Винница фажиғәһе (укр. Вінницька трагедія) — 1937—1938 йылдарҙа НКВД тарафынан Винница өлкәһендә үткәрелгән массауи репрессиялар, Оло террор өлөшө. 1940 йылда УССР НКВД-ның тикшереү органдары 1938 йылда Винница өлкәһендә И. М. Кораблев етәкселегендә күмәк репрессиялар факты буйынсаНКВД органдары енәйәт эше башлай. 1941 йылдың Кораблев һәм Винница УНКВД-ның 3-сө бүлеге начальнигы О. М. Запутряев атып үлтереүгә хөкөм ителә, ә уларҙың ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренә ҡарата яңы эштәр асыла, әммә тикшереүҙе Бөйөк Ватан һуғышының башланыуы туҡтата. Шул уҡ 1941 йылда бөтә ғәйепләнеүселәргә ҡарата хөкөмдәр йомшартыла. Кораблев үҙе яҡынса 1946 йылда азат ителә.

Винница фажиғәһе
Рәсем
Дәүләт  Украина Совет Социалистик Республикаһы
Урын Винница
Ваҡиға ваҡыты 1930
Башланыу датаһы 1937
Тамамланыу датаһы 1938
Һәләк булғандар һаны 9000 һәм 11 000
 Винница фажиғәһе Викимилектә
Винницала 1937—1938 йылдарҙағы террор ҡорбандарына һәйкәл (скульптор: Козерацкий Юрий)

Нацистик Германияның пропаганда министрлығы кампанияһы сиктәрендә оккупацияланған Винницала 1943 йылдың майынан 16 июнгә тиклем 509 мәйет табыла (береһе ҡатын-ҡыҙҙыҡы, береһе 20-22 йәшлек ир-егеттеке)[1].

1944 йылда Берлинда «Amtliches Material zum Massenmord von Winniza» материалдары баҫтырыла, унда 1943 йылдың октябренә тиклем 9439 мәйет эксгумацияланған тип яҙыла, улар1937-1938 йылдарҙа «жид-боольшевиктар» ҡулынан һәләк булған ҡорбандар, тип белдерелә.

Винница совет ғәскәрҙәре тарафынан азат 1944 йылда табылған кәүҙәләр нацистик режимы ҡорбандары тип иғлан ителә.

«Һалҡын һуғыш» башланыу менән украитн эмигранттар матбуғатында 1943 йылғы немец баҫмаларын ҡабатлаған публикациялар донъя күрә. 1980-се йылдар аҙағында — 1990-сы йылдар башында Украинала ҡабаттан ошо уҡ баҫмалар баҫтырылып сыға.

Язаланғандарҙың ерләнеү урындары әлегә тиклем билдәһеҙ. Һуғыш һәм сәйәси репрессиялар ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Украин дәүләт комиссияһы 2004 йылда Винница ҡала паркында ҡаҙыныу эштәрен үткәрә һәм бер ниндәй ҙә дәлилдәр тапмай (тарихсылар раҫлауынса, 21 ҡәберлек булырға тейеш).

Әлбиттә, ҡәтғи рәүештә паркта ерләү урындары юҡ тип әйтеп булмай, сөнки һәр квадрат метрҙы ҡаҙып сығыу мөмкин түгел, әммә комиссия, иң тәүге нәүбәттә, ҡәберлектәр булыуы ихтимал булған урындарҙы тикшерҙе

У Центральному парку Вінницi не знайшли могил репресованых

«Киң күләмле операция» — 1937 йыл үҙгәртергә

1937 йылдың 2 июлендә ВКП(б) Үҙәк Комитетының И. В. Сталин ҡултамғаһы ҡуйылған «Советтарға ҡаршы элементтар тураһында» исемле ҡарары сыға, унда һөргөндән үҙ өлкәләренә әйләнеп ҡайтҡан кулактар һәм енәйәтселәр "колхоздарҙа һәм совхоздарҙа, шулай уҡ ҡайһы бер сәнәғәт тармаҡтарында төрлө советтарға ҡаршы һәм диверсион енәйәттәрҙең төп ҡотортоусылары булып тора тип белдерелә. И. ҡултамға В. Сталин, унда иғлан, уголовник һәм элекке кулак тип, үҙе ситкә өлкәһендә булып ҡайтҡандан һуң, «советтарға ҡаршы енәйәт булып тора һәм һәр төрлө колхоз һәм совхоздар кеүек зачинщик диверсия төп ырыуҙы, тимәк, сәнәғәтенең ҡайһы бер тармаҡтары һәм».

ВКП(б) Үҙәк Комитеты партия ойошмалаына һәм НКВД органдарына бөтә күрһәтелгән кешеләрҙе иҫәпкә алырға тәҡдим итә: улар араһынан иң дошманлашыусылар кисекмәкмәҫтән ҡулға алынырға һәм административ тәртибе рәүешендә «тройкалар» аша үткәрелеп атып үлтерелергә тейеш, ә ҡалғандары ҡабаттан исемлеккә теркәле, НКВД күрһәтмәһе буйынса райондарға һөрөлөргә тейеш. Урындағы партияетәкселәре һәм НКВД органдары Үҙәк Комитетына «тройкалар» составын, шулай уҡ репрессияға дусар ителгән кешеләрҙең һаны тураһында мәғлүмәттәр еткерергә тейш була.

1937 йылдың 4 июлендә УССР НКВД-һы комиссары И. М. Леплевский Ежовтан телеграмма ала, унда «һеҙҙең регионда төпләнгән кулактарҙы һәм енәйәтселәрҙе» иҫәпкә алыу кәрәк, тип яҙыла. Күрһәтелгән контингент 2 категорияға бүленә. 1937 йылдың 8 июленә тиклем 1-се һәм 2-се категория буйынса һанын СССР НКВД-на ебәрергә кәрәк була («кулактарҙы» һәм «енәйәтселәрҙе» айырым күрһәтергә ҡушыла).

1-се категория кулактарҙы һәм енәйәтселәрҙе айырып алыу өсөн НКВД-ның өлкә идаралыҡтары урындарҙа ҡулға алынырға тейешле булған иң «асыулыларға» йыйылған документтарҙың сифатлылығын һәм тулылығын тикшерергә тейеш була. НКВД органдары — «кулактарға», ә милиция — «енәйәтселргә» ҡарата тикшереү алып бара. Операция бөтә ил буйынса бер үк ваҡытта үткәрелә. Тикшереүгә 7 көн бирелә. Ҡулға алынғандар өсөн документтар минимумы билдәләнә: 1) ҡулға алыныуға билдәләнгәндәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең йәшәү урындарын асыҡлаған мәғлүмәттәр ; 2) ауыл советынан (колхоздан һәм башҡалар) белешмә һәм характеристика; 3) хөкөмө һәм теркәлеүе тураһында суд-тикшереү органдарының белешмәһе; 4) шаһиттарҙың һорау алыу, күҙмә-күҙ күрешеү протоколдары; 5) агентура материалдары буйынса төҙөлгән белешмәләр; 6) ҡулға алыуға прокурор санкцияһы; 7) эш буйынса йомғаҡтар. Республика территорияһын тулыһынса солғап алыу өсөн операциянан 5 көн алда район-ара оператив төркөмдөр булдырыла. Төркөмдәрҙе НКВД өлкә идаралыҡтары ның яуаплы вәкилдәре йәки ҡала-округ бүлектәре начальниктары етәкләй. Ҡулға алыуҙар эш материалдары нигеҙендә ошо төкөмдәр начальниктары менән санкциялана һәм район прокурорынан рөхсәт алына. Ҡулға алынғандан һуң район-ара төркөмө начальнигы һәр бер кеше менән шәхсән һорау алырға һәм эш материалдары менән сағыштытырға тейеш була. Өлкә «тройкалары» шулай урындарҙа һәр ҡулға алыныусы саҡыртып. уларҙың эштәре ҡарарға тейш була. Эштең нисек барыуын күҙәтеү өсөн УССР НКВД-һы урындарға үҙенең вәкилдәрен ебәрә.

Оператив планға ярашлы УССР-ҙың һәм АМ СС-ҙың ул ваҡыттағы 7 өлкәһендә 45 район-ара оператив төркөм булдырыла. Винница өлкәһендә 7 төркөм ойошторола, улар Винница, Бердичево, Шепетовка, Тульчин, Проскуров, Каменец-Подольск һәм Могилев-Подольск ҡалаларында урынлаша.

1937 йылдың 23 июнендә УССР НКВД-нда тәүге кәңәшмә үткәрелә, унда УССР НКВД начальнигы урынбаҫарҙары В. Т. Иванов[2], Матвей Герзон, Яков Каминский, Арон Вольфсон һәм Лазарь Мунвез инәләр. Кәңәшмәлә «төрмәләрҙе тултырылыуы» планы ҡарала, уларҙа «беренсе категорияны» ғына урынлаштырырға, ә «икенсе категорияны» КПЗ-ға урынлаштырырға тәҡдим ителә. Өлкәләрҙә ҡулға алыныусылар өсөн өҫтәмә урындар әҙерләү кәрәклеге тураһында еткерелә. Операцияға Одесса милиция мәктәбе, УГБ мәктәбе, НКВД ғәскәрҙәренең Харьков училищеһы һәм ГУЛАГ Харьков мәктәбе курсантары йәлеп ителә.

СССР НКВД тарафынан 00447-се «Элекке кулактарҙы һәм енәйәтселәрҙе һәм башҡа советтарға ҡаршы элементтарҙы репрессиялау тураһында» бойороҡ әҙерләй, ул ВКП(бТ Үҙәк Комитеты Политбюроһы 1937 йылдың 31 июлендә раҫлай. Операция СССР-ҙың бөтә төбәктәрендә 1937 йылдың 5 авгусына тәғәйенләнә.

Ошо бойороҡҡа ярашлы УССР буйынса репрессияға 28800 кеше дусар ителә, шул иҫәптән 8000 кеше — «беренсе категория» буйынса, шул иҫәптән Винница өлкәһе буйынса — 3000 һәм 1000. Әммә 1937 йылдың 5 сентябрендә үк УССР НКВД начальнигы Леплевский Ежовҡа УССР буйынса лимиттарҙы арттырыу тураһында запрос ебәрә («1-се категория» буйынса 4200 кешегә артығыраҡ). 27 сентябргә ҡарата өлкә «тройкалары» «1-се категория буйынса» 9458 кешене һәм «2-се категория буйынса» 13700 кешене хөкөм итәләр. Тағы ла 13704 кеше ҡулға алына, әммә уларҙың эштәре әле ҡаралмаған.

29 сентябрҙә шул уҡ Леплевский тағы ла бер запрос ебәрә, был лы «1-се категория» буйынса 4500 кешегә, «2-се категория» буйынса 15200 кешегә лимитты арттырырға һорай. НКВД-ның өлкә идаралыҡтары начальниктары ла ситтә ҡалмай, улар шулай уҡ «лимиттарҙы арттырыу» тураһында мөрәжәғәт итәләр. Өлкә идаралыҡтары араһында һәм уларҙың эсендә «фашланған төркөмдәр»ҙең һаны һәм сифаты буйынса «социалистик ярыш» йәйелә (бының хаҡта ғәйепләү процестарында асыҡлана.

1937 йылдың 17 октябрендә СССР НКВД-һы УССР өсөн өҫтәмә лимит бүлә — 1-се категория буйынса — 3000 һәм 2-се категория буйынса — 5100. Яңы өлкәләр барлыҡҡа килеүе сәбәпле (Полтава, Николаев, Житомир, Каменец-Подольск) уларға ла яңы «лимит» бүленә һәм башта ойошторолған 7 тикшереү төркөмөнән 4 төркөм ҡала — Гайсин, Жмеринка, Могилев-Подольск һәм Тульчин. Винница өлкәһенә шулай уҡ өҫтәмә лимит бирелә: 1-се категорияға — 300, 2-се категорияға — 400. 21 октябрҙә, башҡа өлкәләргә кеүек, яңы «лимит» бүленә — 700 һәм 1500. 26 октябрҙә «лимит» тағы артырыла — 100 һәм 600.

1937 йылдың 13 ноябрендә Леплевскийҙан Ежовҡа сираттағы «лимитты арттырыу» буйынса телеграмма китә — беренсе категория буйынса — 4000, икенсе категория буйынса тағы ла 10000 кешегә.

1937 йылдың 8 декабрендә УГБ НКВД-ның 8-се бүлеге начальнигы дәүләт именлеге лейтенанты Мунвез сираттағы «өлкәләр буйынса лимит» бүлә — Винница өлкәһенә 1-се категория буйынса — 150 һәм 2-се категория буйынса 500 кешегә рөхсәт бирелә.

1937 йылдың 11 декабрендәЛеплевский Ежовҡа ебәрелгән телеграммаһында УССР өсөн лимит бөтөрөлдө тип яҙа (1-се категория — 24150 һәм 2-се категория — 47800). 17 декабрҙә яңы бүленгән лимиттар буйынса Винница өлкәһенә 1-се категория буйынса 500 кешелек лимит бәхете тәтей.

1938 — УССР-ҙың яңы наркомы үҙгәртергә

1938 йылдың 25 ғинуарында Леплевский мәскәүгә эшкә алына һәм уның урыына А. И. Успенский тәғәйенләнә. «Социалистик ярышы» дауам итә — «урындарҙан» яңы «контрреволюция ояларын фашлау» тураһында рапорттар һәм ғаризалар килеүе дауам ителә һәм шулай уҡ «лимиттарҙы» арттырыу буйынса үтенестәр килеүҙән туҡтамай, ҡайһы бер әүҙемдәр туранан-тура Ежовҡа мөрәжәғәт итәләр. . 1938 йылдың февралендә УССР өҫтәмә рәүештә УССР-ға 1-се категория буйынса 6000 кешелек лимит бителә. Яңы нарком эште «УССР территорияһында йәшәгән бөтә поляктар һәм немецтар шпион һәм диверсанттар» йәки «украиндарҙың 75-80 % буржуаз милләтселәре» йүнәлешендә алып бара.

1938 йылдың 1 апреленә ҡарата «урындарҙан» 1-се категория буйынса 23650 кешегә һәм 2-се категория буйынса 22600 кешегә үтенестәр килә — Винница өлкәһе 1700 һәм 600 кешегә «заявка» ебәрә.

1938 йылдың мартында, НКВД органдарын дошмандарҙан таҙартыу" ваҡытында, Винница өлкәһенә И. М. Кораблев тәғәйенләнә, быға тиклем ул Ленинград НКВД бүлеге начальнигы урынбаҫары булған. Ежов Кораблевҡа ҙур өмөттәр бағлай, унан яңы «асыштар» көтә.

27 апрелдә үк Кораблев Успенскийға беренсе категория өсөн 300—500 булһа ла лимит биреүҙе үтенеп, телеграмма юллай.

29 апрелдә ул Успенскийға 2799 кеше хөкөм ителде, шул иҫәптән беренсе категориялы — 2599, икенсе категориялы 200 кеше хөкөм ителде, тип хәбәр итә.

Ай һайын Винница УНКВД-һына фашлау буйынса план төшөрөлгән, һәм Кораблев үҙенең аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе " уны үтәүгә «йүнәлткән».

«10 майға (26 марттан) хөкөм ителгәндәрҙең һаны 3112 кеше тәшкил итә.Алдан бирелгән 1-се категорияға 3200 кеше һәм 2-се категорияға 200 кешегә лимит тулыһынса тотонолған»

Һөҙөмтәлә Винница УНКВД-һы тарафынан 1938 йылдың 26 мартынан 3 ноябренә тиклем 2490 эш ҡарала, улар буйынса 5536 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән 1-се категория буйынса — 4900 кеше, 2-се категория буйынса — 546 кеше. Ошо уҡ ваҡытта «ныҡышмалы һорау алыу» һөҙөмтәһендә төрмәлә 30 кеше үлә. Ҡайһы бер элекке ҡыҙыл партизандары үлем язаһын 10-йыллыҡ һөргөнгә алыштырыуға өлгәшә.

Ежовщинаның тамамланыуы үҙгәртергә

1938 йылдың 17 ноябрендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы бөтә массауи репрессияларҙы бөтөрөү тураһындағы берлектәге Ҡарар ҡабул итә. НКВД -ның яңы наркомы Л. Берия үҙенең бойороғо менән 1937—1938 йылдарҙағы бөтә оператив бойороҡтарҙы юҡҡа сығара. Ежов 23 ноябрҙә отставкаға китә. 1938 йылдың 17 ноябрендәге "Ҡулға алыуҙар, прокурор күҙәтеүе һәм тикшереү алып барыуы тураһындаисемле берлектәге ҡарарҙа массауи сәйәси репрессиялар НКВД органдарына йәшеренеп үткән «халыҡ дошмандарының» эшмәкәрлегенң һөҙөмтәһе, тип белдерелә. 1938 йылдың 14 ноябрендә А. И. Успенский эш кабинетында, үҙ-үҙенә ҡул һалдым, мине Днепрҙа эҙләгеҙ, тигән яҙыу ҡалдырып, ҡаса. Ялған документтар буйынса СССР-ҙың төрлө ҡалаларында йәшәй, әммә 1939 йылдың 16 апрелендә Мейәс вокзалында тотола.

1939 йылдың 10 ғинуарында Сталиндың ҡултамғаһы аҫтында ВКП(б) өлкә, край комитеттарына, союздаш республмкалар компартияларына, шулай уҡ НКВД-ның төбәк идаралыҡтарына 1937 йылдан ВКП(б) рөхсәтенән НКВД тарафынан «физик тәьҫир алымдарын ҡулланыуҙы» «енәйәт» булараҡ тип ҡабул итеү буйынса шифрланган телеграмма ебәрелә.

1939 йылдың ғинуар уртаһында Кораблеты вазифаһынан бушаталар, 30 ғинуарҙа ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташа.

Башҡарыусылар өҫтөнән процесс үҙгәртергә

1939 йыл дауамында УССР НКВД-һы «Винница УНКВД эшмәкәрлегендә социалистик законлылығын боҙоуҙар тураһында» мәғлүмәттәр туплай. Бер нисә элекке хеҙмәткәрҙәр башҡа эштәр буйынса ҡулға алыналар. тураһында мәғлүмәт тупланған УССР «социалистик Винница эшмәкәрлегендә законлылыҡты боҙоу УНКВД». Бер нисә башҡа ҡул эштәре элек буйынса элекке хеҙмәткәре була. 1940 йылда Винница өлкәһендә 1938 йылда дәүләт именлеге капитаны И. М. Кораблев етәкселеге аҫтында күпләп нигеҙһеҙ репрессиялар үткәреү факты буйынса енәйәт эше асыла.

УССР НКВД УГБ-һының тикшереү бүлеге күп һанлы нигеҙһеҙ ҡул алыуҙар, ялған тикшереү документтарын булдырыу факттары буйынса эш әҙерләй.

1940 йылдың 3 февралендә — Винница УНКВД -ның 3-сө бүлегенең элекке начальнигы О. М. Запутряев, ә 1940 йылдың май айы аҙағында И. М. Кораблев ҡулға алыналар. Тикшереү ваҡытында Винница УНКВД «шпион һәм башҡа дошман ойошмаларҙы асыу» барышында туҡмауҙар бик киң һәм әүҙем ҡулланыла. Шулай уҡ НКВД хеҙмәткәрҙәренең шаһитлыҡ күрһәтмәләре буйынса, оператив-тикшереү төркөмдәре араһында «ярыштар» факты булыуы асыҡлана. Айырыуса «контрреволюцион селтәре» ойошторолоуы буйынса ярыш әүҙем бара. Бында «ойошмалар» директива буйынса яҙыла: мәҫәлән, «Молодая регенерация» уң троцкистар йәштәр ойошмаһы ысынында УССР НКВД-һынан килгән директива буйынса «фашлана». Ҡағиҙә булараҡ, бер кем дә ҡулға алынғандарҙың күрһәтмәләрен тикшермәй, хатта тәфтишселәр ҡулға алынғандарҙың үҙҙәренә «ойошҡан селтәрҙе» уйлап сығарырға ҡушҡан осраҡтары була.

Тикшереү барышында шулай уҡ прокуратура органдары ҡатнашлығы асыҡлана — өлкә прокуратура рәйесе Я. И. Тернивский һәм уның урынбаҫары Другобицкий нигеҙһеҙ ҡулға алыуҙарға санкциялар биргән

1941 йылдың яҙында И. М Кораблев, А. М. Запутряев һәм Л. Н. Ширин эштәре буйынса тикшереү тамамлана. 26 апрелдән 3 майға тиклем Винницала Киев округы НКВД Ғәскәрҙәре Хәрби Трибуналының ябыҡ процесы үтә. суд залында башҡа УНКВД хеҙмәткәрҙәре һаҡ аҫтына алына — М. С. Бутенко, Г. П. Данилейко, В. Ф. Майструк, А. Я. Пришивцин. Тәфтишселәрҙең береһе, А. В. Редер, 1939 йылда уҡ башҡа эш буйынса ҡулға алына һә 1939 йылдың 28 июлендә камераһында аҫылынған килеш табыла. СССР һәм УССР прокурорҙарына Тернивский һәм Другоблицкий яғынан боҙоуҙар тураһында запрос ебәрелә. 1941 йылдың 6 майында Кораблев һәм Запутряев атып үлтереүгә хөкөм ителәләр. Һуңғараҡ хөкөм йомшартыу яғына үҙгәртелә — 1941 йылдың 24 июнендә икеһен дә 10 йылға лагерҙарға ебәрәләр.

1941 йылдың 18 сентябрендә Новосибирскиҙа Ширин, Пришивцын, Данилейко, Майструк һәм Бутенко ғәйепләүҙәрҙән азат ителәләр, 147285-се тикшереү жше туҡтатыла.

Атып үлтерелгәндәрҙең яҙмышы тураһында мәғлүмәт үҙгәртергә

Атып үлтерелгәндәрҙең туғандарына, улар 10 йылға холоҡ-төҙәтеү лагерҙарға хөкөм ителгән, тип хәбәр ителә[3]. 1945 йылдың көҙөнән язаланғандарҙың туғандарына, уларҙың яҡындары икенән мәхрүм ителгән урындарҙа вафат булдылар, тип хәбәр итәләр.

Күмәк кеше ерләнгән урындарҙа ҡаҙыныу эштәре һәм немец пропагандаһында Винницалағы репрессияларҙы ҡулланыу үҙгәртергә

1943 йылдың яҙында доктор Геббельс ведомствоһы тарафынан «большевизмдың ысын йөҙөн асыу» һәм башҡа милләтәргә ҡарата «урыҫтарҙың һәм йәһүдтәрҙең» енәйәттәре буйынса киң пропагандистик кампанияһы йәйелдерелә. Әлеге ғәмәләрҙең маҡсаты — дөйөм дошманға ҡаршы фашистарға ҡаршы хәрәкәттәрҙең берләшеүен юҡҡа сығарыу йәки насарайтыу. Тәүге эре акт — 1943 йылдың апрелендә Катынь (большевиктарҙың поляктарға ҡаршы енәйәттәре)) һәм икенсеһе — Винница (большевиктарҙың украиндарға ҡаршы енәйәттәре).

Ике осраҡта ла халыҡ-ара медицина комиссиялары төҙөлә, бөтә яңылыҡтар эске матбуғатта һәм радиотрансляциялар аша бөтә донъяға еткерелә. Ике осраҡта ла Ике осраҡ документаль-пропаганда фильмдары төшөрөлә һәм комиссиялар эше матуриалдары менән китаптар нәшер ителә. Винница «материалдары»1944 йылда Берлинда «Material Amtliches Massenmord zum von Winniza» исеме аҫтында сығарыла[4].

«Винница комиссияһы» Винницатөрмәһендә 1941 йылда атып үлтерелгәндәр эше менән шөғөлләнмәй.

 
Винницала мәйеттәрҙең эксгумацияһы, 1943 йыл.

1943 йылдың июнендә Винницала «халыҡ-ара большевистик режимының яуызлыҡтарын тикшереү буйынса комиссия» ойошторола. Германиянан тыш, комиссия составына Бельгия, Болгария, Финляндия, Франция, Италия, Хорватия, Голландия, Румыния, Швеция, Словакия, Венгрия, Греция, Дания табиптары, юристары, журналистары һәм руханиҙары инә. Ҡаҙыныу эштәрен Пропаганда минстрлығы профессоры Шрадер етәкләй.

Подлесная урамындағы баҡсала ҡаҙыныу эштәре май аҙағында башлана (1102 мәйет табыла), ә инде 4, 5 һәм 7 июндә «украин» комиссияһы мәйеттәрҙең медицина экспертизаһын үткәрә, вафат булыу даталарын 3-4 йыл элек тип билдәләй (1938—1940 йылдар) һәм бөтәһе лә соңҡаһына пистолеттан атып үлтерелгән тигән фекергә килә.

Май аҙағынан 16 июнгә тиклем 509 мәйет табыла (бер ҡатын-ҡыҙ, бер 20-22 йәшлек ир-егет, ҡалғандары өлкән йәштәге (40-50 һәм унан да өлкән)ир-ат)[1]

18 июндә Берлинға «Украина» рейхскомиссариаты вәкиле фон Зауккендан хәбәр ителә: мәйеттәрҙең һаны — 8-10 мең булыуы мөмкин[1]

Июндең аҙаҡҡы көндәрендә (29 һәм 30) Православие зыяратында һәм Мәҙәниәт паркында ҡаҙыныу эштәре башлана. 15 июлдә үк «халыҡ-ара комиссияһының» протоколына ҡул ҡуйыла: Подлесная урамында 37 ҡәберлек (5644 мәйет) Православие зыяратында — 42 ҡәберлек (2405 мәйет һәм Мәҙәниәт паркында 42 ҡәберлек (1390 мәйет). Шул уҡ сығанаҡтан күренеүенсә, ҡаҙыныуҙар 1943 йылдың 3 октябренә тиклем үткәрелә. башлыса кәүҙәләр арҡыс-торҡос ятҡан, уларҙың өҫтөнән кейем-һалым ташланған.

«Вінницьки Вісті» гәзите публикацияларынан күренеүенсә, 1943 йылдың 1 авгусына тиклем 2744 кәүҙә ҡабаттан ерләнә, ҡалғандары — шул уҡ сығанаҡтан — 1943 йылдың 3 октябренә тиклем, шул уҡ ваҡытта аҙаҡҡы 10 көн эсендә 2420 кәүҙә ерләнә. Немец сығанаҡтары мәғлүмәттәренә ярашлы, 9439 кәүҙәнән 679 кеше таныла, шул иҫәптән 20 ҡатын-ҡыҙ.

Совет власының репрессияларҙы инҡар итеүе үҙгәртергә

Совет ғәскәрҙәре килеүе менән был ҡәберлектәр фашизм ҡорбандары тип иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта контрпропагандистик кампанияһы үткәрелмәй. Нюрнберг процесында ла был ваҡиға телгә алынмай. Винница ҡорбандарына һәйкәл совет властары ҡушыуы буйынса алып ташлана.

Репрессиялар факттарын сит илдә фашлау үҙгәртергә

 
«Винницала Мәскәү енәйәттәре» плакаты, 1951 йылда Америка йәш украиндар ассоциацияһы баҫмаһында баҫтырыла.

Хәҙерге тикшеренеүҙәр һәм иҫтәлекте мәңгеләштереү үҙгәртергә

Винницалағы ваҡиғалар тураһында 1980 йылдарҙа УССР матбуғатында барлыҡҡа килгән баҫмалар 1950 йылдарҙағы украин диаспораһы версияһын дауам итә. Украина бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң 1990 йылдар башында 1950 йылдарҙағы баҫмалар тулы күләмдә ҡабатлап нәшер ителә.

2004 йылда Винницала сәйәси репрессия һәм һуғыш ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Дәүләт комиссияһы эшләй. Комиссия ағзалары шаһиттарҙан һорау ала,СБУ архивтарына запростар эшләй, әммә мәҙәниәт паркында ҡәберлектәр булыуы тураһында документаль дәлилдәр табылмай. Шулайуҡ СБУ архивтарындағы НКВД документтары совет махсус хеҙмәттәре тарафынан мәйеттәрҙе таныуҙа ҡатнашҡан 100 ҡатын-ҡыҙҙың атып үлтереүе тураһында тарихта раҫланмай. Һуғыш ваҡытында төрмә янында 2 ҡәберлек ҡаҙылыуы һәм унда 60-ар мәйет табылыуы тураһында телгә алына. Шунда уҡ өсөнсө ҡәберлек ҡаҙыла, әммә кәүҙәләрҙең һаны билдәһеҙ. Шулай уҡ ҡала зыяратында 7 рәт ҡәберлек булыуы раҫлана. 2055 йылдың июнендә Винницала Сталин репресииялары ҡорбандарына 2 һәйкәл ҡуйыла (авторы — скульптор Юрий Козерацкий)[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 ОУН-УПА в 1943. Документы ИИ НАН Украины К. 2008 стр. 169—173. ISBN 978-966-02-4911-0
  2. Краткие биографии и послужные списки руководящих работников НКВД. old.memo.ru. Дата обращения: 24 ноябрь 2019.
  3. Robert Conquest. The Great Terror: A Reassessment. — Oxford University Press, 2008. — 606 с. — ISBN 978-0-19-531699-5.
  4. ГАРФ. Ф. Р7021, Оп. 148, Д. 282. Экземпляр книги, ранее находившийся в библиотеке РСХА, хранится в ГПИБ.
  5. Україна Православна | Официальный сайт Украинской Православной Церкви (рус.). Дата обращения: 24 ноябрь 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә