Вольфрам — (лат. Wolframium) - Менделеевтың периодик таблицаһында 6-сы осор, 6-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 74. Символы W (Wolframium). Нормаль шарттарҙа ҡаты, көмөш-һоро төҫтәге күсеүсән металл.

Вольфрам
Рәсем
Масса 183,84 ± 0,01 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған C. lupus
Асыусы йәки уйлап табыусы Элюар, Хуан Хосе де[d][2] һәм Элюар, Фаусто де[d][2]
Асыу датаһы 1783
Табылыу урыны Испания
Элемент символы W[3]
Химик формула W[4]
Каноническая формула SMILES [W][4]
Атом һаны 74
Электронная конфигурация [Xe] 4f¹⁴ 5d⁴ 6s²
Электр кирелеге 2,36
Ионный радиус 0,66 ангстрем[5], 0,62 ангстрем[5], 0,42 ангстрем[5], 0,51 ангстрем[5] һәм 0,6 ангстрем[5]
Әселәнеү дәрәжәһе 2[6], 3[6], 4[6], 5[6] һәм 6[6]
Теплопроводность 173 Вт/(м·K)
Молярная энтальпия плавления 52,31 килоджоуль на моль
Удельная теплота испарения 774 килоджоуль на моль
Тығыҙлыҡ 19,3 ± 0,1 грамм на кубический сантиметр[7]
Иреү температураһы 6170 ± 1 ℉[7] һәм 3410 °C
Ҡайнау нөктәһе 10 701 ± 1 ℉[7] һәм 5930 °C
Давление пара 0 ± 1 mm Hg[7]
PGCH коды 0645
Предел краткосрочного воздействия 10 ± 1 mg/m³[7]
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 5 ± 1 mg/m³[7]
Код MCN 2611.00.00
 Вольфрам Викимилектә

Вольфрам — металдарҙың иң ауыр иреүсәне[8].

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы үҙгәртергә

Вольфрам 1781 йылда К. Шее­леын минералды кислота менән эшкәрткәндә WO3 ок­си­ды рәүешендә аса һәм хәҙер ул шее­ли­т тип атала.

Металл рәүешендә 1783 йылда ағалы-энеле д’Элуяр фамилиялы испан хи­ми­ктары аса.

Wolframium исеме XVI быуатта уҡ «бүре күбеге» тип билдәле булған минерал вольфрамит элементынан күсә. Вольфрам аҡ ҡурғашты иреткәндә уны шлак күбектәренә әйләндереп, ҡамасаулай торған булған («аҡ ҡурғашты бүре һарыҡты ашаған кеүек һоғонған») .

Инглиз һәм француз телдәрендә вольфрам tungsten тип атала (швед. tung sten — « авыр таш»)[9].

Тәбиғәттә үҙгәртергә

Ер ҡабығының вольфрам кларкы (Виноградов буйынса) 1,3 г/т (Ер ҡабығындағы миҡдары 0,00013 %) тәшкил итә. Уның тау тоҡомдарында уртаса миҡдары — г/т: ультранигеҙҙәрҙә — 0,1, төп — 0,7, урта — 1,2, әселәрҙә — 1,9.Вольфрамлы минералдар, ғәҙәттә, гранит тоҡомдарға инеп ҡалған, уларҙа вольфрамдың уртаса концентрацияһы 1-2 % тәшкил итә.

Ятҡылыҡтары үҙгәртергә

Вольфрамдың иң ҙур запасына Ҡаҙағстан, Ҡытай, Канада һәм АҠШ эйә; шулай уҡ Боливия, Португалия, Рәсәй, Үзбәкстан һәм Көньяҡ Кореяла ятҡылыҡтары билдәле. Донъяла вольфрам етештереү йылына 49-50 мең тонна тәшкил итә, шул иҫәптән Ҡытайҙа — 41 , Рәсәйҙә — 3,5; Ҡаҙағстанда — 0,7 , Австрияла — 0,5.

Вольфрамды төп экспортлаусылар: Ҡытай, Көньяҡ Корея, Австрия. Иң эре импортёрҙар: АҠШ, Япония, Германия, Бөйөк Британия. Шулай уҡ Әрмәнстанда һәм башҡа илдәрҙән вольфрамдың ятҡылыҡтары бар.

 
Вольфрам онтағы

Физик үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Вольфрам — көлһыу-һоро төҫлө металл, иреү температураһы бик юғары — 3695 K (3422 °C), ҡайнау темпуратураһы — 5828 K (5555 °C). Таҙа вольфрамдың тығыҙлығы 19,25 г/см3. Парамагнит үҙенсәлектәре бар (магнитҡа һиҙгерлеге 0,32·10−9). Бринелль буйынса ҡатылығы 488 кг/мм2, удел электр ҡаршылығы 20 °C — 55·10−9 .

Вольфрам-иң ауыр, ҡаты һәм иң ауыр иреүсән металл. Саф хәлендә платинаға оҡшаш көмөшһыу-аҡ төҫтәге металл, 1600 °C температура булғанда сүкеүгә яҡшы бирелә һәм нәҙек епкә һуҙыла ала. Металл вакуумда юғары тотороҡлоҡҡа эйә[10]

Химик үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Вольфрам коррозияға бирешмәй: бүлмә температураһында сифаты үҙгәрмәй; ҡыҙарғансы ҡыҙҙырғанда вольфрам оксиды (VI) бик яй барлыҡҡа килә. Вольфрам тоҙ, шыйығайтылған көкөрт һәм плавик кислоталарында иремәй тиерлек. Водород перекисендә ирей.

Биологик әһәмиәте үҙгәртергә

Вольфрам әллә ни биологик роль уйнамай. Ҡайһы бер архебактерияларҙың һәм бактерияларҙың ферменттарының актив үҙәгендә вольфрам бар.

Ферменттар составында вольфрамдың булыуы иртә архейҙың физиологик реликты булараҡ ҡарала ала — вольфрам тормош барлыҡҡа килеүҙең тәүге этаптарында роль уйнаған тигән фараздар бар[11].

Вольфрам туҙаны, башҡа төр металл туҙаны кеүек үк, һулыш алыу органдарына насар тәьҫир итә.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. 2,0 2,1 ITIA Newsletter — 2011.
  3. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  4. 4,0 4,1 TUNGSTEN (ингл.)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 https://www.britannica.com/science/tungsten-chemical-element
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 http://www.cdc.gov/niosh/npg/npgd0645.html
  8. Вольфрам //Энциклопедия Кругосвет
  9. Вольфрам//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
  10. Титан - металл будущего.
  11. Федонкин М. А. Сужение геохимического базиса жизни и эвкариотизация биосферы: причинная связь // Палеонтологический журнал. — 2003. — № 6. — С. 33—40

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Вольфрам// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 5-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә