Вәлиев Руслан Зөфәр улы

ғалим-физик

Вәлиев Руслан Зөфәр улы (26 сентябрь 1949 йыл) — ғалим-физик. 1996—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), физика-математика фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2015), Башҡортостан комсомолы премияһы (1977), Германияның Гумбольдт исемендәге фонд премияһының ике тапҡыр лауреаты (2001, 2007).

Вәлиев Руслан Зөфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик
Эшмәкәрлек төрө материалдар өйрәнеү
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Санкт-Петербург дәүләт университеты
Институт проблем сверхпластичности металлов РАН[d]
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1984)
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы һәм European Academy of Sciences[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Руслан Зөфәр улы Вәлиев[2] 1949 йылдың 26 сентябрендә Свердловск өлкәһенең Лосинка ҡасабаһында тыуа.

1971 йылда Свердловск ҡалаһында Урал политехник институтын тамамлай.

Институттан һуң Өфө авиация институтында инженер, ғилми хеҙмәткәр, доцент, профессор, подразделение директоры була (1973—1986).

1977 йылда — кандидатлыҡ, 1984 йылда материалдарҙың үтә һығылмалылығы эффектын тикшереү буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1996 йылдан ул — Перспективалы материалдар физикаһы институты директоры, Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, 2004 йылдан — «Наноцентр» берлектәге уҡытыу-ғилми инновациялы комплекс етәксеһе.

2006 йылдан Руслан Вәлиев — Рәсәй Федерацияһының «Күләмле наноструктур материалдар физикаһы һәм технологияһы» төп фәнни мәктәбе етәксеһе.

Вәлиев эшмәкәрлегенең фәнни йүнәлештәре: материалдарҙың ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы, материалдар ғилеме, нанокристалдар, интенсив һығылмалы деформация. Ул күләмле металл материалдарҙа наноструктуралы хәлде булдырыу принциптарын тикшерә һәм ҡулланыуға индерә, был принциптар теләһә ниндәй химик составлы конструкцион һәм функциональ металдарҙың һәм иретмәләрҙең үҙенсәлектәрен үҙгәртергә мөмкинлек бирә.

Уның етәкселегендә 34 кандидатлыҡ һәм 7 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Вәлиев Руслан Зөфәр улы фәнни асыш авторы булып тора (№ 339, 1987 г. «Явление образования в поликристаллах неравновесных границ зерен при поглощении ими решеточных дислокаций»). Уйлап табыуҙарға 20 патенты һәм авторлыҡ танытмаһы, фәнни баҫмаларҙа, шул иҫәптән 6 монографияла 400-ләгән публикацияһы бар.

  • Зернограничная диффузия и свойства наноструктурных материалов. Новосибирск: Наука, 2001.
  • Новые материалы / Под науч. ред. Ю. С. Карабасова. М.: МИСИС, 2002.
  • Объёмные наноструктурные металлические материалы: получение, структура и свойства. М.: ИКЦ «Академкнига», 2007 (соавтор).
  • Valiev, R.Z., Krasilnikov, N.A., Tsenev, N.K. Plastic Deformation of Alloys with Submicro-Grained Structure. Mater. Sci. Eng. A137, 35-40 (1991).
  • Valiev, R.Z., Korznikov, A.V. & Mulyukov, R.R. Structure and Properties of Ultrafine-Grained Materials Produced by Severe Plastic Deformation. Mater. Sci. Eng. A168, 141—148 (1993).
  • O.A. Kaibyshev, R.Z. Valiev, «Grain boundaries and properties of metals», 1987, Metallurgia Publ., Moscow, 214 p.
  • R.Z .Valiev, A.V. Vergazov, V.Yu. Gertsman, «Crystal geometrical analysis of intercrystalline boundaries in electron microscopy», 1991, Nauka Pub., Moscow, 232 p.
  • Ultrafine-Grained Materials Processed by Severe Plastic Deformation, R.Z. Valiev (ed.), Annales de Chimie, Vol. 21, No 6-7, p. 369—554, 1996.
  • R.Z. Valiev, I.V. Alexandrov, «Nanostructured Materials Produced by Severe Plastic Deformation», 2000, Logos Pub., Moscow, 272 p. (in Russian).
  • Ultrafine Grained Materials III (Edited by Y.T. Zhu, T.G. Langdon, R.Z. Valiev, S.L. Semiatin, D.H. Shin, and T.C. Lowe), TMS (The Minerals, Metals & Materials Society), 2004, p. 686.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2015)
  • Башҡортостан комсомолы премияһы (1977)
  • Германияның Гумбольдт исемендәге фонд премияһы (ике тапҡыр: 2001, 2007).
  • 3-сө Мәскәү халыҡ-ара инновациялар һәм инвестициялар салонының алтын миҙалы (2002).
  • Материалдар ғилеме өлкәһендә 2011 йылғы Блез Паскаль исемендәге миҙал[3].

Европа фәндәр академияһы ағзаһы, РФФМ һәм Elsevier «Scopus Award Russia 2011» дипломы менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.eurasc.eu/members/rzvalievmail-rb-ru/member/
  2. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. Дата обращения: 26 ғинуар 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года. 2014 йыл 21 февраль архивланған.
  3. Проф. Руслан Зуфарович Валиев. Дата обращения: 17 февраль 2014. 2014 йыл 27 ғинуар архивланған.(рус.). 17 февраль 2014 тикшерелгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Гл. ред. М.А. Ильгамов. т. 2. В-Ж. // Башкирская энциклопедия. — 2006. — С. 624. — ISBN 5-88185-062-9.
  • S. Reins. Dictionary ef International Biography. — Cambridge: Melrose Press Ltd., 2005.

Һылтанмалар үҙгәртергә