Волгодонск троллейбусы

Волгодонск троллейбусы 1977 йылдан бирле эшләй. Беренсе йыл эшләгәндә ул «Атоммашҡа» ҡарай. Хәҙерге ваҡытта ул ҡала ҡарамағында, уның алты маршруты бар.

Тарих үҙгәртергә

«Атоммаш» төҙөлә башлау менән Волгодонск бик тиҙ үҫешә. Ҡала халҡы дүрт йыл эсендә өс тапҡыр артҡан (йөҙ мең кешегә тиклем), шунлыҡтан ҡала транспорт менән бәйле ауырлыҡтар кисерә. 1976 йылда был хәлде еңеләйтеү маҡсатында ҡала троллейбусы йөрөтөргә ҡарар итәләр.

Троллейбус хәрәкәте тиҙ арала төҙөлә. Иң беренсе линия ҡаланың иң ҙур ике предприятиеһы булған — Волгодонск химия заводы (ВХЗ) һәм Атоммашты ҡала үҙәге аша Комсомол майҙаны менән тоташтыра. Беренсе тапҡыр һынап ҡарау өсөн троллейбус ҡала урамдары буйлап сәфәрҙә 30 июндә, 1977 йылда йөрөй. 4 октябрь көнө ул ҡала халҡын «ВХЗ — Атоммаш» (троллейбус маршруты № 1) маршруты буйынса йөрөтә башлай. Башта троллейбус хәрәкәте асылғанда унда 25 дана троллейбус иҫәптә була.

Троллейбус төҙөүҙе «Атоммаш» финанслай. Волгодонск өсөн был ғәҙәти практика, мәҫәлән, мәктәп, дауахана һәм башҡа социаль-көнкүреш инфраструктураһын финанслау, шулай уҡ «Атоммаш» тарафынан алып барыла. Тәүге йыл дауамында троллейбус хужалығы «Атоммаш» балансында тора һәм уның транспорт цехына ҡарай. Тәүге троллейбус депоһы ВХЗ янында, хәҙерге «Волгодонсктрансзаказчик» (ВТЗ) туҡталышы янында төҙөлә. Әле Депо-1 эшләмәй.

1 июль, 1978 йыл. Троллейбус хужалығы ҡала башҡарма комитеты ҡарары менән ҡала ҡарамағына тапшырыла. Шунда уҡ Красный Ярҙа Волгодонск троллейбус идаралығы (ВТИ) ойошторола..

Һуңғы йылдарҙа Волгодонск троллейбусы йылдам үҫешә, яңы даими маршруттар асыла.

Шулай уҡ троллейбус һаны туҡһанынсы йылдар башында арта, уларҙың һаны 78 -гә етә. Әммә бөтә ил буйынса ауыр иҡтисади хәл Волгодонск троллейбустарына ла килеп етә. 90-сы йылдар аҙағында ҡала урамдарында ҡырҡ троллейбус ҡына йөрөй. «Комсомол майҙаны — Ростов АЭС» ғөмүмән, бикләп ҡуйыла, ә һуңынан ябыла.

Әммә Ростов АЭС төҙөлөшө тергеҙелә башлағас финанс хәле бер аҙ яҡшыра, һәм 2000 йылда ВЗТМ-5284 маркалы 10 яңы троллейбус һатып алына. Быны ла «Атоммаш» финанслай. Артабан 2007 йылда ике троллейбус БТЗ-5276-04, 2008 — алты ЛиАЗ-5280 троллейбусы, ә 2010 — шундай уҡ маркалы туғыҙ машина һатып алына.. Август айының һуңғы яңыртыу 2015 йылдың авгусында Ростов өлкәһе губернаторы Голубев Волгодонск ҡалаһына Беларусь Республикаһынан 10 троллейбус бүләк итә.

31 декабрь, 2008 йыл. Ҡалала яңы троллейбус линияһы асыла (Ленинград урамы — К. Маркс урамы — Мир проспекты), ул ҡаланың алыҫ райондарының береһен ҡала үҙәге менән тоташтыра. Хәҙер уның буйынса 3а, 3, 4, 4а маршруттары троллейбустары йөрөй.

Хәрәкәт итеү составы үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта көн һайын 33 маршрут троллейбустары (зиу марка-682, ВЗТМ-5284, ЛиАЗ-5280 һәм БТЗ-5276-04 маркалы) ҡала урамдарына сыға.

Һылтанмалар үҙгәртергә