Вирусология — микробиологияның вирустарҙы өйрәнеүсе бүлеге.

Вирусология
Рәсем
 Вирусология Викимилектә
Вирусология

Ротавирустың электрон криомикроскопия мәғлүмәттәре нигеҙендә эшләнгән компьютерлы реконструкцияһы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Viruses [комм. 1]

Порядки
81 ғаиләгә ҡараған вирусовтарҙың систематикаһы аныҡ түгел.Улар әлеге ваҡытта билдәлебулған бер тәртипкә лә (порядок) ҡарамайҙар[1]

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Вирустарҙың

Медицина вирусологияһы һәм ветеринария вирусологияһы тәү сиратта кешене һәм хайуандарҙы зарарлаусы вирустарҙы өйрәнә. Уларҙың йоғошло һәм онкологик ауырыуҙарҙы тыуҙырыуҙа ролен асыҡлай. Диагностикалау ысулдарын билдәләй. Вируслы ауырыуҙары профилактикалау һәм дауалау юлдарын эҙләй.

Вирусология фәне вируслы инфекциялар менән көрәштә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, 20-се быуатта ер шары халҡын вакцинациялау арҡаһында сәсәк ауырыуы юҡ ителә.

Әммә, ҡайһы бер вируслы ауырыуҙарҙы фән үҫешенең әлеге этабында дауалап булмай. Улар араһында иң билдәлеһе — ВИЧ-инфекцияһы.

Тарихы үҙгәртергә

Вирустар яңы төр ауырыуҙары тыуҙырыусы булараҡ тәүге тапҡыр 1892 йылда рус ғалимы Д. И. Ивановский тарафынан асыла.

Күп йыллыҡ тикшереүҙәрҙән һуң, тәмәке үҫемлектәрен зарарлаусы мозаикалы ауырыуҙы (мозаичная болезнь табака) "Шамберлан фильтрҙары аша үтә торған бактериялар тыуҙыра " тигән һығымтаға килә. «Әммә улар яһалма субстраттарҙа үҫергә һәләтле түгел».

Был мәғлүмәттәр нигеҙендә яңы төр сирҙәрҙе тыуҙырыусыларҙың критерийе билдәләнә:

  • «бактериаль» фильтр аша үтәләр,
  • яһалма мөхиттә үҫә алмай,

Был ваҡытта әле «вирус» термине булмай. Шуға башта ауырыу тыуҙырыусы бындай инфекция сығанағын «фильтрләнеүсе бактериялар», йәки «микроорганизмдар» тип кенә атап йөрөтәләр.

Биш йыл үткәс, эре мөгөҙлө малдарҙа ящур ауырыуын тикшергәндә, уны тыуҙырыусы микроорганизмдар ҙа фильтрлана икәнлеге асыҡлана.

1898 йылда голланд ботанигы М. Бейеринок Д. Ивановский үткәргән тәжрибәне яңынан эшләп ҡарай. Ул бындай микроорганизмдарҙы « фильтрләнә торған вирустар тип атай».

1901 йылда кешене зарарлаусы тәүге вируслы ауырыуҙы — һары биҙгәктең сәбәпсеһен асыҡлайҙар. Был асышты хәрби хирург булып эшләүсе американ Рид һәм уның коллегалары яһай .

1911 йылда Фрэнсис Раус Раус саркомаһының вирус тәбиғәтле сир икәнен (был асыш өсөн 55 йыл үткәс кенә, 1966 йылда ғына физиология һәм медицина өлкәһе буйынса Нобель премияһы тапшырыла) асыҡлай.

Тәбиғәттә вирустар үҙгәртергә

Вирустар бик күп төрлө , үҙгәреүсән һәм киң таралғандар. Улар барлыҡ флора һәм фауна вәкилдәрен, хатта микроорганизмдарҙы ла зарарлай.

Вирустарының микроорганизмдарҙан айырып торған уникаль үҙенсәлектәре:

  1. Вируста нуклеин кислотаһының бер генә төрө була.
  2. Аҡһымдар синтезы өсөн үҙ-системаһының булмауы
  3. Генетик кимәлдә паразит булып торалар.
  4. Вирустар үҫмәй, бары тик үрсейҙәр генә.
  5. Тере күҙәнәктәрҙә генә тереклек итә алалар.

Вирусология бүлектәре үҙгәртергә

Дөйөм вирусология үҙгәртергә

Дөйөм вирусология вирустарҙың төҙөлөшөндәге дөйөм принциптарҙы, үрсеүен, хужа-күҙәнәк менән мөнәсәбәтен, килеп сығышын һәм тәбиғәттә таралыуын өйрәнә.

Дөйөм вирусологияның мөһим бүлектәренең береһе — молекуляр вирусология.

Молекуляр вирусология вирустарҙың нуклеин кислотаһы структураһын һәм функцияһын өйрәнә, вирус гендарҙың үтеп инеү(экспрессия) механизмын, вирус ауырыуҙарына ҡаршы организмдың тотороҡлолоғон, вирустарҙың молекуляр эволюцияһы өйрәнә.

Частная вирусология үҙгәртергә

Вирусология билдәле бер төркөм кеше, үҫемлектәр һәм хайуандар вирустарын өйрәнә һәм ауырыу тыуҙырыусы вирустарға ҡаршы көрәш сараларын эшләй.

Молекуляр вирусология үҙгәртергә

1962 йылда Америка Ҡушма Штаттарында күп илдәрҙән вирусологтар йыйылып симпозиум үткәрә. Молекуляр вирусология буйынса тәүге йомғаҡ яһала. Был симпозиумла вирусологтар өсөн бик үк ғәҙәти булмаған яңы терминдар яңғырай : вирион архитектураһы, нуклеокапсид, капсомер. Вирусологияла яңы үҫеш осоро башлана — молекуляр вирусология дәүере.

Молекуляр вирусология, вирус йәки молекуляр биология — бер үк ваҡытта молекуляр биология һәм вирусология бүлеге .

Вирустар — тереклектең иң ябай формаһы булып тора. Шуға ла, тәбиғи, улар молекуляр биологияның өйрәнеү объекты булып тора. Улар миҫалында тереклектең фундаменталь нигеҙҙәрен һәм асылын өйрәнергә мөмкин.

50 йылдар аҙағында, йәнле һәм йәнле булмаған тәбиғәт сиктәрендә ятҡан тереклек асылын өйрәнгән дәүерҙә молекуляр биология алымдары вирусология өлкәһенә күпләп килеп инә.

Биофизика һәм биохимия алымдарына нигеҙләнеп ҡыҫҡа ваҡыт эсендә вирустарҙың төҙөлөшө, химик составы һәм репродукцияһын өлкәһендә бик күп асыштар яһала. . Вирус үтә микроскопик объекттар булараҡ, уларҙы өйрәнеү өсөн бик нескә ысулдар кәрәк булып сыға.

Электрон микроскоп ярҙамында айырым вирус өлөшсәләрен күрергә мөмкин. Әммә уларҙың химик составы билдәләү өсөн был киҫәксәләрҙе триллион тирәһе йыйырға кәрәк булып сыға. Бының өсөн ультрацентрифугирование алымы эшләнә.

60-сы йылдарҙа вирусологтарҙың төп иғтибары вирустарҙың нуклеин кислоталарын һәм аҡһымдарын ҡылыҡһырлауға (характеристика) йүнәлтелгән була. Ә 80-се йылдар башына бик күп вирустарҙың гендары һәм геномдары, аҡһымдарындағы аминокислоталар эҙмә-эҙлелеге тулыһынса тиерлек асыла. Хатта грипп вирусының ҡатмарлы аҡһымы — гемагглютинин гликопротеидының өсөнсөл структураһын асыҡлай алалар.

1974 йыл башынан ҙур тиҙлек менән биотехнологияның яңы өлкәһе, молекуляр биологияның яңы бүлеге — ген, йәки генетик инженерия үҫешә башлай. Ул да кисекмәҫтән вирусология фәненә хеҙмәт итә башл

Хайуандар һәм кеше вирустары ғаиләләре үҙгәртергә

  • Ғаилә Poxviridae (поксвирустар)
  • Ғаилә Iridoviridae (иридовирустар)
  • Ғаилә Herpesviridae (герпесвирустар)
  • Ғаилә Adenoviridae (аденовирустар)
  • Ғаилә Papovaviridae (паповавирустар)
  • Ғаилә Hepadnaviridae (гепатит В вирусына оҡшаш вирустар)
  • Ғаилә Parvoviridae (парвовирустар)
  • Ғаилә Reoviridae (реовирустар)
  • Ғаилә Birnaviridae (ике сынйырлы РНК-лы вирустар, ике сегменттан тора)
  • Ғаилә Togaviridae (тогавирустар)
  • Ғаилә Coronaviridae (коронавирустар)
  • Ғаилә Paramyxoviridae (парамиксовирустар)
  • Ғаилә Rhabdoviridae (рабдовирустар)
  • Ғаилә Filoviridae (филовирустар)
  • Ғаилә Orthomyxoviridae (вируслы киҙеү)
  • Ғаилә Hantaviridae (хантавирустар)
  • Ғаилә Nairoviridae
  • Ғаилә Peribunyaviridae
  • Ғаилә Phenuiviridae
  • Ғаилә Arenaviridae (аренавирустар)
  • Ғаилә Retroviridae (ретровирустар)
  • Ғаилә Picornaviridae (пикорнавирустар)
  • Ғаилә Caliciviridae (калицивирус)

Шулай уҡ, ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Вирус ырыуҙары исемлеге

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • А.Н. Сизенцов, А.О. Плотников, Е.А. Дроздова, Е.С. Алешина, И.В. Грязева. Общая вирусология с основами таксономии вирусов позвоночных. — Оренбург, 2012. — 624 с.
  • Белоусова Р. В., Преображенская Э. А., Третьякова И. В. Ветеринарная вирусология. — КолосС, 2007. — 448 с. — ISBN 978-5-9532-0416-3
  • Букринская А. Г. Вирусология. — М.: Медицина, 1986. — 336 с.
  • Вирусология: В 3-х т. Т. 1: Пер. с англ. / Под ред. Б. Филдса, Д. Найпа, при участии Р. Ченока, Б. Ройзмана, Дж. Мелника, Р. Шоупа. — М.: Мир, 1989. — 492 с. — ISBN 5-03-000283-9
  • Вирусология: В 3-х т. Т. 2: Пер. с англ. / Под ред. Б. Филдса, Д. Найпа, при участии Р. Ченока, Б. Ройзмана, Дж. Мелника, Р. Шоупа. — М.: Мир, 1989. — 496 с. — ISBN 5-03-000284-7
  • Вирусология: В 3-х т. Т. 3: Пер. с англ. / Под ред. Б. Филдса, Д. Найпа, при участии Р. Ченока, Б. Ройзмана, Дж. Мелника, Р. Шоупа. — М.: Мир, 1989. — 452 с. — ISBN 5-03-000285-5
  1. На английском языке. В латинском языке вопрос о множественном числе данного слова является спорным. Слово лат. virus принадлежит редкой разновидности II склонения, словам среднего рода на -us: Nom.Acc.Voc. virus, Gen. viri, Dat.Abl. viro. Так же склоняются лат. vulgus и pelagus; в классической латыни множественное число зафиксировано только у последнего: pelage, форма древнегреческого происхождения, где η<εα.
  1. Таксономия вирусов на сайте Международного комитета по таксономии вирусов (ICTV)(Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2018).