Воронеж дәүләт университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Воронеж дәүләт университеты (ВГУ) —Рәсәйҙең Воронеж ҡалаһындағы классик университеты. 1918 йылдың 18 майында нигеҙләнә. Университеттың төп корпусы Воронеж ҡалаһының тарихи үҙәгендә — Университет майҙанында урынлашҡан.

Воронеж дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 18 май 1918 һәм 21 апрель (3 май) 1802
Рәсем
Рәсми атамаһы Воронежский государственный университет[1]
Ҡыҫҡаса атамаһы ВГУ һәм VSU
Ректор Ендовицкий, Дмитрий Александрович[d]
Девиз тексы Semper in motu
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Уҡыусылар һаны 20 188[2]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][3]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Воронеж, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 1724 кеше (2009)[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Диапазон IPv4 62.76.168.0/21[4]
Диапазон IPv6 2001:6d0:ffff::/48[5]
Адрес 394006, Воронеж, Университетская пл., 1
Рәсми сайт vsu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Воронежского государственного университета[d]
Карта
 Воронеж дәүләт университеты Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Воронеж дәүләт университеты 1918 йылда Юрьевтан (хәҙерге Тарту) эвакуацияланған Император Юрьев университеты базаһында ойошторола. Дерпт (һуңыраҡ Юрьев) университеты 1802 йылда Александр I указына ярашлы ойошторола (тәүге нигеҙ һалыусыһы булып швед короле Густав Адольф II һанала, ул 1632 йылда нигеҙләй). Университет Рәсәйҙә Мәскәү университетынан ҡала ғәмәлдәге икенсе уҡыу йортто булып тора[6]. Юрьев университетынан Воронежға эвакуацияланған профессорҙар араһында:

  • Афанасьев Вячеслав Алексеевич
  • Богоявленский Александр Дмитриевич, химик[7]
  • Бурденко Николай Нилович
  • Грабарь Владимир Эммануилович
  • Лаппо Иван Иванович
  • Сент-Илер Константин Карлович (Аҡ диңгеҙҙә МДУ-НЫҢ биология станцияһын нигеҙләй) була[8]

Университеттың беренсе ректоры Юрьев университетының һуңғы ректоры математик В. Г. Алексеевтан эштәрҙе ҡабул итеп алған тарихсы-ғалим В. Э. Регель була, ул был вазифаны 1925 йылға тиклем биләй[9]. 1918 йылдың 12 ноябрендә уҡыу башлана. Ул ваҡытта университет составына 4 — медицина, физика-математика, тарих-филология һәм юридик факультет инә[10].

1919 йыл башына университетта 10 студент белем ала. Теләгән һәр кем уҡый ала, бары тик 4 йылдан һуң ғына, 1923 йылдан имтихандар индерелә.

1920 йылда РСФСР һәм Эстония араһында Тарту солох килешеүе төҙөлгәндән һуң (килешеүҙең XII статьяһының 4-се пунктына ярашлы) Тарту университетына Рәсәйгә эвакуацияланған мөлкәт (китапхана, архивтар, уҡыу әсбаптары, документтар һәм башҡа әйберҙәр кире ҡайтарыла). Әммә Германия кейзер ғәскәрҙәре баҫҡынсылығы һәм Эстонияны оккупациялауы һөҙөмтәһендә Воронежға килгәнуҡытыусыларҙың күпселеге Эстонияға кире ҡайтмай.

1920 йылдар башында университетҡа Воронеж халыҡ мәғарифы институты индерелә, ул педагогия факультетына нигеҙ һала, уның бүлектәре мәктәптәр өсөн математика, физика, химия, тәбиғәт белеме, рус теле һәм әҙәбиәте, социаль-иҡтисади дисциплиналар уҡытыусылары әҙерләй.

1930 йылда, илдең һәм башҡа классик университеттарындағы кеүек үк, медицина факультеты университет составынан сығарыла һәм айырым Воронеж медицина институты ойошторола.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941—1943 йылдарҙа университет Алабуға ҡалаһына эвакуациялана.

1968 йылда РСФСР Министрҙар советы университетҡа Ленин комсомолы исемен бирә[11].

2007 йылдан ВДУ Оксфорд Рәсәй Фондының стипендия программаһында ҡатнаша. Гуманитар факультеттарҙың 130 самаһы студенты йыл һайын фонд стипендияһын ала[12].

Рәсәй юғары уҡыу йорттарының милли рейтингында Воронеж дәүләт университеты 2009 йыл йомғаҡтары буйынса 15-16 урынды биләй[13].

 
ВДУ-ның академик билдәһе

2011 йылда һөнәрҙәр буйынса рейтингта ВДУ алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, «Материалдарҙы өйрәнеү» һәм «Юриспруденция» буйынса — 4-се, «Ядро технологиялары һәм техник физика» буйынса 5-се урын биләй[14].

2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы вузға «D» рейтинг класын бирә, был инде сығарылыш уҡыусыларын әҙерләүҙең "лайыҡлы кимәл"дә булыуын күрһәтә[15].

2014 йыл йомғаҡтары буйынса юғары уҡыу йорто БРИКС-илдәренең 100 иң яҡшы университеты рейтингына индерелә[16].

QS World University Rankings-2016 рейтингы ВДУ-ны донъяның иң яҡшы вуздары араһында 701-се урынға ҡуя[17].

2019 йылда «Университеттың өс миссияһы» халыҡ-ара рейтингында вуз 1001—1100 урынды биләй[18] һәм 2020 йылда РАЭКС версияһы буйынса Рәсәй вуздары рейтингында 43-сө урында була[19].

Times Higher Education — 1001+ урын World University Rankings 2020, Emerging Economies 2020 — Economies 351—400 урында[20]

Воронеж университетында 18 факультет бар, 20 меңдән ашыу студент белем ала.

Быуат самаһы йәшәүе осоронда университет 100 меңдән ашыу белгес әҙерләгән.

Университеты тамамлаусылар араһында — Нобель премияһы лауреаты П. А. Черенков, шулай уҡ Рәсәй һәм СССР дәүләт премиялары лауреаттары, академиктар, министрҙар, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре бар. Университет тамамлаусылар 90 илдә эшләй.

Факультеттар, институттар һәм филиалдар үҙгәртергә

 
Ленин майҙанындағы университет комплексы. Алғы планда — 2-се корпус, артта — бейек 9-сы корпус
 
Никитинская урамындағы 10-сы корпус
  • География, геоэкология һәм туризм факультеты
  • Геология факультеты
  • Тарих факультеты
  • Математика факультеты
  • Медицина-биология факультеты
  • Ғәмәли математика, информатика һәм механика факультеты
  • Роман-герман филологияһы факультеты
  • Физика факультеты
  • Филология факультеты
  • Химия факультеты
  • Иҡтисад факультеты
  • Юридик факультет
  • Журналистика факультеты
  • Психология һәм философия факультеты
  • Фармацевтика факультеты
  • Компьютер фәндәре факультеты
  • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты
  • Хәрби белем биреү факультеты (Хәрби кафедра, Хәрби уҡыу үҙәге)
  • Квалификация күтәреү институты
  • Халыҡ-ара белем биреү институты
  • Геология институты

Филиалдары үҙгәртергә

ВДУ-ның Фән һәм инновациялар департаменты университеттың фәнни-тикшеренеү бүлексәләрен берләштерә Департамент составына:

Иҫке Оскол филиалы үҙгәртергә

Борисоглебск филиалы үҙгәртергә

  • Элекке Борисоглебск дәүләт педагогия институты (БДПИ)[21][22].

2014 йылдың 17 июлендә «Борисоглебск дәүләт педагогия университеты» «Воронеж дәүләт университеты» составына филиал булараҡ инә[22].

  • Воронеж өлкәһенең Борисоглебск ҡалаһында урынлашҡан;
    • Адрес: 397160, Воронеж өлкәһе, Борисоглебск, Народная урамы, 43.
  • Филиалда 81 кеше эшләй, шул иҫәптән:
    • 6 профессор,
    • 65 доцент.

Китапхана һәм музейҙар үҙгәртергә

  • Зона фәнни китапханаһы (3 миллион дананан ашыу документтар. Һирәк китаптар бүлегендә — 60 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге)
  • Китап музейы
  • ВДУ тарихы музейы (1968 йылдың 24 майында университеттың 50-йыллығына асыла)
  • Этнография һәм халыҡ мәҙәниәте музейы[23](музейҙа Воронеж крайының ауыл халҡының көнкүреш, кейем-һалым һәм биҙәүестәренең бай коллекцияһы бар)
  • Археология музейы
  • Геология музейы (1961 йылдың сентябрендә ойошторола, 4000-дән ашыу экспонат: минералдар, мәғдәндәр, тау тоҡомдары, палеонтологик коллекция бар)
  • Профессор П. Г. Адерихин исемендәге Тупраҡ музейы.
  • Профессор К. Ф. Хмелев исемендәге Үҙәк Ҡара тупраҡлы ерҙәрҙең үҫемлектәре музейы(1993 йылда асыла)
  • Профессор И. И. Барабаш-Никифоров исемендәге Зоология музейы (1962 йылда булдыралған, 1000 дана самаһы экспонат бар)
  • Усман урманы Тәбиғәт музейы (1996 йылдан ВДУ-ның «Веневитиново» биология уҡыу-ғилми үҙәгендә ойошторолған)
  • «Галичья гора» ҡурсаулығы
  • ВДУ-ның Анатомия музейы

Ғилми баҫмалар үҙгәртергә

  • «Вестник ВГУ» фәнни журналы
  • «Конденсированные среды и межфазные границы» фәнни журналы (1999 йылдың ғинуарынан йылына 4 тапҡыр сыға)
  • «Сорбционные и хроматографические процессы» фәнни журналы (2000 йылдың декабренән йылына 6 тапҡыр сыға)

ВДУ-ның Фән һәм инновациялар департаменты үҙгәртергә

  • 5 ғилми-тикшеренеү институты (математика (НИИМ), физика (НИИФ), химия һәм фармация (НИИХФ), геология (НИИГ) һәм төбәк-ара ижтимағи фәндәр институты)
  • 16 ғилми-тикшеренеү лабораторияһы Рәсәй Фәндәр академияһы менән берлектә
  • Наносистемалар һәм материалдар индустрияһы үҙәге (ЦИНМ)
  • Технопарк
  • Фәнни ҡорамалдар менән коллектив ҡулланыу үҙәге (ЦКПНО)
  • Ботаника баҡсаһы
  • «Галичья гора» ҡурсаулығы
  • Технологияларҙы коммерциялаштырыу үҙәге (ЦКомТех)
  • Инновацион белем биреү программалары үҙәге (ЦИОПА)
  • Аспирантура һәм докторантура идаралығы (УДАР)
  • Информатизация һәм компьютер технологиялары менән идара итеү (УИиКТ, шул иҫәптән Университеттың Интернет үҙәге һәм Яңы мәғлүмәт технологияларының төбәк үҙәге)
  • Яңы технологияларҙың инновацион үҙәге (ИЦНТ)
  • «Волновые процессы в неоднородных и нелинейных средах» фәнни-уҡытыу үҙәге
  • «Веневитиново» биология уҡыу-ғилми үҙәге
  • Уҡыу-ғилми экологик үҙәге
  • 10 уҡыу-фәнни производство комплексы һәм үҙәге («Геология»; йыһан һәм ракета техникаһы; радиотехника һәм электроника; «Полимер»; «Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу»; география, геоэкология һәм тәбиғәтте файҙаланыу; «Кеше экологияһы»; «Химик физика»; «Керамика»; «Синтез» һәм «Фармация»)
  • Ғилми-тикшеренеү эштәре идаралығы (УНИР, шул иҫәптән «Вестник ВГУ» журналы)
  • Ғилми-техник совет.

Билдәле тамамлаусылар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Устав университета
  2. 2,0 2,1 https://web.archive.org/web/20091221061904/http://www.univer-rating.ru/college.asp?id=23
  3. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=62.76.168.0%20-%2062.76.175.255&type=inetnum
  5. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:6d0:ffff::/48&type=inet6num
  6. Юрьевский университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Химический факультет ВГУ — Богоявленский Александр Дмитриевич 2013 йыл 1 ноябрь архивланған.
  8. Сент-Илер К. К. — ББС МГУ им. М. В. Ломоносова 2013 йыл 1 ноябрь архивланған.
  9. М. Д. Карпачев. Перемещение университета из Юрьева в Воронеж. Журнал «Логос». http://www.ruthenia.ru/logos/number/51/15.pdf
  10. М. Д. Карпачев. Воронежский университет: вехи истории. 2012 йыл 18 ғинуар архивланған..
  11. Высокое звание, молодой коммунар (1968-11-7).
  12. Оксфордский фонд http://www.oxfordrussia.ru 2021 йыл 18 апрель архивланған.
  13. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. [ Национальный рейтинг российских вузов]. «Интерфакс», радиостанция «Эхо Москвы».
  14. Рейтинг ВУЗов России по специальностям 2011 " E-educ.ru — заботясь об образовании. Новости | Лекции | ЕГЭ | Рейтинг ВУЗов 2011 йыл 30 октябрь архивланған.
  15. Рейтинг высших учебных заведений стран СНГ
  16. Quacquarelli Symonds: Рейтинг лучших университетов стран группы БРИКС 2014 года | Центр гуманитарных технологий
  17. ВГУ вновь вошел в число лучших в мире в QS University Rankings
  18. Рейтинг Три Миссии Университетов, 2019. mosiur.org. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  19. Рейтинг лучших вузов России RAEX-100. raex-rr.com. Дата обращения: 16 июнь 2020.
  20. Voronezh State University (ингл.). Times Higher Education (THE). Дата обращения: 18 май 2020.
  21. Борисоглебский государственный педагогический институт 2020 йыл 29 октябрь архивланған.
  22. 22,0 22,1 Борисоглебский филиал федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Воронежский государственный университет»
  23. информация о Музее этнографии и народной культуры ВГУ на официальном сайте Филологического факультета ВГУ

Әҙәбиәт үҙгәртергә