Воронихин Николай Николаевич

Воронихин Николай Николаевич ( 18 июль 1882 йыл18 март 1956 йыл) — ғалим-миколог, фитопатолог, альголог һәм гидробиолог. Биология фәндәре докторы (1934), профессор (1939). В. Л. Комаров исемендәге премия лауреаты (1952).

Воронихин Николай Николаевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 18 июль 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Гатчина, Царскосельский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 март 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Шувалов зыяраты[d]
Атаһы Николай Алексеевич Воронихин[d]
Һөнәр төрө ботаник
Уҡыу йорто Первая Санкт-Петербургская классическая гимназия[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Николаевич Воронихин Санкт-Петербургтың танылған педиатры Николай Алексеевич Воронихин ғаиләһендә тыуған. 1907 йылда Санкт-Петербург дәүләт университеты физика һәм математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлеген тамамлай.

1907-1922 йылдарҙа Петроград (Ленинград) һәм Тифлистың юғары уҡыу йорттарында уҡыта.

1922 йылдан СССР Фәндәр академияһының Ленинградтағы В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институтының Төп ботаника баҡсаһында өҙлөкһөҙ эшләй: гидробиология бүлеге мөдире, 1939 йылдан - саң-һеркәле үҫемлектәр бүлеге профессоры.

1934-1941 йылдарҙа «СССР-ҙың Европа Төньяғындағы континенталь һыу ятҡылыҡтарының ылымыҡтар флораһы»н, уларға билдәләүсе асҡыстар менән төҙөүсе[2].

Ҡырым, Кавказ Ҡара диңгеҙ буйында, Төньяҡ Кавказда, Грузия, Ленинград өлкәһе, Карелия, Кола ярымутрауында, Төньяҡ Уралда, Алтайҙа, Якутияла фәнни экспедицияларҙа ҡатнаша.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул, алголог-флорист булараҡ, сөсө һыуҙарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә. СССР-ҙа беренсе сөсө һыу ылымыҡтары төрө белешмәһен төҙөүҙә ҡатнаша[2]. 165-тән артыҡ фәнни баҫма авторы.

Ленинградта вафат була, Шувалов зыяратында ерләнгән[2] .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Төп хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Материалы к флоре грибов Кавказа, Тр. Ботанического музея, 1927
  • Растительный мир океана, М.‒Л., 1945
  • Растительный мир континентальных водоёмов, М.‒Л., 1953

Н. Н. Воронихин хөрмәтенә аталған таксондар үҙгәртергә

Воронихин хөрмәтенә зәңгәр-йәшел ылымыҡтар нәҫеле Woronichinia Elenk. Воронихиния тип атала (был исемдән Woronichiniaceae Elenk. Воронихиниевтар ғаиләһе исеме барлыҡҡа килгән).

Ғалим хөрмәтенә шулай уҡ төр рангтағы бер нисә таксон атала.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Голлербах М. М. Памяти Н. Н. Воронихина // Ботан. журн.. — 1956. — Вып. 41 (8). — С. 1230—1234.
  • Григорьев С. В. Биографический словарь. Естествознание и техника в Карелии. — Петрозаводск: Карелия, 1973. — С. 76—77. — 269 с. — 1000 экз.
  • Прохоренко Н. С. ВОРОНИХИН Николай Николаевич // Ученые — фондообразователи Санкт-Петербургского филиала Архива Российской академии наук : Краткий биографический справочник : А—В / науч. ред. и сост. Е. Ю. Басаргина, И. В. Тункина. — СПб. : Реноме, 2018. — С. 184—185. — 196 с. — (Ad fontes. Материалы и исследования по истории науки ; т. 13). — ISBN 978-5-00125-105-7. — doi:10.25990/rn87-0z39.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Воронихин, Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969-1978.