Вятка губернаһы
Герб
Үҙәк Вятка
Нигеҙе 1796
Майҙаны 15 526 160 десятина =
169 061 верста² =
169 629 км² [1]
Халыҡ 3 030 831 кеш. (1897)[2]
Күсәгилешлелек:
Вятка наместниклығы
Түбәнге Новгород өлкәһе

Вятка губернаһы, 1796 йылда Вятка наместниклығының 13 өйәҙенән ойошторола.

Административ үҙәге — Вятка ҡалаһы.

Тарих үҙгәртергә

Административ үҙәге — Вятка ҡалаһы. Майҙаны — 169 629 км² (1897). Губерна Вятка, Глазов, Алабуға өйәҙҙәренән, Кайгород, Котельнич, Малмыж, Нолинск, Орлов, Сарапул өйәҙҙәренән, Слободской, Уржум, Царёвосанчурск, Яранск өйәҙҙәренән тора. 1802 йылда Кайгород, Малмыж (1816 йылда тергеҙелә) һәм Царёвосанчурск өйәҙҙәре бөтөрөлә. 1803 йылда Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәре территорияларының өлөштәре 11 се башҡорт кантонына ҡушыла (Идара итеүҙең кантон системаһы). 1919—21 йй. Алабуға, Глазов, Сарапул өйәҙҙәре бөтөрөлә (уларҙың өлөштәре Вотяк, Мари, Коми (Зырян) автономиялы өлкәләре, Пермь губернаһы, ТАССР составына инә), Омутнинск һәм Совет (1924 йылда бөтөрөлә) өйәҙҙәре ойошторола. 1928 йылда Уржум өйәҙе бөтөрөлә. Ҡалалары: Алабуға, Вятка, Глазов, Котельнич, Малмыж, Нолинск, Орлов, Сарапул, Слободской, Уржум, Яранск, Царёвосанчурск (1898). Ауыл хужалығы киң үҫешә (башлыса арыш, һоло үҫтерәләр; XIX быуат 2-се сирегендә губерна арыш һәм яҙғы культураларҙы сәсеү күләме һәм йән башына уларҙың тулайым йыйымы буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙы биләй). Һөнәрселек кәсептәре (көршәк яһау, ағас эшкәртеү, елем ҡайнатыу, күн, аяҡ кейеме етештереү, тегеү, шәм яһау, тире иләү һәм башҡа) киң тарала. Ҙур пр тиеларҙың күбеһе Алабуға (Бемыш заводы), Глазов, Сарапул, Слободской һәм Яранск өйәҙҙәрендә урынлашҡан була. Йәрминкәләр (XIX быуат 60 сы йй. 150 гә яҡын), сауҙалашыуҙар (800 гә яҡын) үткәрелә; иң ҙур йәрминкәләр: Алексей (Котельнич), Великорецкий (Орлов өйәҙе Великорецкий ауылы) һәм Семён (Вятка) йәрминкәләре. Губерна аша Пермь (1899) һәм Төньяҡ (1906) тимер юлдары үтә. XIX быуат 2-се яртыһында Вятка һәм Кама йылғалар буйлап пароход бәйләнеше асыла. 1929 йылда ғинуарҙа алып Түбәнге Новгород өлкәһе составында. Губерна 1929 йылда июлендә бөтөрөлә, уның территорияһы Түбәнге Новгород крайының Вятка, Котельнич һәм Нолинск округтарына индерелә.

География үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Пермь губернаһы, көньяҡ-көнсығышта — Ырымбур губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡазан губернаһы, көнбайышта — Түбәнге Новгород һәм Кострома губернаһы, төньяҡ-көнбайышта Вологда губерналары менән сиктәш була. Майҙаны — 169 629 км² (1897).

Халҡы үҙгәртергә

Халҡы: 1873 йылда — 2455022 кеше (башҡорттар — 8862, комиҙар — 6655, мариҙар — 104874, татарҙар — 80373, типтәрҙәр — 8736, удмурттар —364371, урыҫтар — 1881151 һәм башҡа), 1897 йылда — 3030831 кеше (башҡорттар — 13909, комиҙар — 10464, мариҙар — 144918, татарҙар — 125514, типтәрҙәр — 7788, удмурттар — 377893, урыҫтар — 2347169 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында губернала 2945109 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 52913, сауҙагәрҙәр — 2889, дворяндар — 2366 һәм башҡа; мосолмандар — 132251, православие динендәгеләр — 2884917 (шул иҫәптән 98055 старообрядсы), мәжүсиҙәр — 10907 һәм башҡалар.

Милләт Халыҡ, кеш. %
Башҡорттар 13 909 0,46
Комиҙар 10 464 0,35
Мариҙар 144 918 4,78
Татарҙар 125 514 4,14
Типтәрҙәр 7 788 0,26
Удмурттар 12 556 12,47
Урыҫтар 2 347 169 77,44
Бөтәһе 3 030 831 100,00

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. А. В. Эммаусский. Вятка во второй половине XVIII века // Энциклопедия земли Вятской / В. Ситников. — Киров: ГИПП «Вятка», 1995. — Т. 4. История. — С. 109. — 20 000 экз. — ISBN 5866450100.
  2. Первая Всеобщая перепись населения Российской империи 1897 года. Наличное население в губерниях, уездах, городах Российской империи (без Финляндии).

Һылтанмалар үҙгәртергә

Вятка губернаһы 2016 йыл 5 март архивланған.