Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы

Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы (31 декабрь 1928 йыл — 8 август 2014 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, йәмәғәт эшмәкәре, уйлап табыусы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). СССР Министрҙар Советы премияһы (1981) һәм Ҡаҙағстан Дәүләт премияһы (1984), ике тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия (1969, 1981) лауреаты.

Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 31 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 август 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ҡәбере һүрәте
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ВДНХ-ның алтын миҙалы премия Совета Министров СССР

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәҙел Ғәләүетдин улы Вәхитов 1928 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

1951 йылда Өфө нефть институтын отличие менән тамамлай һәм 1953 йылға тиклем Ишембайҙа эшләй. «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығының Кинйәбулат промыслаһы тау инженеры, Ишембай нефть техникумында уҡытыусы (1951—1953).

1953 йылдан Мәскәүҙә.

1953—1956 йылдарҙа Бөтә Союз нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү институтының аспиранты һәм ғилми хеҙмәткәре.

1956—1971 йылдарҙа Татарстан Нефть эшкәртеү сәнәғәтенең ғилми-тикшеренеү һәм проект институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, институт директоры.

1971—1986 йылдарҙа Бөтә Союз нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү институтының директоры.

1986—1990 йылдарҙа «Нефтеотдача» Бөтә Союз тармаҡ‑ара ғилми‑техник комплексының генераль директор урынбаҫары.

1990 йылдан «Вьетсовпетро» уртаҡ совет-вьетнам предприятиеһында нефть һәм газ ресурстарын үҙләштереү мәсьәләләре буйынса ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑тикшеренеү институтының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары.

1995—2003 йылдарҙа ««Лукойл» нефть компанияһы Ғилми‑инженерҙар үҙәге» ЯСЙ-ның нефть ятҡылыҡтарында нефть сығарыу һәм ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу бүлеге начальнигы булып эшләй

2003 йылдан — И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты профессоры.

Рәсәй, Ҡаҙағстан, Алжир, Вьетнам, Ираҡ нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙә ҡатнаша.

Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967).

1967—1971 йылдарҙа Татар АССР-ының Юғары Советы депутаты, Татар АССР-ының Юғары Советы рәйесе урынбаҫары. 1980 йылдан алып 1989 йылға тиклем — фән һәм техника өлкәһендә Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса Комитет ағзаһы.

 
Вәхитовтың ҡәбере

Мәскәүҙә мосолман зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • 1965 — Татар АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,
  • 1969 — И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты,
  • 1981 — И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты,
  • 1981 — СССР Министрҙар Советы Премияһы лауреаты,
  • 1984 — Ҡаҙаҡ ССР-ының Дәүләт премияһы.

Ойошмаларҙа ағзалыҡтары үҙгәртергә

  • «Халыҡ-ара информатизация академияһы» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы,
  • 1997 — Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы (РАЕН),
  • 1998 — Халыҡ-ара фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы (МАНИ),
  • 1999 — Татарстан Республикаһы фәндәр академияһының почетлы ағзаһы.

Библиография үҙгәртергә

300-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә, 15 монография, авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты булған 80 уйлап табыу авторы. Уның етәкселегендә 38 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә