.: Яуза, Эксмо, 2008. — С. 98—141. — 432 с. — (Война и мы). — 10 000 экз. — ISBN 978–5–699–25622–8.
  22. Бушин В.. Неизвестный Солженицын. — М.: Алгоритм, 2006.
  23. Солженицын А. И. Архипелаг ГУЛАГ. 1918—1956. Опыт художественного исследования. V—VII. — Часть пятая. Каторга. / ред. Н. Д. Солженицына. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006. — С. 45.
  24. Солженицын А. И. Архипелаг ГУЛАГ. 1918—1956. Опыт художественного исследования. III—IV. — Часть третья. Истребительно-трудовые. / ред. Н. Д. Солженицына. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006. — С. 8.
  25. Земсков В. Н. ГУЛАГ (историко-социологический аспект). // Социологические исследования. 1991. № 6-7

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Александр Солженицын