Вәлишин Роман Ғәлиәскәр улы

удмурт яҙыусыһы

Вәлишин Роман Ғәлиәскәр улы (Григорьевич) (13 декабрь 1937 йыл10 ноябрь 1979 йыл) — удмурт яҙыусыһы, журналист. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Удмурт АССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1980).

Вәлишин Роман Ғәлиәскәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Тыуған урыны Үрге Тиктәм, Кәлтәй ауыл Советы (Ҡалтасы районы), Ҡалтасы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 ноябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (41 йәш)
Вафат булған урыны Ижевск, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле удмурт теле
Һөнәр төрө шағир

Биографияһы үҙгәртергә

Роман Григорьевич (Ғәлиәскәр улы) Вәлишин 1937 йылдың 13 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы районы Үрге Тиктәм ауылында тыуған. Бик иртә эшләй башлай. Мәктәпте тамамлағандан һуң бер нисә йыл колхозда эшләй. 1956 йылда, педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Удмурт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, 1961 йылда тамамлай. Тәүҙә уҡытыусы булып эшләй, ә һуңынан УАССР-ҙың Грахов районы Лолошур-Возжинка урта мәктәбендә директор була. Артабан, 1970 йылға тиклем, «Сельская новь» район гәзитендә мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррир булып эшләй, 1978 йылға тиклем — «Советская Удмуртия» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1978 йылдан — «Молот» журналы мөхәррире һәм УАССР Яҙыусылар Союзы әҙәби консультанты. 1975 йылдан алып СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

«Беренсе аҙым» исемле студенттар йыйынтығында баҫылған уның тәүге хикәйәһе 1958 йылда яҙылған. 1959 йылда уның «Зор Бере» хикәйәһе (башҡортса «Ямғырҙан һуң») республика йәштәр гәзите үткәргән әҙәби конкурста икенсе урын менән билдәләнде.

Валишин Романдың тәүге хикәйәләр йыйынтығы — «Вальс» — 1966 йылда «Удмурт» нәшриәтендә сыҡҡан, ике хикәйәләр китабы барлыҡҡа килә: «Выль лымы» (башҡ. «Саф ҡар», 1971) һәм «Шишмәләр» (1973). Ә бер йылдан һуң тәүге повесы «Инвожо уйшоре но пиштэ» (башҡ. «Инвожо төн уртаһында ла яҡтырта») сыға. 1976 йылда повесть Мәскәү «Современник» нәшриәтендә рус телендә сыға. Шул уҡ ваҡытта «Удмурт» нәшриәте уның «Тәүге көҙ» китабын баҫтырып сығара, китапҡа повесть һәм өс хикәйәһе индерелә. 1978 йылда, Р. Вәлишин үҙе тере саҡта, һуңғы китабы — «То: л гурезь» (башҡ. «Елдәр тауы») сығарыла, китапҡа шулай уҡ «Чимали» (башҡ. «Һәпәләк») повесы инә, 1980 йылда «Елдәр тауы» рус теленә тәржемә ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең тормошон, тыуған иленә һөйөүен һәм фиҙәкәрлеген күрһәткән «Елдәр тауы» (1978, удмурт телендә) повесын Вәлишин яҡташтарына — ҡалтасыларға — арнаған.

Тыуған Үрге Тиктәм ауылында мәҙәниәт йорта бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм музей асылған.

Наградалары үҙгәртергә

1980 йылда «То: л гурезь» повесы үлгәндән һуң Удмурт АССР-ның дәүләт премияһына лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Писатели и литературоведы Удмуртии: Биобиблиографический справочник / Сост. А. Н. Уваров.- Ижевск, 2006.- Изд. 2-е. расшир. и доп.- С.25- 26.
  • Шкляев А. Г. Валишин Р. Г.// Удмуртская Республика: Энцикл.- Ижевск, 2000. — С. 218.
  • Белая Г. Вечное и преходящее//Лит. обозрение.- 1979.-№ 2

Һылтанмалар үҙгәртергә