Волкова Любовь Григорьевна

инженер-технолог

Волкова Любовь Григорьевна (17 июль 1927 йыл31 октябрь 2014 йыл) — инженер-технолог. 1954 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының өлкән операторы, 1965—1994 йылдарҙа — ҡулайламалар начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).

Волкова Любовь Григорьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 июль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Тутаев[d], Ярославль губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 октябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Любовь Григорьевна Волкова 1927 йылдың 17 июлендә Ярославль өлкәһенең Тутаев ҡалаһында тыуған. 1962 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1945 йылда Ярославль нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып башлай. Һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, ошо уҡ предприятиела оператор булып эшләй. 1954 йылдан — Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында өлкән оператор.

1959 йылдың 21 декабрендә Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводы продукция сығарыу буйынса ете йыллыҡ дәүләт планының тәүге йылын үтәй (1959—1965). Эшселәрҙең һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙең техник прогресс өсөн көрәштә ижади әүҙемлеге, предприятиены яңыртып ҡороу нефть эшкәртеү ҡорамалдарының ҡеүәтен ярты миллион тоннанан ашыуға арттырырға мөмкинлек бирә. Былар бөтәһе лә тауар һатыуҙан планға ҡарағанда 26 миллион һумға күберәк табыш алыуға булышлыҡ итә. 22, 23, 27-се цех хеҙмәткәрҙәре план күрһәткестәрен үтәүгә тос өлөш индерә. Л. Г. Волкова эшләгән контактлы май таҙартыу ҡоролмаларының 27-се цех коллективы пландан тыш 30 мең тоннаға яҡын продукция бирә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 50 йыллығы айҡанлы, айырыуса емешле хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары, йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн 1960 йылдың 7 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Л. Г. Волковаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1965—1994 ййылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡулайламалар начальнигы булып эшләй.

Ленин (1960) һәм «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960)
  • Ленин ордены (1960)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1959)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с.: ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә