Владислав Ванчура

Владислав Ванчура (чех Vladislav Vančura; 23 июнь 1891 йыл — 1 июнь 1942 йыл)— чех яҙыусыһы, кинорежиссер һәм драматург, әҙәбиәт буйынса өс тапҡыр Дәүләт премияһы лауреаты (1929, 1931, 1947 (үлгәндән һуң)).

Владислав Ванчура
чех Vladislav Vančura
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Чехословакия
 Австро-Венгрия
Тыуған көнө 23 июнь 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Гай у Опавы[d], Австро-Венгрия[5][6][7][…]
Вафат булған көнө 1 июнь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[8][2][3][…] (50 йәш)
Вафат булған урыны Кобылисы[d], Прага 8[d], Прага-8[d], Прага, Богемия һәм Моравия протектораты
Үлем төрө Үлем язаһы[9]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d][10]
Хәләл ефете Людмила Ванчурова[d]
Балалары Алёна Сантарова[d]
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, кинорежиссёр, врач-писатель, драматург, сценарий яҙыусы, тәнҡитсе, табип, драматург-режиссёр, әҙәби тәнҡитсе, прозаик
Уҡыу йорто 1-й медицинский факультет Карлова университета[d][6]
Гимназия имени Яна Неруды[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Чехословакия коммунистар партияһы[d]
Ойошма ағзаһы Девятисил[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Владислав Ванчура Викимилектә

Тормошо һәм ижады үҙгәртергә

Владислав Ванчура 1891 йылдың 23 июнендә Опава янындағы Гайҙа тыуған. 1919 йылда уның әҫәрҙәре тәүге тапҡыр чех матбуғатында баҫтырыла. 1920 йылдан алып — Devětsil әҙәби төркөмө ағзаһы, поэтизм вәкиле. Бер нисә хикәйәләр, пьесалар, романдар, шул иҫәптән «Маркета Лазарова» (һуңынан уның буйынса фильм төшөрөлә) йыйынтытыҡтары нәшер ителә. Бер нисә фильм төшөрөүҙә лә ҡатнаша.

1939—1940 йылдарҙа Чех халҡы тарихы картиналарын ижад итә, уларҙа ул чех тарихын Пржемысловичтар династияһына тиклем (тарихи персонаждар исеменән) тасуирлай. Хеҙмәт алты томда күҙаллана, әммә авторҙың ҡулға алыныу арҡаһында тамамланмай ҡала. Тик ике томы нәшер ителә, икенсеһе — уның вафатынан һуң, 1947 йылда, баҫтырыла.

В. Ванчура Чехословакия коммунистар партияһы ағзаһы була. 1929 йылда Етеләр манифесына ҡул ҡуйған өсөн (яңы партия лидеры Готвальдтың курсын тәнҡитләү менән бәйле) партия сафынан сығарыла. Чехословакиялағы немец оккупацияһы осоронда Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. 1942 йылдың 28 майында, Богемия һәм Моравия протекторатының немец администрацияһы башлығы Рейнхард Гейдрихты үлтерергә маташҡандан һуң, гестапо тарафынан ҡулға алына, уның менән бер рәттән ике меңдән ашыу чех интеллигенты ҡулға алына. Владислав Вачура 1942 йылдың 1 июнендә, бер ниндәй судһыҙ, үлтерелә, кәүҙәһе йәшерен рәүештә Страшницк крематорийында яндырыла.

Хәтер үҙгәртергә

Чехословакияны азат иткәндән һуң В. Ванчураға Чехословакияның халыҡ артисы, әҙәбиәт буйынса Дәүләт премияһы лауреаты, шулай уҡ 1939—1945 йылдарҙағы Чехословакия Хәрби тәреһе кавалеры исемдәре бирелә (үлгәндән һуң).

Опава ҡалаһында уның иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған.

1992 йылда 1-се дәрәжә Томаш Гарриг Масарик ордены бирелә (иҫтәлек хөрмәтенә).

Һайланма әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Элекке ваҡыттарҙың ахыры
  • Маркета Лазарова
  • Икмәк бешереүсе Ян Мархул
  • Еңмеш йәй
  • Кубула һәм Куба Кубикула (повесть-әкиәт)

Фильмографияһы үҙгәртергә

  • 1968: Еңмеш йәй
  • 1970: Доротка батшабикә һуғаны
  • 1989: Элекке ваҡыттарҙың ахыры
Режиссура
  • 1932: Před maturitou

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә